Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
11 Март , 12:24

Бәйге үтте

Түбәнге Иҙрис ауылында дин юлында булған егеттәр араһында Рамаҙан айына арнап, башҡорт тоҡомло аттар бәйгеһе үткәрҙеләр.

Бәйге үтте
Бәйге үтте

Түбәнге Иҙрис ауылында дин юлында булған егеттәр араһында Рамаҙан айына арнап, башҡорт тоҡомло аттар бәйгеһе үткәрҙеләр.
Бөтәһе 80-дән ашыу ат ҡатнашты. Был турала беҙгә @club136350387 (Ҡолсора , Иҙрис ауылдары мәҙәниәте) төркөмө хәбәр итте.
Улар
1. *Ике йәшлек Башҡорт тоҡомло аттар өсөн (1600м)*
2. *Ике йәшлек бөтә тоҡомло аттар өсөн (1600м)*
3. *Өс йәшлек башҡорт аттары өсөн (3000 м)*
4. *Ҡатнашҡанлы башҡорт тоҡомло аттар өсөн (5000м)*
5. *Өлкән башҡорт тоҡомло аттар өсөн (5000м)*
6. *«Бәйге» бөтә тоҡом аттар өсөн - (8000м)*
7. *Егелгән ауыл аттары (санала) - (6000 м).* бик көсөргәнешле ярыштар барҙы . Урындағы инициативаны яҡлау ППМИ ға ла арнап үткәрелде
Учалы ,Бөрйән ,күрше ауылдарҙан райондарҙан килделәр .
Иң беренсе тантананы "Зарифа"лар үҙҙәренең "Самауыр "бейеүе менән ҡаршы алһа ,ауыл хакимиәте башлығы сараның маҡсаты ,ППМИ тураһында ла әйтеп китте,әүҙем егеттәрҙе тәбрикләне ,киләсәктә лә ошондай ҙур саралар үткәрерҙәр тигән теләктә ҡалды .Ауыл советы депутаты , дини егет Йәннур Рәүил улы ат тотҡан кеше тураһында ,Башҡорт тоҡомло аттар,,Рамаҙан айы тураһында бик матур фәһемле нәсихәттәр тураһында һөйләне .
"Зарифалар" башҡорт аттары тураһында таҡмаҡтарын йырлап барыһына ла үҙҙәренең матур йырҙарын бүләк иттеләр . Ойоштороусы егеттәрҙең береһе Артур Мусинға һүҙ бирелде ,ул ат ярышы тураһында таныштырҙы Бәйгеләр башланып китте ,ҡарарға килгән кешенең һаны ла бик күп ине
Ошо байрамды ойоштороусы егеттәргә, спонсорҙарға, ярҙам итеүселәргә ,Илгиз Мөхәмәтшин ,Радмир Ирназаров , дин юлындағы егеттәргә барыһына ла Аллаһы Тәғәләнең сауаптарын насип итһен. Һатыу иткән Илсиә Саитоваға ,Юлиә Самарбаеваға, Сәриә Самарбаеваға , Гәлиә апай Ғоморҙаҡ ҡыҙына ,Әмин ауылынан килгән Гөбәйҙә еңгәй Закринаға һәм тәмле былау бешергән Йәннур Рәүил улына ҙур рәхмәттәр еткерәбеҙ. Халыҡ ат ярышын ҡарап ҡыуанды, ә гармунсылар гармун көйҙәрен яңғырап торҙо Салихов Мөбәрәк ағай менән Самат байрамды йәмләне Бүләктәрҙең елде булыуы ярышта ҡатнашыусыларҙы тағы ла дәртләндерҙе Ойоштороусылар үҙегеҙ ҙә ҡыуанып -шатланып йәшәгеҙ Ин шаа Аллаһ
#КульчуровоНижнеидрисовскийСК
#УфаМКРБ
#УфаРЦНТРБ
#Баймакскийрайон
#Рамаҙанайы
#БашҡортТоҡомлоАттар #Zaмир

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: