Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Яугир ауылдаштарыбыҙ иҫтәлегенә

Иҫке Сибай урта мәктәбе «Герой партаһы» Бөтә Рәсәй патриотик проектына ҡушылды. Партала Геройҙарҙың  фотоһүрәте, биографияһы урынлашҡан, уларҙың Тыуған иле алдындағы батырлыҡтары тураһында мәғлүмәт яҙылған.

Яугир ауылдаштарыбыҙ иҫтәлегенә
Яугир ауылдаштарыбыҙ иҫтәлегенә

Иҫке Сибай урта мәктәбе «Герой партаһы» Бөтә Рәсәй патриотик проектына ҡушылды. Уның маҡсаты – балалар һәм үҫмерҙәрҙә Ватан тарихына, илебеҙҙең үткәненә һәм бөгөнгөһөнә ихтирам тәрбиәләү. Партала Геройҙарҙың  фотоһүрәте, биографияһы урынлашҡан, уларҙың Тыуған иле алдындағы батырлыҡтары тураһында мәғлүмәт яҙылған.  

“Герой партаһы” ошо мәктәпте тамамлаған ауылдаштарыбыҙ Чечен Республикаһында, Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашып батырҙарса һәләк булған  Баязитов Салауат Юлай улына, Сыбарғошев Денис Шәһит улына, Килмөхәмәтов Илшат Ишъяр улының иҫтәлегенә асылды. Был парта артында ултырыу хоҡуғын яҡшы билдәләргә уҡыған, йәмәғәт эшендә, ижади һәм спорт сараларында әүҙем ҡатнашҡан уҡыусылар аласаҡ.

Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар - район мәғариф бүлеге етәксеһе Фәнил Рамаҙан улы Ирмәков, Сибай ауыл хакимиәте башлығы Айнур Мөхтәр улы Сибаев, "Хәрби туғанлыҡ"  ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһе вәкилдәре саҡырылды.

Иҫке Сибай урта мәктәбе директоры Рафиҡов Салих Мөхитдин улы сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, “Герой партаһы”н асыуҙың мәктәп тормошонда мөһим ваҡиға булыуын билдәләне. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар ил азатлығы өсөн ғүмерен биргән егеттәребеҙҙең батырлығын онотмаҫ, уларҙың яҡты иҫтәлеге яҡташтары күңелендә һәр ваҡыт һаҡланыр.  

Кисә барышында илебеҙ тыныслығы өсөн һәләк булған яугирҙәр - Салауат Баязитов, Денис Сыбарғошев, Илшат Килмөхәмәтов тураһында яҡындары бик күп йылы, күңелдәргә үтеп инерлек  һүҙҙәр әйтте, хәтирәләре менән уртаҡлашты. Егеттәрҙең хәрби хеҙмәткә мөнәсәбәте, мәктәптә уҡыған йылдары, ҡуйылған маҡсаттарына өлгәшә белеүҙәре тураһында әйтелде.

Мәктәп уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары сараға  хәрби-патриотик рух өҫтәне.

Иҫке Сибай ауылы халҡы батырҙарының ҡаһарманлығы алдында баш эйә!

Азалия Ибраһимова, Иҫке Сибай урта мәктәбе директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: