Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
19 Июнь 2023, 10:34

Икенсе Этҡолда Шәжәрә байрамы үтте

Кисә Икенсе Этҡол ауылында Әминевтар ҙур йыйын йыйҙы – бында Шәжәрә байрамы үтте. Ямғыр яуыу сәбәпле, сараның рәсми өлөшө Икенсе Этҡол ауыл мәҙәниәт йортонда ойошторолдо, һуңынан ул ауыл мәсетендә дауам итте.  

Икенсе Этҡолда Шәжәрә байрамы үтте
Икенсе Этҡолда Шәжәрә байрамы үтте

Кисә Икенсе Этҡол ауылында Әминевтар ҙур йыйын йыйҙы – бында Шәжәрә байрамы үтте. Ямғыр яуыу сәбәпле, сараның рәсми өлөшө Икенсе Этҡол ауыл мәҙәниәт йортонда ойошторолдо, һуңынан ул ауыл мәсетендә дауам итте.

Тирә-яҡта билдәле булған Мөхәмәтьәмин указлы мулланан (1789-1858 йылдар) таралған Хажмөхәмәт (ул да указлы мулла), Шәрәфетдин, Һибәтулла, Бирғәле, Мөбәрәк, Харис, Минһаж, Сәйетғәле, Мәхмүт, Абдулла, Әбделғәни, Ғарифулла, Зәйнулла һәм башҡа уҙамандар нәҫеле бөгөн республикабыҙҙың һәм илдең төрлө төбәктәрендә йәшәй, улар араһында исемдәре киң билдәле шәхестәр байтаҡ.

Уларҙан таралып киткән Әминевтар, Исҡужиндар, Шәрәфетдиновтар, Мазһаровтар, Байсуриндар, Ишбирҙиндар, Рахманғоловтар, Әмировтар, Ғатауллиндар һәм башҡа ғаиләләр сәхнәгә күтәрелеп, үҙҙәренең нәҫел-нәсәбен барланы, туғанлыҡ ептәрен асыҡланы.

Сараны ойоштороуға Баймаҡтан хеҙмәт ветераны Әбдрәхим Исҡужин, Байым ауылы старостаһы Нурғәле Рахманғолов, Байым ауылының мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүр Байсурин күп көс һалды. Уларға район хакимиәте башлығы Фәнис Әминевтың һәм Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ришат Ишембәтовтың Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Шәжәрә байрамынан репортажды гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ.

Азамат Мөхәмәтшин.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: