Темәс ауылынан Бәҙиға Насибулла ҡыҙы Арсланова ошо көндәрҙә иң яҡын кешеләре араһында күркәм юбилейын–95 йәшен билдәләне.
Бәҙиға Арсланова сығышы менән Билал ауылынан. Атаһы колхоз рәйесе булып эшләгән. Йәшләй генә әсәйһеҙ ҡалып, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татырға тура килә Бәҙиғаға. Оҙаҡламай яҙмышын Еңеү яулаусылар рәтендә булып, һуғыштан ҡайтҡан фронтовик Миңдеғол Арсланов менән бәйләй. 1947 йылдың 3 апреленән алып улар ҡуштүбәлә донъя көтә. Алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр, һәр береһенә белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар. Балаларының барыһы ла ҡуштүбәлә тыуып үҫә. ҡалған ғаиләләр яйлап өлкәндәргә – эш, балаларына уҡыр өсөн мәктәп булған урынға күсеп бөтһә лә, Арслановтарҙың тыуған төйәген ташлап киткеһе килмәй. Шулай ҙа 1978 йылда ғына Темәскә яңы йорт һалып, шунда күсенәләр. Әммә ҡуштүбәне бөтөнләй онотоп, ташлап ҡуймайҙар. Яҙ етһә, тағы ла эреле-ваҡлы мал-тыуары менән ҡуштүбәгә китәләр ҙә, ҡалын ҡар яуғансы шунда булалар. Бер йылда аласыҡ менән мунса янып китеп, юҡҡа сыҡҡас, һәр эшкә бөтмөр Бәҙиға аптырап: “Хәҙер ни эшләйбеҙ инде?” – тип ҡарап тормай, ситән ҡоймаға балсыҡ иҙеп тултырып, эсенә мейес сығарып, яңынан мунса эшләп ҡуя. Йәйге осорҙа ҡуштүбәлә кеше күп була. Темәстән дә, Түбәнә дә, Баймаҡтан да, Сибайҙан да киләләр. Кемдәрҙер емеш-еләк йыйырға, кемдәрҙер бесән сабырға, кемдәрҙер ял итергә, кемдәрҙер зыяратҡа барып, әруахтарға аят уҡырға... Уларҙың күптәре ҡуштүбәгә йәм-йән биреп ултырған берҙән-бер йортҡа һуғылып китә, сәй эсәләр. Самауыр көнө буйы хутта була, уға ял юҡ, ике самауыр алмаш-тилмәш ҡайнап сығып тора, өҫтәлгә менә бара. Сәй генә түгел әле: унда уңған хужабикәнең сейә япрағы һалып эшләгән ҡымыҙы ла була. Ул ҡымыҙҙың тәмлелеге!.. Һарыҡ йә кәзә итенән тулы табаҡ та табын түрендә булды. Тормош юлдашы Миңдеғол Арсланов – Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт атлы дивизияһы составында дошмандарға ҡаршы батырҙарса һуғышып, еңеүгә тос өлөш индереп, бик күп орден-миҙалдар менән бүләкләнгән яугир-һалдат. Тыныс тормошта ул тәбиғәт һаҡсыһы булды, урман үҫтерҙе. Әйтеүҙәренсә, ағас, урман яҙмышы хаҡында ул һис ялҡмай, тыңлаусыларҙы ла ялҡытмай, мауыҡтырғыс итеп, сәғәттәр буйы һөйләй алған. Ул шулай уҡ динебеҙҙе бик ихтирам итте, намаҙ уҡыны, ураҙа тотто. Бәҙиға Насибулла ҡыҙы ла намаҙ уҡый, ураҙаларын ҡалдырмай. Әле өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, дини ғәмәлдәрҙе башҡарып йәшәй, зиһене асыҡ, хәтере лә шәп. Бала саҡта күргән-кисергән ауырлыҡтарҙы ла яҡшы иҫләй. Үҫмер сағынан колхозға эшкә сыға, йәй көндәрендә ҡул салғыһы менән бесән сабырға, күбә күбәләргә, ашнаҡсы булырға ла, артабан клуб мөдире лә булып эшләргә тура килә уға. Һуғыш йылдарында фронтҡа ебәреү өсөн өс бармаҡлы бирсәткәләр, йөн ойоҡтар бәйләй торғайныҡ, тип хәтерләй.
