Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
1 Июль 2023, 14:20

Түңгәүер ырыуы йыйыны дауам итә

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

 Бөгөн Ирәндек буйы ырыуҙаштарын йыйҙы. Бында түңгәүер ырыуының йыйыны дауам итә. Ишбирҙе, Әбделкәрим, Ишмөхәмәт ауыл биләмәләре, Хәйбулла һәм Йылайыр райондары башҡорт рухында һуғарылған тирмә ҡуйған. Улар мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡабул итеп, йыр-моңдар яңғыратты. Халыҡ кәсептәре күрһәтелде. Оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең эштәрен тәҡдим итте. Сағыу биҙәкле балаҫтар, кейеҙҙән тегелгән түбәтәйҙәр, биҙәүестәр - һәр ваҡыттағыса күҙҙең яуын алырлыҡ ине. Ә инде милли ризыҡтарҙың ниндәйе генә юҡ! Янғаҙылар кәзә һауып, ҡымыҙ беште. Хәйбуллалар бал ҡорто, төрлө тәмле ҡорот тәҡдим итһә, йылайырҙар һуғылған балаҫтары менән айырылып торҙо. 

Түңгәүер ырыуы йыйыны дауам итә
Түңгәүер ырыуы йыйыны дауам итә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: