Һаҡмар
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
8 Июнь 2018, 19:39

Пар аҡҡоштарҙай ғүмер юлы

Үткән быуаттың илленсе йылдары. Түбә ҡасабаһының гөрләп торған сағы. Бында ике урта мәктәп булып, тәүгеһендә башлыса урыҫ милләтле балалар белем алһа, икенсеһендә иһә яҡын тирәләге алты ауыл Советынан йыйылған балалар уҡыны. Уҡыу ике сменала ойошторолоп, унда биш йөҙгә яҡын бала белем алды. Мәктәп менән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, элекке эскадрон командиры, һоҡланғыс шәхес Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡолов етәкселек итте.

1958 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған йәш ғаилә – Минира менән Тимерғәле Арыҫланғәлиндар тап ошо мәктәпкә ебәрелә. Һөйкөмлө, ябай, һәр уҡыусыға иғтибарлы йәш уҡытыусыларҙы тәүге көндәрҙән үк үҙ иттек, яраттыҡ. Тимерғәле Абдрахман улы – физиканан, Минира Ғәләүетдин ҡыҙы математиканан белем бирҙе.

Улар йәшәгән өй уҡыусылар ятағынан алыҫ түгел ине. Мәктәптең спорт майҙансығында футбол йә волейбол уйнай башлаһаҡ, Тимерғәле Абдрахман улы ла беҙгә ҡушылып китә торғайны. Ҡыш саңғы шыуғанда иһә Минира Ғәләүетдин ҡыҙын мотлаҡ осрата инек. Баҡһаң, ул – беренсе разрядлы саңғысы, институтта уҡыған йылдарында чемпион исемен яулаған булған икән.
Уҡытыусыларыбыҙ ифрат хәстәрлекле булды. Минира апайыбыҙҙың беҙҙә математика кеүек ҡатмарлы фәнгә һөйөү тәрбиәләй алыуына әле лә һоҡланам. Ауыр мәсьәләләрҙе сисә алмаһаҡ, класташтарым йыш ҡына мине уҡытыусыбыҙға ярҙам һорарға ебәрә торғайны. Эше ни тиклем мәшәҡәтле булыуына ҡарамаҫтан (шул йылда ҡыҙҙары тыуғайны), Минира Ғәләүетдин ҡыҙы барыһын да ентекле аңлатыр ине. Ятаҡҡа килеп, уҡыусылар менән төрлө әңгәмәләр, математик уйындар үткәреүгә лә ваҡыт тапты.
Физиканы төплө белгән Тимерғәле Абдрахман улы ифрат талапсан ине. Мауыҡтырғыс та, ҡыҙыҡлы ла фәндән үткәрелгән төрлө кисәләр, диспуттар һаман да күҙ алдымда кеүек. Сығарылыш йылында физиканан имтихан бирәбеҙ. Б.М. Мәмбәтҡолов комиссия рәйесе булараҡ, беҙҙән һынау ала. Ун туғыҙ уҡыусының яртыһы тиерлек әҙерләнмәйенсә билеттағы һорауҙарға яуап биреүе комиссия ағзаларын һоҡландырҙы. Һөҙөмтәлә барыбыҙ ҙа һынауҙы тик яҡшы билдәләргә тапшырып, уҡытыусыбыҙҙың өмөтөн аҡланыҡ.
Бер нисә йылдан Т.Арыҫланғәлин уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире итеп үрләтелә, ә 1966 йылда уға директор вазифаһы ышанып тапшырыла. Был берҙәм коллективта ун өс йыл эшләү осоронда Түбә 2-се һанлы урта мәктәбе үҙенең абруйын юғалтмай. 1969 йылдың 23 мартында БАССР-ҙың 50 йыллығын байрам иткән көндәрҙә мәктәпкә БАССР Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы тапшырыла.
1970 йылда үҙен бар яҡтан күрһәтеп өлгөргән алдынғы ҡарашлы, инициативалы етәксене район мәғариф бүлеге мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Яңы етәксе тәүге көндәрҙән үк ең һыҙғанып эшкә тотона, кадрҙарҙы үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Район мәктәптәре эшмәкәрлеген йәнләндереү һәм контролдә тотоу маҡсатында инспекторҙар төркөмө булдырыла.Уның вәкилдәре белем усаҡтары менән яҡындан таныша, педагогик ярҙам ойоштора. Һөҙөмтәлә райондың мәғариф өлкәһе күҙгә күренеп алға китә. Тимерғәле Арыҫланғәлин районда медицина кадрҙарына ҡытлыҡ булыуын иҫәпкә алып, сығарылыш уҡыусылары араһынан 10-15 егет һәм ҡыҙҙы махсус юллама менән медицина институтына ебәреүҙе ойоштора. Был ысул үҙен аҡлай, ваҡыт үтеү менән район дауаханаһы медицина белгестәре менән тулылана башлай.
