Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
11 Декабрь 2022, 11:05

Рөстәм Нәбиев - Килиманджароны яуланы!

"Әммә был минең өсөн алдағы ҙур һынауға әҙерлек булды. Сөнки киләһе йылдың апрелендә планетабыҙҙың иң юғары нөктәһе - Эверестҡа күтәрелергә теләйем..."

Рөстәм Нәбиев - Килиманджароны яуланы!
Рөстәм Нәбиев - Килиманджароны яуланы!

Рөстәм Нәбиев Килиманджароның үренә етеп, унда Башҡортостан флагын ҡаҙаны. Быға тиклем ул Эльбрус һәм Манаслу тауҙарын "яулағайны".

Мәғлүм булыуынса, Рөстәм Нәбиев Омскиҙа хеҙмәт иткәндә казарма емерелеп, аяҡтарһыҙ ҡала. Әммә батыр егет: "Аяҡтарымды юғалттым, әммә үҙемде юғалтманым",-ти һәр саҡ. Был һау, бар ағзалары теүәл булып та күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән, илаған-мыжығын кешеләргә лайыҡлы өлгө. 

Килиманджораға күтәрелеүе тураһында Рөстәм Нәбиев социаль селтәрҙәрҙә былай тип яҙа: "Был экспедиция ошоға тиклем булғандарына ҡарағанда иң ҡатмарлыһы һәм ауыры булды. Бында бер ниндәй техника ла, һине әҙерәк алып барырлыҡ йөк аттары һ.б. юҡ. Мин ҡулдарымда үргә тиклем һәм аҫҡа төшкән юлды үттем. Был минең физик сынығыуымды, әҙерлегемде һынаған күтәрелеү булды. Хәлем тулыһынса бөттө. Әммә был минең өсөн алдағы ҙур һынауға әҙерлек булды. Сөнки киләһе йылдың апрелендә планетабыҙҙың иң юғары нөктәһе - Эверестҡа күтәрелергә теләйем".

Рөстәм Нәбиевтың маҡсатына ирешәсәгенә бер тамсы ла шикләнмәйем. Була бит шундай ир-егеттәр! 

Гүзәл Иҫәнгилдина.  

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: