Изгелек ҡосағына ал!
Биләмә башлығы акциябыҙға ҡушылып, бүләктәрен тапшырҙы
“Һаҡмар” гәзите “Атайсал” проектына һәм Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылына ярашлы үҙ проекттарын дауам итә. Был юлы бар мәрхәмәтле кешеләрҙе беҙҙең “Ололарға ярҙам ит!” акцияһына ҡушылырға өндәгәйнек.
Унда ҡатнашыу өсөн артыҡ аҡса ла кәрәкмәй, бары йөрәгегеҙҙәге мәрхәмәтлек тойғоларын уятыу мөһим. Түбә, Аҡморон ауылдарында урынлашҡан ҡарттар йорттарындағы өлкәндәрҙең хәлен белешеү, уларға сәй эсергә тәмлекәстәр алып барыу, уларҙың ихтыяжынан сығып ярҙам итергә була. Мәҫәлән, төрлө китаптар, шахмат, шашка кеүек өҫтәл уйындары алып барырға мөмкин. Гәзит-журналдарға подписка бүләк итәйек.
Әйҙәгеҙ, яңғыҙ йәшәгән өлкәндәргә лә иғтибарлы булайыҡ, уларҙың янына инеп сығайыҡ, хәлдәрен белешеп, кәрәкле ярҙам күрһәтәйек. Әгәр магазинда һәр тинен һанап торған оло кешене күрһәгеҙ, уны урап үтмәгеҙ, уға кәнфит, йә тәмле печенье өҫтәп ебәрегеҙ.
Ошо көндәрҙә “Ололарға ярҙам ит!” акцияһына Ишмөхәмәт ауылы биләмәһе башлығы Илнур Ишмөхәмәтов ҡушылды. “Барыһы ла уйламағанда килеп сыҡты. Район дауаханаһында бер ағай менән бергә ятҡайныҡ. Ҡарттар йортонда йәшәгән Алмас ағайҙың яҙмышы уйҙарға һалды. Был ағайҙың тормошона бер аҙ яҡтылыҡ өҫтәге килде”,-тине Илнур Мансур улы.
Алмас Ибраһимовҡа алған бүләктәрен дауаханала тапшырып өлгөрмәй ул. Шуға күрә беҙ Илнур Мансур улы менән бергә Түбә ҡарттар йортона юл алдыҡ. Бында Илнур Мансур улы Алмас ағай Ибраһимов менән осрашты, уның хәл-әхүәлен һорашты һәм бүләктәрен тапшырҙы. Хушлашҡанда Илнур Мансур улы Учалы тарафтарынан килеп беҙҙең ҡарттар йортонда йәшәгән Алмас ағайға үҙенең телефон һандарын яҙып бирҙе. “Ниндәйҙер һорауығыҙ тыуһа, шылтыратығыҙ, хәлемдән килгән тиклем ярҙам итермен”,-тигән һүҙҙәре Алмас ағайҙың ғына түгел, минең күңелдә лә яҡтылыҡ буранын уйнатты.
Кешеләргә, бигерәк тә өлкәндәргә ярҙам итеү күңелегеҙҙе үҫтереп кенә ебәрер, ололарҙың рәхмәтле йылмайыуы һеҙҙе лә яҡтылыҡҡа сорнар. Акциябыҙға ҡушылығыҙ, дуҫтар!
Башҡарған эштәрегеҙ тураһында мотлаҡ беҙгә яҙып ебәрегеҙ. Уларҙы гәзит биттәрендә, беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрҙә башҡалар ҙа уҡып, акциябыҙға ҡушылыр һәм изгелек ҡулы бар өлкәндәрҙе үҙ ҡосағына алыр.
Гүзәл Иҫәнгилдина.