Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
11 Апрель 2023, 10:20

Тыуған еремдең ысын улдары

Бөтөп барған Бетерә ауылына йән өргән, эш урындары булдырған, иман йорто ҡалҡытҡан, күҙҙең яуын алған йорттар төҙөгән, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, етем балаларға, ҡарттар йортона бүләк-күстәнәстәр таратҡан, коронавирус пандемияһы ваҡытында халыҡҡа битлектәр, дарыуҙар һ.б. бушлай таратҡан, урман янғындарына ҡаршы көрәшкә сыҡҡан, яугирҙәргә һәм уларҙың яҡындарына ярҙамға ашыҡҡан тыуған еремдең арҙаҡлы улдары бит улар! Тимур Ғәйнетдин улының урыны ожмахта булһын, ә Илсур Нәбиуллинға ғаилә бәхетендә, ныҡлы һаулыҡта, оҙон-оҙаҡ йәшнәп йәшәргә насип булһын! Һеҙҙең тыуған еребеҙ мәнфәғәтенә башҡарған һәр изге эшегеҙ меңләтә сауап булып төшһөн!

Тыуған еремдең ысын улдары
Тыуған еремдең ысын улдары

Тыуған еремдең ысын улдары

Тимур менән Илсур Нәбиуллиндар – Бетерәлә тыуып үҫеп, ошо ерҙә ҡанат нығытҡан егеттәр. Аталары Ғәйнетдин менән әсәләре Гүзәл йәшләй генә вафат булып ҡалғас, 10 һәм 5 йәшлек ике малайҙы өләсәләре Фәриҙә үҙ тәрбиәһенә ала. Ул ейәндәрен аҡыллы, уңған, эш һөйөүсән итеп тәрбиәләү өсөн бөтә көсөн һала, уҡыта, малайҙарҙы үҙ еренең, халҡының ысын патриоттары итеп үҫтереү маҡсатын ҡуя. “Өләсәйебеҙ беҙҙе кеше итер өсөн көсөн дә, ваҡытын да, аҡсаһын да йәлләмәне, бер кемдән дә кәм-хур булманыҡ. Ул беҙҙе тыуған еребеҙҙе яратырға, ололарҙы хөрмәт итергә өйрәтте, аҡыллы кәңәштәренән өҙмәне. Мәңге рәхмәтлебеҙ өләсәйебеҙгә, урыны ожмах түрендә булһын”, – тип һәр саҡ әйтә торғайны Тимур менән Илсур.

Мәктәпте тамамлағас, Илсур БДУ-ның Сибай институтына уҡырға инә (һуңынан ул БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын да тамамлай). Ағаһы Тимур ул ваҡытта Себер тарафтарында эшләй. Вахтаһы бөтөп, ауылға ҡайтҡан сағында ул ҡустыһын да ситкә эшкә китергә өгөтләй, юлға билет та хәстәрләп ҡуя. Тәүҙә ҡустыһы тәҡдимгә риза була, әммә иртәгәһенә Себергә барыуҙан кинәт баш тарта. Шулай итеп, Тимур йәнә яңғыҙы ғына эшкә юллана. Илсур иһә ағаһы менән уйлаған ниәтен – ағас эшкәртеү производствоһын асыу эшенә тотона. Шулай итеп, бынан биш йыл элек Бетерәлә артабан ауылдың социаль тормошона яңы һулыш бирәсәк бәләкәй предприятиеға нигеҙ һалына.

Яңы эш асыу еңелдән булманы, − тип хәтерләй ул ваҡытты Нәбиуллиндар, − техникабыҙ ҙа, тәжрибә лә юҡ ине. Тәүҙә бер пилорама, эшкәртеү өсөн кешенән ағас һатып алдыҡ. Махсус техника булмағанлыҡтан, ағасты хатта “Нива” еңел машинаһы менән дә һөйрәтергә тура килде. Эшкә һәләтле коллектив йыйҙыҡ. Ваҡыт үтә килә тәжрибә лә тупланды, таҡта һатҡан аҡсаға “Беларусь” тракторы, “Урал” автомашинаһы, тағы бер пилорама алдыҡ. Шулай итеп, эшебеҙ әкренләп яйға һалынды.

Ағалы-ҡустылы Нәбиуллиндарҙың ағас эшкәртеү производствоһы бөгөн ысын мәғәнәһендә ауылдың тотҡаһы булып тора. Тап ошо бәләкәй предприятиеның асылыуы Бетерәнең тормошона яңы һулыш өрә, ҡасандыр сит тарафтарға эшкә киткән ауыл кешеләре тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайта, хатта күрше ауылдарҙан, Бөрйән районынан ғаиләләре менән күсенеп килеүселәр күп була. Сөнки атап үтелгән производствола үҙҙәренә тәғәйен эш табып, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алыуҙан һәр кем ҡәнәғәт. Бөгөн был предприятиела тиҫтәләгән кеше эшләй, улар ваҡытында эш хаҡы, премияһын ала. Эшселәренә Бетерәлә өй ҙә, еңел автомобиль дә һатып алырға ярҙам иткән Нәбиуллиндар.

Бөгөн предприятие заман талаптарына яуап биргән тотороҡло конвейерҙы хәтерләтә. Төп базала ике ҡатлы ыҡсым йорт төҙөп, унда егеттәргә ял итеү өсөн бөтә шарттар тыуҙырғандар. Был ғына ла түгел, Нәбиуллиндар коллектив өсөн даими рәүештә ҡышҡы осорҙа Абҙаҡ тау саңғыһы трассаһында, Яҡтыкүл янындағы ял итеү комплексында, йәй көндәрендә үҙебеҙҙең Талҡаҫ күле буйында ял ойоштора. Нәбиуллиндарҙың ағас эшкәртеү предприятиеһы төрлө үлсәмдәге таҡта, бурса, өй төҙөү өсөн кәрәкле материалдар етештерә, сифатлы тауар ҙур ихтыяж менән файҙалана. Был ҡеүәтле эшҡыуарлыҡ субъекты күрше Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында бөтә уңайлыҡтары булған бер һәм ике ҡатлы йорттар төҙөнө. Баймаҡта Нәбиуллиндар төҙөгән күркәм заманса өйҙәр һәр кемде хайран ҡалдыра..

Үҙ эштәрен уңышлы ойоштороу менән бер рәттән, ағалы-ҡустылы Нәбиуллиндар, әйтеп үтелгәнсә, ауылдың социаль үҫешенә йән өрөү өсөн барыһын да эшләргә тырыша. Кире күренештәрҙе ауыҙлыҡлау, халыҡты иманға, дингә әйҙәү, йәш быуынды үҙебеҙҙең матур йолалар нигеҙендә тәрбиәләү маҡсатында улар мәсет төҙөргә ниәтләй һәм эшкә тотона. Шулай итеп, Илсур менән Тимурҙың көсө менән ауылда иҫ киткес күркәм иман йорто үҙ ишектәрен аса. Уны төҙөүҙә бетерәләр ихлас ҡатнашты: оло ла, кесеһе лә ярҙам итте. Мәсеткә егеттәрҙең ата-әсәһе, өләсәһе хөрмәтенә “ҒәйФәрГүзәл” исеме бирелә. Бер үк ваҡытта ауылды төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарыла, кешеләргә кәрәкле төҙөлөш материалдарын эшҡыуарҙар хатта бушлай бирә. Шуныһы һөйөнөслө, бөгөн дин юлына баҫыусылар һаны артҡандан-арта.

Тимур һәм Илсур Нәбиуллиндарҙың тыуған еребеҙ өсөн башҡарған изге ғәмәлдәрен һанат бөткөһөҙ. Уларҙың күбеһе тураһында егеттәр үҙҙәре һүҙ ҙә ҡуҙғатманы. Шуға күрә былтыр Тимур Нәбиуллиндың ҡапыл ғүмере өҙөлөүен бар баймаҡтар ауыр кисерҙе. Шәп сабып барған аттай ярһып йәшәгән Тимурҙың был донъяла бихисап изге эштәре ҡалды һәм ул мәңгелекә беҙҙең йөрәктәрҙә урын алды.

Илсур Нәбиуллиндарҙың изге ғәмәлдәрен бер туҡтауһыҙ дауам итә. Былтыр үҙенең дуҫтары менән Әсә көнөндә икенсе йыл рәттән “Әсә ял итергә лайыҡлы” мәрхәмәтлек проектын ойошторҙо һәм ҡатын-ҡыҙҙарға шифаханаға йүнәтмәләр бүләк итте. Былтыр ҡыш төрлө райондарҙан 12 әсәй ял итеү мөмкинлегенә эйә булды. Уларҙың барыһы ла беренсе тапҡыр ял итеп, сикһеҙ рәхмәтен еткерҙе. Әсәйҙәргә йүнәлтмә биргәндә Илсур Ғәйнетдин улы балаларын яңғыҙ тәрбиәләгән, опекундарға, етемдәрҙе тәрбиәгә алыусы, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән бала бағыусыларға өҫтөнлөк бирә. Улар араһында шулай уҡ бер юлы бер нисә улы мобилизацияға эләккән әсәйҙәр ҙә бар ине.

Хәҙерге заманда тыуған ереңдең арҙаҡлы улы кем?”-тип һораһалар, шунда уҡ “Нәбиуллиндар!” тип яуап бирер инем. Бөтөп барған Бетерә ауылына йән өргән, эш урындары булдырған, иман йорто ҡалҡытҡан, күҙҙең яуын алған йорттар төҙөгән, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, етем балаларға, ҡарттар йортона бүләк-күстәнәстәр таратҡан, коронавирус пандемияһы ваҡытында халыҡҡа битлектәр, дарыуҙар һ.б. бушлай таратҡан, урман янғындарына ҡаршы көрәшкә сыҡҡан, яугирҙәргә һәм уларҙың яҡындарына ярҙамға ашыҡҡан тыуған еремдең арҙаҡлы улдары бит улар! Тимур Ғәйнетдин улының урыны ожмахта булһын, ә Илсур Нәбиуллинға ғаилә бәхетендә, ныҡлы һаулыҡта, оҙон-оҙаҡ йәшнәп йәшәргә насип булһын! Һеҙҙең тыуған еребеҙ мәнфәғәтенә башҡарған һәр изге эшегеҙ меңләтә сауап булып төшһөн!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Һүрәттә: Илсур Нәбиуллиндың наградалары бихисап. Был һүрәттә уны республика Башлығы бүләкләне.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: