“Башҡорт аты” фестивале 11-13 августа үтәсәк
Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев Баймаҡта “Башҡорт аты” фестиваленә әҙерлек буйынса ойоштороу комитетының ултырышын үткәрҙе. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы, Мәҙәниәт, Спорт һәм туризм министрлыҡтары вәкилдәре, Баймаҡ районы хакимиәте, төрлө хеҙмәттәр етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашты.
-Былтыр Баймаҡ ерендә “Башҡорт аты” фестивале тәүләп ойошторолдо һәм ул үҙ маҡсатына иреште, - тип билдәләне кәңәшмәлә Урал Таһир улы. -Башҡорт атын һаҡлау һәм үҫтереүҙе төп бурыс итеп ҡуйған был сараның әһәмиәте бик ҙур, ул бер үк ваҡытта халыҡ кәсептәрен тергеҙеү, милли мәҙәниәтте һәм уйындарыбыҙҙы тергеҙеүҙе лә үҙ эсенә ала.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров фестивалде ойоштороуға ҙур иғтибар бүлә һәм быйыл уны былтырғыға ҡарағанда ла яҡшыраҡ үткәрергә тейешбеҙ. Мөһим сараға бик етди әҙерләнергә бурыслыбыҙ, уның өсөн яуаплы ведомстволар иңдәренә оло яуаплылыҡ ала.
“Башҡорт аты” фестивале 11-13 августа Баймаҡ районының Граф күле янындағы һабантуй майҙанында үтәсәк.
Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев сараға етди әҙерлек алып барылыуын билдәләп, “Башҡорт аты”н быйыл да юғары кимәлдә үткәреү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уның урынбаҫарҙары сараға әҙерлек мәсьәләләре тураһында һөйләне.