Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
15 Декабрь 2022, 12:00

Киләһе йыл тыуған төйәккә бағышланасаҡ

2023 йыл Башҡортостанда Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылы тип иғлан ителде. Был турала Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә Радий Хәбиров белдерҙе...

Киләһе йыл тыуған төйәккә бағышланасаҡ
Киләһе йыл тыуған төйәккә бағышланасаҡ

2023 йыл Башҡортостанда Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылы тип иғлан ителде. Был турала Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә Радий Хәбиров белдерҙе.

«Һәр беребеҙҙең тыуған төйәге бар. Беҙ шунда тыуғанбыҙ, тәүге тапҡыр тәпәй баҫҡанбыҙ, мәктәп тамамлағанбыҙ. Мин тыуған ауылымда биш йыл йәшәнем, кемдер ун, егерме, кемдер ғүмере буйына ошо ерҙә йәшәй. Кемдер – ауылда, кемдер ҡалала тыуған. Әммә шуны беләм: һәр кешенең үҙенең тамырҙары менән бәйләнеше, тыуған төйәге өсөн изге ғәмәлдәр ҡылыу теләге бар. Күҙ алдына килтерегеҙ әле, әгәр бөтәбеҙ ҙә тыуған төйәгебеҙ өсөн файҙалы эш башҡарһаҡ, ниндәй шәп һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин! Республикала йәшәүселәрҙең быны юғары баһалар тип уйлайым», – тине Радий Хәбиров.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: