Һаҡмар
+11 °С
Ясно
Антитеррор
Ғаилә
7 Марта 2019, 07:20
Милли колоритлы тамаша
Районда башҡорт ғаиләһе көнө киң билдәләндеБилдәле булыуынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты 1 мартты Башҡорт ғаиләһе көнө тип иғлан иткәйне. Һәм бына өсөнсө йыл инде ул бөтөн республикала, шул иҫәптән беҙҙең районда, киң билдәләнә.
Добавить в предпочтительные источники Google
Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты милләттәштәребеҙгә ул көндә матур саралар ойоштороу тураһында мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Районыбыҙ ауылдарында күркәм ғаиләләр тәбрикләнде, кисәләр үткәрелде. Ә Баймаҡ ҡалаһының ЗаГС бүлегендә яңы башҡорт ғаиләһен тәбрикләү тантанаһы үтте. Иҫке Сибай ауылынан Илдар Уразгилдин менән ниғәмәттән Руфина тайыпова өсөн ул көн ғүмерҙәренең иң иҫтәлекле мәле булғандыр.
Әйтергә кәрәк, сара милли колоритлы, халҡыбыҙҙың күркәм йолаларына таянып үткәрелеүе менән барыһын да хайран итте. Руфина менән Илдар уразгилдиндарҙы Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Хәлил Булатов, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары азамат Мөхәмәтшин, райондың “ағинәйҙәр” клубы рәйесе Хөрмә Биктимерова ҡотланы, бүләктәр тапшырҙы. Ағинәйҙәр кәләш иңенә таҫтар япты, кейәү иңенә һөлгө һалды, бал менән май ҡаптырҙы.
– Беҙҙең ғаиләнең тап Башҡорт ғаиләһе көнөндә тыуыуына бик шатбыҙ, – тине йәштәр, – был беҙгә икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй. Ғаиләбеҙ ныҡ һәм бәхетле булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
дзен
ок
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"