Бәҙиға Арсланова – тыл һәм хеҙмәт ветераны. Ул – ауыр һуғыш юлы үткән кисәге һалдаттың тоғро ҡатыны. Тормош һынауҙарын үҙ иңдәрендә үткәргән сабыр ҡатын. Сирек быуат самаһы ҡәйнәһе менән бер йортта килешеп, уны хөрмәт итеп йәшәгән килен дә. Йәш сағынан бик уңған, донъя көтөүгә лә бөтмөр була ул. Һыйырҙарын һауып, ағын да эш итә һала. ҡышҡылыҡҡа тоҡ-тоҡ кипкән ҡорот, тоҙланған аҡ май, сейәле май, әллә нисәмә төрлө ҡаҡ һәм башҡа ризыҡтар әҙерләнә. Кәзәләренең дебеттәре ҡалҡыу менән, уны тарай һалып, шәл бәйләй, түбәнерәк сортлылары ойоҡ-бейәләй бәйләүгә бүленә. Артҡан дебетте, бәйләм шәлдәрҙе Магнит баҙарына алып барып һатып, өй кәрәк-яраҡтары, балаларына кейем-һалым ала. Хатта шул Магнит тиклем ерҙән теген машинкаһын да күтәреп ҡайта. Ул ваҡытта хәҙерге шикелле геүләп транспорт йөрөп тормай, ат осрап, хужаһы арбаһына ултыртып алһа, мең рәхмәт булыр ине... Ә машинка уның уң ҡулына әйләнә: балаларға күлдәк, кейем-һалым, хатта өҫ кейемдәрен дә тегеп кейҙерә ул. Яҫтыҡ, юрған тыштары тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Һәр ваҡыт күпләп ҡош-ҡорт үҫтереп, ҡаҙ мамығынан ҡабарып торған ҙур-ҙур яҫтыҡтар эшләй. Эйәле-башлы булған балаларына ла, ейән-ейәнсәрҙәренә лә был яҫтыҡтарҙан, әлбиттә, өлөш сығып тора. Барҙың бары тейә, тиҙәр бит халыҡта. ҡулдарына күҙ теймәһен, һау-сәләмәт булһын үҙе лә. Үкенескә ҡаршы, бала ҡайғыһын да күрергә тура килә уларға. Фәриҙә ҡыҙҙары 36 йәшендә генә, ике балаһын ҡалдырып, ҡаты ауырыуҙан мәрхүмә булды. Балалары олатаһы һәм өләсәһе тәрбиәһендә үҫте, икеһенә лә юғары белем алырға ярҙам иттеләр. Хәҙерге көндә улар һәр береһе үҙ ғаиләһен булдырып, балалар үҫтерә.
Ололар икеһе лә оҙон ғүмерле, яҡты яҙмышлы булып, саҡырған ергә барып, кешеләр менән ҡатнашып, аралашып йәшәне. Тик шулай ҙа берәү ҙә мәңгелек түгел. Миңдеғол олатай, бер аҙ ауырып, 2008 йылда 89-сы йәше менән барғанда баҡыйлыҡҡа күсте. 2021 йылда замандың ҡәһәрле сире – ковид иң оло ҡыҙы Суфияны ла һис уйламағанда алып китеп барҙы. Шулай ҙа Бәҙиға инәй ҡайғыларҙан һынып төшмәҫкә үҙендә көс тапты, бирешмәне, күңел тетрәнеүҙәрен иҫән булған балалары, туғандары таянысында еңеп сыға алды.
Районыбыҙҙа оҙон ғүмерле ололарыбыҙҙың арта барыуы – шатлыҡлы күренеш. Улар бит илебеҙ, халҡыбыҙ тарихын яҙыуға тос өлөш индергән кешеләр.
Тыл һәм хеҙмәт ветераны, ауыр һуғыш юлы үткән батыр яугирҙең тоғро ҡатыны Бәҙиға Насибулла ҡыҙы 95 йәшлек юбилейы уңайынан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың һәм район хакимиәте башлығы Фәнис Әминевтың ҡотлау хаттарын, бүләктәрен алып ҡыуанды.
“Донъяла тыныслыҡ булһын. Илебеҙҙе һаҡлап яуҙа йөрөгән егеттәребеҙ тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтһындар!” – тип теләй Бәҙиға инәй.
Көнһылыу ӘХМӘТОВА,
район ветерандар советы рәйесе.