Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
14 Апрель 2023, 12:00

Ағинәйҙәр һәм ир-егеттәр ҡоро йыйылды

-

Баймаҡ үҙәк китапханаһында "Ағинәйҙәр" ойошмаһы һәм "Ир-егеттәр" ҡороноң ултырышы башланды. Республика «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева алдан уҡ маҡсаттар билдәләп, эшлекле һөйләшеүгә саҡырҙы. Бөгөн ағинәйҙәргә һәм ир-егеттәр алдында ҙур бурыстар билдәләнгән тине ул. Баймаҡ районы «Ағинәйҙәр» ойошмаһы рәйесе Гүзәл Монасипова ағинәйҙәрҙең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙ ырыуының милли кейемдәрен, биҙәүестәрен тергеҙҙе. Бынан тыш сергетыш, шаршау, сарыҡ әҙерләү, кейеҙ баҫыу, балаҫ һуғыу буйынса ҙур эштәр алып бара. Сарала Межгорье, Сибай ҡалаларынан, Әбйәлил, Бөрйән, Белорет, Учалы, Ейәнсура , Хәйбулла , Йылайыр, Баймаҡ райондарынан ағинәйҙәр һәм ир-егеттәр ҡоро ағзалары ҡатнаша. Лилиә Такаева.

Ағинәйҙәр һәм ир-егеттәр ҡоро йыйылды
Ағинәйҙәр һәм ир-егеттәр ҡоро йыйылды
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: