Айнур сипарат тауышына уянып китте. Уянғас та тормай ғына байтаҡ уйланып ятты. Әллә ниндәй бер сир килә тип ҡаңғырып яҙғы каникулдар оҙайтылды. Кем нимә һөйләшә тиһәң, шул "коронавирус" хаҡында ҡурҡыныс хәбәр ҡуйырталар. Үлем осораҡтары ла күбәйгән тиме шунда?
Айнур тиҙ генә иртәнге ашты ашап алды һәм өләсәһенә юлланды. Бер юлы һөт, ҡаймаҡ алып барыр.
Ул барып ингәндә өләсәһе ниндәйҙер йырға оҡшамаған, әммә күңелгә яҡын булған бер көй көйләп эш менән булыша ине. Ейәнен күргәс йөҙө май ҡояшылай балҡыны.
- Маҡтап ҡына йөрөйһең икән балам, әйҙә сәй эсеп алайыҡ, - тип өҫтәлгә ризыҡ ултырта башланы.
-Өләсәй! Бер бик ҡурҡыныс, коронавирус тигән сир килә икән, ололарға ныҡ һаҡланырға ҡушҡандар. Тәүҙә ололарҙы аяҡтан йыға тиҙәр, - тип һүҙ башланы.
- Килһә киләлер инде балам, ә ул "Ҡара биресте" кем күргән һуң? - тип һораны өләсәһе иғтибарһыҙ ғына.
- Өләсәй, ул сир күренмәй килә тиҙәр, шул тиклем көслө ти, уға әле бер ниндәй ҙә дауа тапмағандар, - тип яуап бирҙе малай.
- Әстәғәфирулла, - тип аптыраны өләсәһе, - күренмәгәс ул сирҙе нисек белмәк кәрәк? "Ҡара бирес" икәнен нисек белгәндәр һуң? - тип һорап ҡуйҙы.
- Сирҙең иң көслөһө булғас, уны шулай тип атағандар инде, - тип яуап бирҙе малай.
- Оло йәштәгеләр менән алышҡа сыҡҡас, бик көслө түгелдер күрәһең, етмәһә, куренмәй ҙә йөрөгәс - тине өләсәһе.
- Дошмандың да дәрәжәһе була, ул асыҡ яуға күренеп килергә тейеш балам, күҙгә күренмәгән дошман бик ҡурҡаҡ һәм көсһеҙҙер ул, - тип ҡул һелтәне өләсәһе.
- Беҙҙең Урал батырыбыҙ ажғырып ыу сәсеп килгән дейеүҙәрҙәндә еңелмәгән. Ғөмүмән башҡорттар араһында дошманды ла, сирҙе лә еңгән батырҙар булған. Иң беренсе дошмандан ҡурмаҫҡа кәрәк. Салауат, Ҡаһым түрә, һыбайлы батырыбыҙ Муса Муртазин дошмандың ҡотон алып еңгән бит. Сирҙән дә, дошмандан да ҡурҡмаҫ кәрәк, шул ваҡытта был "Ҡара бирес", үҙе беҙҙән ҡасып китер, Аллаһ бойорһа, - тине өләсәһе.
- Һис ҡурҡып торма балам, беҙ ул сирҙе Раббыбыҙҙың ризалығы менән, изге доғалар менән еңербеҙ, сөнки мосолмандың ҡоралы доға, доға булған урынға һис бер сирҙә яҡын килә алмай. Белгән доғаларыңды ҡабатлап ҡына йөрө, - тип Айнурҙың башынан һыйпаны.
Малайға шул тиклем рәхәт, еңел булып китте. Өләсәһенән "Доға ҡылыу тәртибе" тигән китап алып, еңел аҙымдар менән ҡайтып китте.