Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
24 Апрель 2023, 10:56

Ауылдаштарын һөйөндөргән

Түбәнге Яйыҡбай ауылы мәсетендә шатлыҡлы ваҡиға булды. "Атайсал" проекты сиктәрендә ошо ауыл кешеһе Рафаэль Ибраһим улы Исмәғилев ауылдаштарын изге Ураҙа Ғәйете менән тәбрикләп, мәсеткә көслө тауышлы аппаратура бүләк итте.  

Бүләкте имам Рәмил Сәфәрғәле улы Хәсәнов ҡабул итеп алды, тапшырыу тантанаһында шулай уҡ ауыл старостаһы Рәил Сәфәрғәле улы Хәсәнов та ҡатнашты. Бүләкте ҡабул итеп алғас, Рәмил Сәфәрғәле улы доға ҡылды. Рафаэль Ибраһим улынана ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. 

Бынан һуң көслө аҙан тауыштарын йышыраҡ ишетергә яҙһын һәм ул һәр кемебеҙҙең күңеленә үтеп инеп, сафлыҡҡа, паклыҡҡа, берҙәмлеккә, тыныслыҡҡа саҡырып торһон, тип теләк теләне ошо сарала ҡатнашыусылар. 

Рауилә Хәсәнова. 

#Ураҙағәйете#Атайсал#БаймаҡрайоныбашҡорттарыҠоролтайы#Баймаҡрайоны#ТүбәнгеЯйыҡбайауылы #Атайсалғафайҙалыэштәрйылы #УҡытыусыһәмОстазйылы #ФәнһәмМәғрифәтйылы #МинеңкесеВатанымАтайсал#БөтәДонъябашҡорттарыҠоролтай#ТүбәнгеЯйыҡбай#Баймаҡрайоны

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: