Минең ирекмән булып китеүемдең үҙенә күрә бәләкәй генә тарихы бар. Илгә коронавирус, тигән афәт килгәс, башҡалар кеүек үк үҙ аллы изоляцияға киттем. Шулай аҙыҡ-түлек алам тип үҙем йәшәгән йорттағы магазинға барып ингәйнем, һатыусы ҡыҙ миңә хат тотторҙо. Ошо тирәлә йәшәгән инәйҙән булып сыҡты. Магазиндан аҙыҡ-түлек алып килергә ярҙам итеүемде үтенгән. Уйға ҡалдым. Аҙмы ошоноң кеүек аптыранып ултырған кешеләр! Йәш әсәнең ире вахтанан ҡайта алмай ята, оло инәйҙең балалары йыраҡ йәшәй. Элегерәк үҙҙәре генә сығып йөрөһәләр, хәҙер ярамай, хәүефле. Коронавирус инфекцияһын йоҡтороу ҡурҡынысы бар.
Эштә студенттар советын етәкләйем, ирекмәндәр хәрәкәтендә лә торам. Йәштәр бүлеге начальнигы Заһит Ғүмәров менән бәйләнешкә сығып, «Беҙ бергә» ирекмәндәр ойошмаһы менән берлектә эш башланым.
Юлиә Абдрахманова,
Урал агросәнәғәт колледжы уҡытыусыһы.