Бөтә яңылыҡтар

Дүртөйлөлә эшҡыуарҙар инфекция бүлегенә ярҙамға ашыға

Дүртөйлө районы үҙәк дауаханаһы базаһында булдырылған инфекция бүлеге КОВИД19 диагнозы раҫланған ауырыуҙар өсөн асылды. Район эшҡыуарҙары бындай изге эш өсөн финанс ярҙамы күрһәтергә ҡарар итте. "Башагро" предприятиеһы ла был саранан ситтә ҡалманы. Предприятие етәксеһе Илфир Мәғәсүмов һүҙҙәренә ҡарағанда, барыһы өсөн дә ауыр булған осорҙа ситтә ҡала алмаған. Тап бөгөнгө көндә ул табиптарға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итергә ҡарар итә.

Дүртөйлө районы үҙәк дауаханаһы базаһында булдырылған инфекция бүлеге өсөн был бик урынлы була. Эшҡыуарҙар көсө менән СИЗЫ, күп тапҡыр ҡулланыла торған комбенизондар, һауа дымландыра торған препараттар һатып алынды.
"Башагро" ЯСЙ-һы Мамадалево ауылынан йыраҡ түгел. Һәр көн ярма етештергән коллектив хеҙмәткәрҙәре (25 кеше) 50 тонналап ҡарабойҙай, тары, борсаҡ етештерә. Предприятие иҫәбендә шулай уҡ 2 «КамАЗ»а, 5 фура, погрузчик кеүек техника ла иҫәпләнә. Йөк машиналарында әҙер сеймалды ла ташыйҙар. Элек был предприятие янындағы ауылдарға юл юҡ ине. Бындағы халыҡ ямғырһыҙ көндәрҙә генә йөрөй ала ине. "Башагро" предприятиеһы 1,5 км юлды ремонтлап, ипкә килтерҙе, ҡырсын таш түшәне. Юлды ремонтлау өсөн ике аҙнанан ашыуыраҡ ваҡыт китте. Әйткәндәй, был юл һалыныуына ярма етештереүселәр генә түгел, яҡын-тирә ауылдарҙа йәшәгәндәр ҙә һөйөнөп бөтә алмай.
Ярма етештереүсе завод йылдан-йыл киңәйә, үҫешә бара. Әле уның территорияһы 3 гектарҙы тәшкил итә. Бында таңдан төнгә тиклем станоктар тынмаған саҡтар була. Төп продукциянан тыш бында йорт хайуандары өсөн дә ҡатнаш аҙыҡ етештерелә. Сеймал республика ауыл хужалығы ойошмаларынан, Ырымбурҙан, Татарстандан һатып алына. Һатыу географияһына килгәндә, ул йәнә лә киңерәк: Башҡортостанда, Мәскәүҙә, Екатеринбургта, Силәбелә, Һамарҙа һатыла. Сеймал сифатын үҙҙәренең лабораторияһында уҡ тикшереп сығаралар. Пандемия күп кенә ышҡыуарҙар эшмәкәрлегенә ауыр тәьҫир итте. Ә беҙҙең геройҙарыбыҙ эштәрен уңышлы атҡарып ҡына ҡалманылар, ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам ҡулы ла һуҙҙылар.
Читайте нас: