Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
3 Декабрь 2016, 18:04

Ғаиләләр татыу булһын!

Тормош ауырлығына күпме генә һылтанмайыҡ, аҙыҡ-түлеккә, әйбергә, матбуғатҡа хаҡ арта, тип кеҫәләребеҙҙе ҡыҫып маташмайыҡ, барыбер ҙә илебеҙҙе бер әйбер – рух көсө берләштерә. Һуғыш ваҡытында ла ошо рухыбыҙ булмаһа, бөгөнгө заманда нисек йәшәребеҙҙе күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Ә ошо рухты тотоп тороусы ҡиммәттәр – йәмғиәтте алға әйҙәүсе, ғаиләнең статусын күтәреүсе мәҙәни сараларыбыҙ ул. Шөкөр, матур йолаға әүерелгән саралар байтаҡ һәм уларҙы бөгөнгө заманда ла һаҡлай алыуыбыҙ киләсәккә ҙур өмөт уята. 31 октябрҙә халыҡ ижады үҙәгендә Рәсәй киноһы йылы сиктәрендә ойошторолған шундай сараларҙың береһе – “Йәш ғаилә-2016” ҡала конкурсы үтте. Уны йәштәр эштәре буйынса комитет белгестәре Фәнис Кунсбаев һәм Даян Рашев ойошторҙо.

Конкурста 5 ғаилә ҡатнашты. Илзидә һәм Илнур Ырыҫҡужиндар, Юлиә һәм Марсель Рәсүлевтар, Ләйсән һәм Илшат Аҡбулатовтар, Сөмбөл һәм Рөстәм Туңғатаровтар, Нәзилә һәм Иҙел Аҡбулатовтар визитка, “Мин буласаҡ йондоҙ”, “Ғаилә йолалары һәм байрамдары“, блиц-һорау, ҡул эштәренә һәм аш-һыу конкурстарында үҙ көстәрен һынаны. Конкурстың иң сағыу өлөшө, әлбиттә, йәш йондоҙҙарҙың сығышы булды, тиһәм һис тә хаталанмам. Илсиә Ырыҫҡужина, Эльвина Аҡбулатова йырҙары менән һоҡландырһа, Раҡия Аҡбулатова ҡурсаҡ кеүек йөрөп бейеүе менән хайран итте. Регина һәм Ислам Рәсүлевтар ҙа йыр-шиғырҙары менән таң ҡалдырҙы. Йәш кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, 5 бала тәрбиәләүсе Туңғатаровтар ғаиләһе үҙҙәре генә кескәй концерт ҡуйып ташланы: Динара “Бишбармаҡ” бейеүен башҡарҙы, мандолина ҡылдарын сиртте, Родион ҡурайҙа уйнағанда Райман йырланы, Руслана, Динара һәм Рина күмәкләп заманса бейеү башҡарып, үҙҙәрен талантлы ғаилә итеп күрһәтте. “Ғаилә йолалары һәм байрамдары“ конкурсында ғаилә усағын һаҡлаусы гүзәл заттарҙың барыһының да аш-һыуға оҫта, балаларына матур тәрбиә өлгөләрен күрһәтеүсе әсәй, ә атайҙарҙың ғаилә карабын дөрөҫ юлдан алып барыусы капитан икәндәрен күрҙек. Интеллектуаль кимәлде баһалаусы сетерекле һорауҙарға ихлас, хатта шаян яуаптары менән һоҡландырҙы йәш ғаиләләр.

Абруйлы баһалама төркөмөнә иң-иңдәрҙе баһалау бер ҙә еңелдән булманы. Шулай ҙа беренсе урынға Рәсүлевтар ғаиләһе лайыҡ тип табылды. Улар Өфө ҡалаһында үтәсәк “Йәш ғаилә-2016” республика конкурсында үҙ көсөн һынаясаҡ. Икенсе урынды Туңғатаровтар һәм өсөнсөнө Ләйсән һәм Илшат Аҡбулатовтар яуланы. Ә Нәзилә һәм Иҙел Аҡбулатовтар – “Милли рухлы ғаилә”, Ырыҫҡужиндар “Ғаилә йолалары” номинацияларына лайыҡ булды.

Ошондай күркәм ғаиләләребеҙ, уңған әсәйҙәр, эшлекле атайҙар һәм шаян, көләс, талантлы балаларыбыҙ йәшәһен!

Читайте нас: