Һаҡмар
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Адвокат кәңәше
13 Апрель 2022, 14:20

Фатирымды кире алғым килә

- Фатирымды ейәнемә бүләк итеү тураһында (договор дарения) килешеү төҙөгәйнем. Әммә мин был уйымдан кире ҡайттым. Сөнки ейәнемдең миңә ҡарата мөнәсәбәте оҡшамай. Фатирҙы кире үҙемә ҡайтарыу өсөн нимә эшләргә?

- Бүләк итеү килешеүе – граждандарҙың үҙ ирке менән башҡарылған эше. Әгәр килешеү закондың бар талаптарына ярашлы (килешеүҙең мотлаҡ дәүләт теркәүе, килешеү үҙ теләк менән башҡарылған, бүләк итеүсе үҙ аҡылында, никахта булһа – ире йәки ҡатынының да ризалығы булһа) төҙөлһә, бүләк итеүсе килешеүҙе өҙөп, фатирҙы кире ҡайтара алмай. Әгәр һанап үтелгән талаптарҙың береһе булһа ла үтәлмәгән булһа, бүләк итеү килешеүен өҙөргә мөмкин.

Әгәр барыһы ла законға ярашлы башҡарылған булһа, фатирығыҙҙы ейәнегеҙ менән үҙ-ара килешеп йәки суд аша ғына ҡайтара алаһығыҙ.

Г. Салихова әҙерләне.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: