Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
8 Март 2023, 11:10

“Бала саҡ хыялым ателье асыу ине...”

Кем генә булып эшләүгә ҡарамаҫтан, кеше һәр саҡ алға ынтыла, ниндәйҙер пландар ҡора, маҡсаттар менән йәшәй. “Ынйы” теген ательеһы етәксеһе Әлфирә Нәҙербаева тегенсегә уҡып сыға һәм хеҙмәт юлын милли кейем бесеүҙән башлай. 

“Бала саҡ хыялым ателье асыу ине...”
“Бала саҡ хыялым ателье асыу ине...”

Әлфирә Әмир ҡыҙы сығышы менән ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылынан. Тегеү эшен ул бала саҡтан күреп үҫә. Әсәһе Хәҙисә ауылдаштарына һәм күрше-тирә ауылдағыларға күлдәктәр тегеп биргән була. 

Әсәнән күргән – тун бескән, тигәндәй, тиҙҙән Әлфирә лә әсәһенән тегергә өйрәнә. 

– Бала саҡта мин үҙемдең ательемды асырға хыяллана торғайным. Ҡурсаҡтарыма “заказға” күлдәктәр, кейемдәр тегеп уйнағаным иҫтә, – тип хәтерләй  был йылдарҙы Әлфирә Әмир ҡыҙы. 

Ошолай маташа торғас, оҫтарып китә. Бала саҡ хыялына тәүге аҙымдарҙы мәктәпте тамамлағас һала. Ҡулына аттестат алғас та ул Мәләүез ҡалаһындағы һөнәрселек техникумына уҡырға бара. Ҡулына диплом алыу менән Баймаҡтағы милли кейемдәр тегеү цехына (ул ваҡытта Вилүр Рәхимғолов үҙе саҡырып ала) бесеүсе булып эшкә төшә. Милли рух менән һуғарылған был цех йәш ҡыҙҙың күңелен яулай. Киләсәктә үҙе лә ателье асып, тап ошолай милли кейемдәр тегергә уйлана башлай. 

Тап ошо йылдарҙа ул тормош иптәше Ғилман нәҙербаевты осрата. Тиҙҙән улар бергә ғаилә усағын ҡабыҙалар. Мөхәббәт емештәре булып ҡыҙҙары Алтынгөл тыуа. Унан оҙаҡ көттөрмәй улдары Байгилде донъяға килә. Икәү янына ҡуш булһын тип, ҡыҙҙары Ынйыгөлгә ғүмер бүләк итә йәш пар. “Өсөнсө бала тыуғас уйға ҡалдыҡ. Былай булмай, үҙ эшебеҙҙе асырға ваҡыт”, – тип үҙ-ара кәңәшләштек. Күп тә тормай ғаилә башлығы Ғилман Риза улы Бәхтигәрәйҙә крәҫтиән-фермер хужалығы, Әлфирә Әмир ҡыҙы Баймаҡта “Ынйы” теген ательеһын аса. Әлбиттә, ҡыйыу йөрәкле йәштәргә ата-әсәләре, ҡайны-ҡәйнәләре лә аҡса менән дә, һүҙ менән дә ярҙам ҡулы һуҙа. 

Хеҙмәт юлын милли кейем бесеүҙән башлаған йәш оҫта үҙ салонында ла күберәк милли кейемдәргә, орнаментҡа иғтибар бүлергә тырыша. Сәнғәт мәктәбе уҡыусылары өсөн дә, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн дә заказға милли кейемдәр тегеп тә өлгөрә. Никах мәжлесенә кейер өсөн йәш кәләшкә күлдәктәргә лә заказдар ҡабул итә. Бына тигән түшелдеректәр ҙә бар. Шулай уҡ һуңғы көндәрҙә сифатлы туҡыманан тегелгән түшәк кәрәк-яраҡтарына заказдар артып киткән. “Төҫө уңмай, тиҙ туҙмай улар. Бер алған кеше тағы берҙе һатып алыу өсөн мотлаҡ килә”, – ти был турала оҫта ҡуллы Әлфирә. Бөгөн “Ынйы” ателье-салонында кейем-һалымға, тегелгән кәрәк-яраҡтарға сифатлы ремонт эштәре лә башҡарыла. Бынан тыш салонда ҡул эше оҫталары өсөн һөнәри кимәлдә консультациялар биреү ҙә ҡаралған. 

Ҡул эше оҫталары өсөн тағы бер һөйөнөслө яңылыҡ: был ательела кейем тегеү өсөн тауарҙар, тегеү-сигеү өсөн кәрәк-яраҡтарҙың, йәғни фурнитураларҙың һәр төрлөһөн – ул бисермы, аппликациямы, ҡайсымы, энәме, епме, таҫмамы, биҙәкле резинкамы, тәңкәләрме – һәр ҡайһыһын табып була. Бына шундай уңғандар йәшәй ҡалабыҙҙа! 

Эльмира Кейекҡужина. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: