Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
8 Август 2023, 14:40

"Йәштәр йыйыны"на рәхим итегеҙ!

Тиҙҙән! Башҡортостандың төп йәштәр форумы – Волга буйы федераль округының «Йәштәр йыйыны-2023» IV Йәштәр форумы була.Тәбиғәткә йыйынабыҙ - дүртенсе Йыйын Бөрйән районында палаткалы лагерь форматында үтәсәк. Үткәреү датаһы: 22 - 25 август.Форум Башҡортостан һәм Волга буйы федераль округы төбәктәре йәштәрен, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм Ҡазанда уҡыған Башҡортостан йәштәрен, шулай уҡ йәштәр сәйәсәте органдары һәм учреждениелары вәкилдәрен берләштерәсәк. Эш түбәндәге йүнәлештәр буйынса алып барыла:

"Йәштәр йыйыны"на рәхим итегеҙ!
"Йәштәр йыйыны"на рәхим итегеҙ!

Тиҙҙән! Башҡортостандың төп йәштәр форумы – Волга буйы федераль округының «Йәштәр йыйыны-2023» IV Йәштәр форумы була.

⛺Тәбиғәткә йыйынабыҙ - дүртенсе Йыйын Бөрйән районында палаткалы лагерь форматында үтәсәк. Үткәреү датаһы: 22 - 25 август.

Форум Башҡортостан һәм Волга буйы федераль округы төбәктәре йәштәрен, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм Ҡазанда уҡыған Башҡортостан йәштәрен, шулай уҡ йәштәр сәйәсәте органдары һәм учреждениелары вәкилдәрен берләштерәсәк. Эш түбәндәге йүнәлештәр буйынса алып барыла:

✔ “Мәктәп үҙидараһы” — “Беренселәр хәрәкәте"нең Башҡортостан Республикаһындағы бүлексәһе вәкилдәре өсөн

✔ “Студент үҙидараһы. Юғары уҡыу йорттары” - студенттарҙың үҙидараһын үҫтереү өсөн яуаплы кешеләр, студенттарҙың үҙидара органдары вәкилдәре өсөн

✔ “Студент үҙидараһы. Урта һөнәри белем биреү” - студенттарҙың үҙидара органдары вәкилдәре, студент ойошмалары лидерҙары өсөн

✔ “Медиатрендтар” - медиасфера вәкилдәре, студенттар медиаһы һәм йәштәр ойошмалары өсөн

✔ "Ауыл йәштәре" - агросәнәғәт комплексының йәш вәкилдәре, ауыл йәштәре өсөн

✔ “Йәштәр сәйәсәте кадрҙары” — йәштәр сәйәсәте органдары һәм учреждениелары етәкселәре һәм белгестәре, йәштәр ойошмалары лидерҙары өсөн

✔ Студенттарҙың беренсе республика туристик слеты - студенттарҙың туристик берләшмәләре вәкилдәре өсөн.

✔ Эшләүсе йәштәрҙең «Бейеклектә» республика ижади фестивале — эшләүсе йәштәр, ижади йәштәр вәкилдәре, Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы һәм Өфө Эшсе йәштәр советы ағзалары өсөн.

✔ "Атайсал" - Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм Ҡазанда уҡыған, Башҡортостан Республикаһынан сыҡҡан йәштәрҙең яҡташтар активистары өсөн.

Шулай уҡ форум сиктәрендә йәштәрҙең башланғыстарына грант ярҙамы нигеҙендә йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы, «Объектив» ҡыҫҡа метражлы йәштәр киноһы фестивале һәм «Этника» йәш дизайнерҙар конкурсы үтәсәк.

⚡11 авгусҡа тиклем теркәлергә өлгөрөгөҙ: https://vk.cc/cpwpt8

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: