Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
27 Июнь 2023, 09:15

Ҡуңғырат! Ҡуңғырат! Ҡуңғырат!

30 июндә һәм 1 июлдә Баймаҡ районында Республика кимәлендә Түңгәүер ырыуының бишенсе йыйыны үтәсәк...Тулыраҡ программа сайтта.

Ҡуңғырат! Ҡуңғырат! Ҡуңғырат!

30 июндә һәм 1 июлдә Баймаҡ районында Республика кимәлендә Түңгәүер ырыуының бишенсе йыйыны үтәсәк.
30 июндә делегаттарҙы Әбделкәрим, Ишбирҙе, Ишмөхәмәт ауыл биләмәләрендә ҡаршылап ауылдың тарихы, социаль объекттары менән таныштырыу һәм
ауыл клубтарында мәҙәни саралар үткәреү ҡаралған.
30 июндә 15.00 сәғәттә Баймаҡ ҡалаһың халыҡ ижады үҙәгендә Түңгәүер ырыуының тарихына арналған фәнни-практик конференция үтәсәк.

1 июлдә Граф күле буйында Түңгәүерҙәрҙең Һабантуйы үтәсәк. Төрлө милли уйындар, көрәш һәм спорт уйындары ойоштороласаҡ. Ә байрам концертында
Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Бөрйән, райондарының һәм Сибай ҡалаһының үҙешмәкәр коллективтарының сығышы буласаҡ.

Ҡуңғырат! Ҡуңғырат! Ҡуңғырат!
Ҡуңғырат! Ҡуңғырат! Ҡуңғырат!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: