Йәнйегет ауылынан фермер хужалығы башлығы Фаил Ҡоланбаевты бар ғүмерен тыуған төйәген үҫтереүгә арнаған, хаҡлы абруй яулаған ир-уҙамандарҙың береһе булараҡ беләләр.
Хеҙмәт юлын “Сибай” совхозында механизатор һәм водитель булып башлаған Фаил Исрафил улы үҙен тәүҙән үк тырыш, яуаплы хеҙмәткәр итеп таныта. Уның ойоштороу һәләтен күреп, бер аҙҙан малсылыҡ буйынса бригадир итеп үрләтәләр. Ошо йылдар эсендә ул тәжрибә туплай, тармаҡты алдынғылар рәтенә сығарыу өсөн бар көсөн һала. 2006 йылда тәжрибәле етәксе Йәнйегет бүлексәһенә идарасы итеп тәғәйенләнә. Был яуаплы вазифала ул һигеҙ йыл – хужалыҡ тарҡалғансы эшләй.
2014 йылда Фаил Исрафил улы үҙ эшен аса. Әйтергә кәрәк, уңған егет Йәнйегет бүлексәһенең бөтөнләй тарҡалыуына һәм таланыуына юл ҡуймай, уның базаһында малсылыҡ һәм үҫемлекселек тармаҡтары буйынса махсуслашҡан предприятие булдыра. Һәм шул ваҡыттан алып бөгөнгәсә фермер хужалығы уңышлы эшләй, мал үрсетә, 900 гектар майҙанда иген һәм мал аҙығы культуралары үҫтерә. Һыйыр малы 180 баш, йылҡы иһә 65 баш тәшкил итә.
Былтыр “Ф.И. Ҡоланбаев” КФХ-һы “Ғаилә фермаһы” федераль программаһында ҡатнашып, 6 млн 99 мең һумлыҡ грант яулауға иреште һәм шул дәүләт ярҙамына техника һәм мал һатып алды. Был, әлбиттә, хужалыҡты артабан үҫтереү мөмкинлеге бирәсәк. Шуныһы һөйөнөслө, фермерҙың улдары Алмас менән Илнар ҙа аталарының юлын һайланы. Улар ауылда төпләнеп, фермерлыҡ менән шөғөлләнә, Фаил Исрафил улының уң ҡулы булып тора. Алмас хатта үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын да асып ебәрҙе.
Ил терәге – ир-егет, ти халыҡ мәҡәле. Фаил Ҡоланбаев бөгөн ысын мәғәнәһендә Йәнйегет ауылының терәге булып тора, төрлө сараларҙы ойоштороуға үҙ өлөшөн индерә.
Ошондай уңған егеттәр арабыҙҙа күберәк булһын!
Белешмә өсөн:
Радий Хәбиров республика иҡтисадының нигеҙе булған агросәнәғәт комплексына ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Эш урындарын һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеп, ауыл хужалығы мөһим роль уйнай. Фермерҙарға барлыҡ райондарҙа индерелгән гранттар, субсидиялар һәм льготалар кеүек төрлө ярҙам саралары күрһәтелә. Төбәк һөҙөмтәлелекте һәм конкуренцияға һәләтлелекте күтәреү өсөн үҙ агросәнәғәт комплексын эҙмә-эҙлекле яңырта.