Хужалыҡтарҙың инициативаһы менән тап ошо йылдарҙа үҙ иҫәптәренә мәктәптәр, уҡытыусылар өсөн йорттар төҙөү дәррәү башланып китә. Әлбиттә, был эштән райондың мәғариф бүлеге лә ситтә ҡалмай. Мәктәптәргә инвентарь, әсбаптар, йыһаздар алына. Мәғариф бүлеге республикала төҙөлөш буйынса 1-се урынға сыға, районға БАССР Министрҙар Советының күсмә Ҡыҙыл байрағы тапшырыла.
Мәғариф эше яйға һалынғас, бай тормош тәжрибәһе туплаған оҫта етәксе ҡаланың 2-се урта мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә. Уны ҡыйығы ла ябылып бөтмәгән бина ҡаршы ала. Уны төҙөп бөтөү өсөн баш ҡалаға күп юлланырға, юғары вазифалы етәкселәрҙең ишектәрен шаҡырға тура килә. Т. Арыҫланғәлин артабан Баймаҡ интернат-мәктәбендә, аҙаҡ хаҡлы ялға сыҡҡансы 3-сө урта мәктәбендә директор була.
Уның уҡыусыһы, медицина фәндәре докторы, профессор, РФ-ның атҡаҙанған табибы, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Рәшит Дәүләтшин шулай тигәйне: “Тимерғәле Абдрахман улы биргән төплө белемде, уның фәһемле, аҡыллы кәңәштәрен, оло һабаҡтарын һаман да ҡулланам, өйрәнәм. Уның һымаҡ оло йөрәкле педагогтар күберәк булһа, йәмғиәтебеҙ ҙә күркәмләнер ине”.
СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, республика уҡытыусыларының 5-се съезы делегаты Тимерғәле Абдрахман улының ныҡлы терәге, кәңәшсеһе, тормош һуҡмағын бергәләп үткән, үҙенең ҡырҡ йылға яҡын ғүмерен уҡыусыларға математика серҙәренә төшөндөргән “Рәсәйҙең мәғариф отличнигы”, “Уҡытыусы-методист” исемдәренә лайыҡ булған, дүрт балаға ғүмер бүләк иткән Минира Ғәләүетдин ҡыҙының сабырлығына, уңғанлығына хайран ҡалырлыҡ.
Ғаиләһендә ауыр юғалтыуҙарға дусар булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар икеһе лә Хоҙай Тәғәлә ебәргән һынауҙарҙы лайыҡлы үтте. Һәр атҡан таңға ҡыуанып, киләсәккә өмөт менән ҡараған уҡытыусыбыҙҙың иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе – уларҙың уҡыусылары. Улар араһында кемдәр генә юҡ: фән эшмәкәрҙәре, табиптар, уҡытыусылар, инженерҙар, агрономдар, хәрбиҙәр, дәүләт хеҙмәткәрҙәре...
Тормош юлдарында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған, райондың мәғариф үҫешенә ҙур өлөш индергән был парға һоҡланмау һис мөмкин түгел. Үҙҙәрен ысын мәғәнәһендә Баймаҡ районының патриоты (улар икеһе лә Мәләүез районынан) итеп һанаған Тимерғәле Абдрахман улы һәм Минира Ғәләүетдин ҡыҙының бергә тормош ҡороуҙарына ошо көндәрҙә алты тиҫтә йыл тулды. Был һәр кемгә лә тәтемәгән оло бәхет һәм шатлыҡ. Балаларының балаларын үҙ ҡанаттары аҫтына һыйындырып-тәрбиәләп оло тормошҡа аяҡ баҫтырған һоҡланғыс ғаиләгә ниндәй генә рәхмәт һүҙҙәре әйтһәң дә аҙ һымаҡ. Юҡҡамы ни уларға былтыр “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы тапшырылмағандыр.
Арыҫланғәлиндар бөгөн дә ҡала һәм райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, тантаналы сараларҙың ҡәҙерле ҡунаҡтары. Күп һанлы уҡыусылары, туғандары, дуҫ-иштәре, район халҡы исеменән уларға артабан да ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан торған оҙон ғүмер юлы теләп ҡалам.

Салауат Мөхәмәтшин,

хеҙмәт ветераны,

журналист.
Читайте нас: