Манһырҙың яҙмышы уның йөрәгендә
Мөжәүир хәҙрәттең ейәнсәре ата нигеҙен ҡәҙерләп һаҡлай
Данлыҡлы Манһыр ауылы. Уны, тәү сиратта, билдәле дин әһеле Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдинов менән бәйләйҙәр. Ысынлап та, хәҙрәттең кешеләрҙе өшкөрөүе, имләүе, хатта күрәҙәлек ҡылыуының даны бөгөн дә йәшәй. Шуға күрә Манһырға илебеҙҙең төрлө тарафтарынан халыҡ ағыла. Хәҙрәттең көсө әле лә бар, әле лә ярҙам итә, тигән фекер йәшәй кешеләрҙә, мөғжизәһен татығандар ҙа бар.
Әммә бөгөн һүҙ ошо ерҙәрҙе ҡурсып, ауылды йәшәткән, уның йәне булған Заһита Варис ҡыҙы Сиражетдинова тураһында. Көслө рухлы, ҡырыҫ холоҡло, нимә уйлағанын күҙеңә бәреп әйткән, ғәҙел, шул уҡ ваҡытта йомшаҡ һәм изге күңелле Заһита апайҙы барыһы ла беләлер. Уның төпһөҙ күҙҙәренә баҡҡан һайын күҙ алдыма тал сыбығындай йәш кенә ҡыҙҙың ебәк сәстәрен елгә туҙыратып, эйәрһеҙ, иң ажар аттың ялына йәбешеп һыбай сапҡаны күҙ алдына килә. Был ысынлап шулай була. Атаһы Ғәбделварис Мөжәүир улы күрмәгән саҡта ғына була ул был хәл. Атаһы ниңәлер ҡыҙҙарын атҡа атландырғыһы килмәй. Бәлки, ҡатын-ҡыҙ затына был килешмәй, бәлки, уларҙың һаулыҡ-именлеге өсөн дә борсолғандыр. Әммә йөҙәрләгән аттар араһында йөрөп үҫкән Заһитаны туҡтатырлыҡ көс бармы инде? Шулай атаһы күрмәгәндә ул иң аҫау айғырҙы ла эйәрһеҙ-ниһеҙ атланып саба. “Аттар барыһын да аңлай. Унан аҡыллы хайуан бармы икән ул? Аттар халҡыбыҙға хужалыҡ эштәрендә алмаштырғыһыҙ ярҙамсы, шифалы һөтө, ҡымыҙы менән дауалаусы ла. Кәрәк саҡта батырҙарҙың яуҙашына әүерелгән, яралы хужаһын ташламай, уны һуғыш яланынан алып сыҡҡан. Һәр аттың үҙ холҡо бар. Уны бары тик аңларға ғына кәрәк...” Заһита апай аттар тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Бик ярата уларҙы. Аттары ла уны әллә ҡайҙан танып, һәр һүҙен-ымын аңлап ҡына тора.
Заһита апай бала сағын ҡәҙерләп хәтерләй. Йомшаҡ ҡаҙ үләне түшәлеп ятҡан урамда Хәйрикамал һәм Ғәбделварис Сиражетдиновтар ғаиләһендә дүрт бала аунап үҫә улар. “Ололар атайығыҙҙың уңған һәм ғәҙел кеше булыуын әле лә һағынып иҫкә ала. Ә ниндәй атай булды ул?”,-тип һорайым Заһита апайҙан. “Атайым бик уҫал, гел дөрөҫлөк яҡлы кеше булды. Атай булараҡ ул беҙгә ҡаты булды тип әйтә алмайым. Эшкә өйрәтте. Ул ялҡау, ваҡытын бушҡа уҙғарған кешеләрҙе бөтөнләй өнәмәне. Шуға күрә беҙ барыбыҙ ҙа һәр эште белеп, эшләп үҫтек. Ейән-ейәнсәрҙәрен, туғандарының балаларын да бәләкәстән эшкә өйрәтте. Бик хәстәрлекле атай булды. Беҙ Байышта мәктәптә уҡығанда бер көн үҙе килеп китә, икенсе көн әсәйҙе ебәрә, өсөнсө көн икәүләп киләләр. Мейестә бешереп, сөгөнгә һалып беҙгә ҡайнар аштарын алып килеп еткерерҙәр ине. Ә бит Байышта өләсәйебеҙ бар ине беҙҙе ҡарарға, әммә атайыбыҙ шулай булды. Ул һәр саҡ беҙҙе хәстәрләне. Был донъянан киткәнсе шундай атай булды. Беҙгә ныҡлы терәк-таяныс, һаҡлаусы, кәрәк саҡта яҡлаусы ла ине ул. Беҙгә ҡарата һөйөүен шундай тәрән хәстәрлеге менән күрһәтте”,-тип хәтирәләргә бирелде Заһита апай.
Атаһы үҙе дүрт класс белем менән тороп ҡалғас, балаларын уҡытҡыһы килә. Әйткәндәй, улар ер һөрөп, башҡа эштәр башҡарғанда бәләкәй Ғәбделварисҡа атаһы – Мөжәүир хәҙрәт, ғәрәп телен өйрәтә. Урыҫтар араһында йөрөп, уларҙың теленә лә өйрәнә. Әлбиттә, Ғәбделварис олатай мәрхүмгә “мулла балаһы” тип күп ғәҙелһеҙлектәр кисерергә тура килә. Әммә ул бер ваҡытта ла үҙен йәберләтеүгә юл ҡуймай. Үтә ныҡ, көслө рухлы кеше булараҡ үҙен кәмһетергә маташыусыларҙың алдына барып баҫа һәм нимә уйлағанын күҙҙәренә ҡарап әйтә. Ә ошаҡсылар, бахыр һәм мәхлүк йәндәр булараҡ, аҫтыртын эш итә – аноним хаттар, төрлө доностар яҙа. Әммә Ғәбделварис олатай бер ҡасан да бер кем алдында ла баш эймәй һәм балаларын да шулай тәрбиәләй. Уҡытыусы булырға хыялланған Заһита апай ҙа Сибай педагогия училищеһына, артабан Магнитогорск институтына уҡырға инә. Ата-әсәһен ҡыуандырырға теләгән дүрт баланың барыһы ла мәктәптә лә, артабан уҡыу йорттарында ла тик яҡшы билдәләргә уҡып, юғары белем ала. Совет заманында әҙәм балаһының мейеһенә “Хоҙай юҡ! Был бары әкиәт кенә” тип һеңдерелә, ә дини кешеләрҙе эҙәрлекләү үк булмаһа ла, уларҙы ситкә тибеү, хатта мыҫҡыл итеү ғәҙәти хәл булған. Заһита апайға ла “мулла балаһы”, Мөжәүир хәҙрәт тоҡомо булыуы сәбәпле, күңелһеҙлектәр кисерергә тура килә. Әммә ғәҙел йәнле атаһы бинахаҡҡа рәнйетелгән ҡыҙының проблемаһын биш минут эсендә хәл итә, балаһына һүҙ ташлағандарҙы урынына ҡуя. Студент йылдарын һағынып иҫкә ала Заһита апай. Моңло тауышлы ҡыҙ кисәләрҙә йөрәктәргә үтеп инерлек итеп йырлай, бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә, бик матур бейей, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Янып торған ҡыҙ барыһына ла өлгөрә. Ә йәй етеү менән улар атаһына ярҙам итә. Варис ағай “Йылайыр” совхозының биш йөҙҙән ашыу йылҡыһын ҡарай. Заһита апай ҙа уның янында йөрөп аттарҙың телен белергә өйрәнә. Совхозда бейә һауыу эшендә ул алдынғылыҡты бирмәй. Шуға күрә ул илебеҙҙең ҙур ҡалаларын ғына түгел, ә Венгрия, Румыния илдәрен дә барып күрә. Заһита апайҙың тырыш хеҙмәтен таныу һәм шуның өсөн бүләкләү була был.
Училищены тамамлаған ҡыҙ ошо уҡыу йортонда, артабан да Алтын ҡасабаһында эшләй. Эшен яратып, төрлө яңылыҡтарға, асыштарға ынтылып хеҙмәт итә ул. Тик әсәһе ауырып киткәс, Заһита апай Манһыр ауылына әйләнеп ҡайта. Бында ул атаһының ныҡлы ярҙамсыһына әүерелә. Варис ағай ҡыҙына йылҡысылыҡтың да, ауыл хужалығы тормошоноң да бар нескәлектәрен, серҙәрен өйрәтә. Шуға күрә совхоз етәкселеге “Заһита алырмы икән йылҡыны?”-тип һорағас, ҡыҙы урынына Ғәбделварис олатай: “Әлбиттә, ала. Мин уны бер йыл өйрәттем”,-тип яуап бирә. Заһита апай аттарҙың нисек баҫып тороуынан уларҙың хәлен аңлаған ағайҙар ҡалһа ғына, эшләйәсәген белдерә. “Атайымдың етәкселәр, халыҡ араһында яулаған абруйы миңә ныҡ ярҙам итте. Кешеләр мине лә тыңланы һәм ярҙам итте”,-ти Заһита апай.
Атаһы мәрхүм булғас, Заһита Ғәбделварис ҡыҙы хужалыҡтарын тулыһынса үҙ иңенә ала. Ишле ғаиләнең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре, туғандары, яҡындары ҡайтып йөрөһөн өсөн атай нигеҙен дә ныҡлап һаҡлай. Әсәһен балалай тәрбиәләй. Мөжәүир хәҙрәтте һуңғы көнөнә тиклем тәрбиәләгән, уның күҙҙәрен йомдорған Хәйрикамал инәйҙе күптәр күргеһе килә, әммә Заһита апай әйтеүенсә, инәйҙең үҙенең бер кемде лә күргеһе килмәй. Туҡһан йәште үткән инәйҙең һаулығы ла самалы, шуға күрә балалары уны борсоуҙарын, күңелен уйнатыуҙарын да теләмәй. Сиражетдиновтар үҙҙәре лә ишле, күп. Шуға күрә инәйгә аралашырға туғандары ла күп килә.
“Заһита апай, Мөжәүир хәҙрәт тураһында күп яҙалар. Һеҙҙән – ейән-ейәнсәрҙәренән мәғлүмәт алған кешеләр булдымы? Ғөмүмән, ҡартатайығыҙ тураһындағы китап-яҙмаларҙы уҡыйһығыҙмы? Уларға ҡарашығыҙ ниндәй”-тип һорайым. “Беҙҙән мәғлүмәт алған кеше булманы. Ундай яҙмаларҙы уҡығаным булманы, уҡығым да килмәй. Ҡартатай тураһында барыһын да белгән әсәйем бар. Нимәләр ҡыҙыҡһындыра, унан һорайым. Яҙыусыларға килгәндә, яҙалар инде улар бер һүҙҙе унға төрләндереп яҙа белә”,-тип йылмая Заһита апай.
Заһита Ғәбделварис ҡыҙының ныҡлы хужалығына күҙ һалам. Тракторы, ауыл хужалығында кәрәкле башҡа техникаһы ла бар. Әлеге ваҡытта ҡыҙып бесән эшләгән мәлдәре. “Быйыл төк итеп һалып йөрөйбөҙ әле бесәнде. Был йәһәттән миңә ярҙам иткән туғандарыма рәхмәт. Радик улым барыһын да йыйып алып килә. Ғөмүмән, улар йыл әйләнәһенә ярҙам итә миңә, имен-һау ғына йөрөһөндәр”,-ти Заһита Ғәбделварис ҡыҙы.
Өй янында күпләп ҡош-ҡорт йөрөй, һыйыр малы ла ишле. Бейәләрҙе һауырға, ҡымыҙ бешергә лә өлгөрә ул. Ә Манһыр ҡымыҙы бик үтемле, уны баймаҡтар ғына түгел, ситтән килгәндәр яратып һатып ала. Ысынлап та бындағы эсемлек шифалы булыуы менән айырыла. Һәр ҡатын-ҡыҙың яратҡан шөғөлө була. Заһита апайҙың да бар. Ул - сәскәләр үҫтереү һәм сигеү. Заһита апайҙың йорт тирәһе генә түгел, ә мәсет яны ла гөл-сәскәгә күмелгән. “Ҡайҙа буш ер бар, шунда сәскә ултыртам. Бер көн апайым сәскәләремде “помидорҙы баҫҡан” тип йолҡоп ташлаған. Миңә ҡалһа, сәскәләр урынына, помидорҙы өҙөп ырғытыр инем”,-тип көлә Заһита апай.
Ә сигеү эштәренә килгәндә. Уларға шундай йылы хистәр һәм тылсым һалынған! Күбеһендә, әлбиттә, аттар һәм сәстәре елгә туҙғыған ебәк сәсле, Заһита апайҙың йәш сағын хәтерләткән, йәш ҡыҙ. Тыуған ауылы ла, тәбиғәте лә, мәсет тә сағыу ептәр менән шул тиклем матур итеп нағышланып сигелгән. Заһита апай ҡул эштәрен Байыш клубына ла күргәҙмә өсөн биреп ебәргән. Ҡара яҙҙан ҡар яуғанға тиклем хужалыҡ эштәренән бушамаған Заһита Ғәбделварис ҡыҙы сигеү эштәренә ҡышҡы оҙон төндәрҙә тотона. “Әсәйем “посевҡа тиклем бөтәһеңме?” тип һорап, йылмайып ҡуя. Ул да минең ҡыш көндәрендә генә яратҡан шөғөлөмә тотона алғанымды белә. Телевизорҙан мин тик яңылыҡтар ҡарайым. Кинолар ҡыҙыҡ түгел, нимә менән башланып, нимә менән бөтәсәген алдан белеп ултыраһың хәҙер. Ҡышҡыһын тыныс, рәхәт, кешеләр ҙә йөрөмәй”,-тип асыла төшә Заһита апай.
“Төрлө ерҙән Мөжәүир хәҙрәттең ҡәберенә килгән кешеләргә ҡарашығыҙ ниндәй?”- тип һорайым. “Бушты-бушҡа ауҙарып, ҡыҙыҡ өсөн йөрөгәндәрҙе аңламайым. Ә бына ауыр хәлдәге, ахыр сиккә еткәндәрҙе, бигерәк ауырыу балаларҙы алып килгәндәрҙе аңлайым, ҡабул итәм. Ҡартатайҙың йортона ла инергә, урындығына ултыртырға рөхсәт итәм. Кешенең һуңғы ышанысы бит. Зыярат ҡылыуға килгәндә, Мөжәүир ҡартатайым үлер алдынан атайыма: “Мине алып ерләйһең һәм бер йылға ҡәберемде онотаһың. Йыш килмә – йылына бер мәртәбә. Аяттарыңды бағышлап йөрөһәң, шул етә”,-тигән. Шуға күрә атайым зыярат янынан үтеп барғанда, яңғыҙы ла, кешеләр булһа ла, ҡысҡырып доға уҡып үтеп китер ине”,-тине Заһита апай.
“Һеҙҙең донъяларын туҙыратмай, матур итеп алып барыуығыҙға ҡартатайығыҙҙың да, атайығыҙҙың да рухы һөйөнәлер?”-тип ҡуям. “Белмәйем. Ҡайһы саҡта “кеше йыйып ятаһың” тип асыуланаларҙыр тип ҡурҡып китәм”,-тине Заһита апай.
Заһита Варис ҡыҙының туғандары: “Беҙ уны “биш йәнле Заһита” тип йөрөтәбеҙ. Нисек барыһына ла өлгөрә ул? Хайран ҡалырлыҡ бит! Ошонда тәгәрәп йөрөп үҫкән балаларыбыҙға хеҙмәт тәрбиәһе биреп, эшкә өйрәтә һәм барыһына ла ярҙам итә”,-тип һоҡланыуын белдерә.
Ә Манһырға кешеләр ысын ла бик күп килә. Заһита Варис ҡыҙы менән һөйләшеп ултырғанда ғына Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килеп төштөләр. Унан алда килгәндә Татарстан, Ырымбурҙан автобустар менән килгәндәр ине.
Көмөш балыҡтары ҡояш нурҙарында ялт-йолт итеп уйнаған Урғаҙа йылғаһы буйында урынлашҡан Манһыр күңелгә ғәжәйеп бер тыныслыҡ бирә. Ошо хозурлыҡ һағында булған Заһита апайҙың һиңә ҡул болғап сәләмләүе, ҡайһы саҡта баш ҡағып ҡына үтеп китеүе йәки бөтөнләй өндәшмәй ҡалыуы ла – Манһырҙың айырылғыһыҙ гүзәл өлөшө. Сөнки данлыҡлы ҡартатаһының, тура һүҙле атаһының иң көслө сифаттарын үҙенә туплаған Заһита апайҙың нескә иңдәренә, ирмен тип һаналған кешеләрҙең дә көсө етмәҫлек яуаплы йөк һалынған. Ҡасандыр ул тыуған ауылының, ырыу-нәҫеленең яҙмышын атаһының ҡулдарынан үҙенә алған. Һәм барыһын да ғәжәйеп бер көс менән алып барған ғорур, тәрән аҡыллы һәм көслө рухлы кеше ул, Заһита апай. Сиражетдиновтарҙың Манһыр ауылындағы йортонда бер ҡасан да уттың һүнмәүен, балҡып яныуын теләйек.
Гүзәл Иҫәнгилдина.