Если спросите, где источник жизни, я отвечу - СЕГОДНЯ источник жизни - это ВРАЧИ! Как мы все хотим жить! Долго и счастливо. Чтобы никакой вирус не нарушил наши планы на жизнь. Чтобы мы еще успели сотворить свои добрые дела... На минутку задумаемся, а ведь #ВРАЧИ тоже люди, они тоже желают ЖИТЬ! Они беззащитны перед нависшей угрозой так же, как и мы! Хоть добрыми словами, приятными улыбками поблагодарим их за #ОТВАГУ! Всем тем, кто сегодня на передовой ВСЕМИРНОГО ФРОНТА борьбы с #коронавирусом я посвящаю свои #стихи. Они на башкирском языке. Но башкиры очень хорошо знают русский. Если попросите знакомых - переведут!
Ер йөҙөндә унан да мәрхәмәтлерәк һөнәр бар тип әйтмәгеҙ! Табип – ҒҮМЕР һағында! Иң ауыр һәм аяныслы, ғүмеребеҙгә ҡурҡыныс янағанда улар янына киләбеҙ. Һәр кемдең ғүмере үҙенә ҡәҙерле, һәр кемдең мөмкин тиклем оҙағыраҡ йәшәргә теләгәне өсөн! Ә бит табиптар ҙа ҠОРОСТАН ҠОЙОЛМАҒАН, улар ҙа беҙҙең кеүек кешеләр. Улар ҙа күп ваҡыт йәшәү һәм үлем араһында ҡала. Аяулы булырға, уларҙың ауыр хеҙмәтен аҙ ғына булһа ла еңеләйтергә, мәрхәмәтле ҡалырға ине... Табиптарҙың бөгөнгө ЯУ ЯЛАНЫНДА күрһәткән ҡаһарманлыҡтарына мәдхиә – ошо #шиғырҙарым. #Өйҙә генә ултырһам да күңелем менән мин дә һеҙҙең янда, #табиптар!!!
Һыҙланыуҙар, әрнеүҙәрҙе
Һиҙҙермәйбеҙ таныштарға,
Күҙҙәремә ҡарап белә
Уны бары табип ҡына.
Аһ-зар тыңлап үтә көнө –
Табиб нисек сыҙайҙыр?
Яғымлы ла, сабыр ҙа ул,
Табиб үҙе Хоҙайҙыр,
Йолоп ала упҡындарҙан,
Өмөтһөҙгә йән өрә.
Хоҙай кеүек бер үҙе ул
Йөҙәрләгән сирлегә,
Йәлләмәгән өсөн беҙҙән
Шифа күңел йылыһын,
Рәхмәтебеҙ зәхмәттәрҙән,
Мең бәләнән йолоһон!
Мәрхәмәтле, илаһи зат –
Табиб үҙе Хоҙайҙыр!
Хәлгенәмде йәшермәйсә
Әйтсе миңә, доктор,
Берәй ҡасан төҙәлмәҫлек
Минең сирем юҡтыр?
Был һорауҙан ҡурҡыуыңды
Күҙҙәреңә йәшер.
Күңелемдең баҫыуҙары
Һары түгел, йәшел!
Юҡ, өндәшмә, ә бары тик
Яндарыма ултыр,
Йәнә ҡабыҙ йөрәгемә
Йылы йәшәү утын.
Шым ғына беҙ ултырайыҡ –
Йәшенмәкле уйын,
Ә сир мине юғалтһын да,
Әйҙә эҙләй торһон…
Ҡасан килеп тапҡанынса
Тауышланма, доктор!
Ер йөҙөндә төҙәлмәҫлек
Һис бер сир ҙә юҡтыр…
Йөрәк әрней, йөрәк һыҙлай –
Тынғы тапмай үрһәләнәм,
Йәнем тулай, гүйә юлсы,
Таш ҡаяға үрмәләгән.
Аҫта упҡын. Өҫтә – ҡояш.
Тая, тая табандарым,
Ҡайҙа арҡан ташлар дуҫым,
Ҡайҙаһығыҙ туғандарым?!
Барыһы ла теге ярҙа
Үҙ хәстәре менән була,
Теремен бит.
Һис хафа юҡ.
Тик ысҡына хәҙер ҡулдар.
Үпкәләмәм…
Үрмәләйем,
Ҡояшымды күрәһем бар,
Улҡайымдың, ғәзиземдең
Сикәһенән үбәһем бар…
Тамсы тама…
Эй мөғжизә!
Ҡояш-табип үҙе килә!
Ысыҡтарҙы тамсы итеп,
Шифалы һыу йәнгә бирә…
Сөм күк күкте ябынған да
Ҡояш үҙе ҡулын һуҙа,
Йылмайыуы – йәнгә сихәт,
Йөрәгемә өмөт тула.
Бына инде менеп еттем,
Тамсыларҙан ҡеүәт алып,
Аҫта упҡын. Баш осомда
Мәрхәмәтле нурын һибеп,
Ҡояш балҡый!
Ҡояш балҡый!
#спасибоврачам #ТабипРәхмәт #каранти #поэзия #ТабипҡаШиғыр #ЛилиәҺаҡмар #ЛилияСакмар#ИзгелекМәңгелек #домаЯҡшыраҡ #домаЛучше
На фотографии: мои друзья, #династияВрачей: ЯХИНА Зайтуна (слева) и #ЯХИНА Элла. Оба из г. Баймак. Элла сегодня на ПЕРЕДОВОЙ! Пусть их все беды обойдут стороной. Долгой и счастливой жизни всем #врачам.