Кем һәм ниндәй һөнәр эйәһе булыуыңа ҡарамаҫтан, тәү нәүбәттә кеше булып ҡала белергә кәрәк. Ә кеше хыялһыҙ йәшәй алмай. Бала саҡта тыуған хыял йылдар уҙыу менән үҙгәрә бара. Ҡасандыр ул мәктәптә матур уҡырға, әсәһе менән атаһы тиҙерәк ҡайтыуын, үҙенә ваҡытты күберәк бүлеүен теләһә, өлкәнәйә килә уның хыялы үҙенең балалары, халҡы, милләте тирәһендә әйләнә башлай.
Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта – Башҡортостандың халыҡ артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры асылғандан алып шунда эшләгән яҡташыбыҙ Зифа Дәүләтбаева.
Зифа Дәүләтбаева тигәндә күҙ алдына ниндәй генә образ килеп баҫмай?! Әкиәт геройҙары менән башланып китә, йәше лә, ҡарты ла, комигы ла, илатырлыҡ лирикаһы ла – барыһын да ул үҙ эсенә һыйҙырған.
– Зифа апай, үҙегеҙ менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы тыныштырып үтегеҙ әле?
– Ата-әсәйем Рәйсә һәм Айытбай Дәүләтбаевтар – уҡытыусылар. Береһе рус теле һәм әҙәбиәтенән, икенсеһе тарих дәрестәренән уҡытты. Әсәйем Көйөргәҙе районынан, атайым – Баймаҡ районы Ярат ауылынан. Заманында был һөнәр эйәләре партия ҡайҙа ҡушһа, шунда эшкә күскән. Мин уларҙың Күсей ауылындағы мәктәптә уҡытып йөрөгән саҡтарында донъяға килгәнмен. Уныһы үҙе бер тарих инде. Әсәйем дауаханаға барып өлгөрмәгән, өйҙә табырға мәжбүр булған. Үҙе мин тыуыу менән иҫен юғалтҡан. Әсәйемә тәүге медицина ярҙамын ул ваҡыттағы күҙ ауырыуҙарын дауалаған шәфҡәт туташы күрһәткән. Ике йылдан ата-әсәйемде Татлыбай мәктәбенә эшкә күсерҙеләр. Бында мин 6-сы класты бөткәнсе уҡыным. Артабан ғаиләбеҙ менән әсәйемдең тыуған яғына – Көйөргәҙе районына күстек.
– Һеҙ ниндәй бала булдығыҙ? Ғөмүмән, бала сағығыҙҙы хәтергә алғанда ниндәй картина тәү башлап күҙ алдына баҫа?
– Үҙ-үҙемә ышанған, шуҡ, тиктормаҫ бала булдым. Ауылдамы, мәктәптәме – ниндәй генә сара үтмәһен, барыһында ла әүҙем ҡатнаша инем. Уҡыу алдынғыһы булдым. Гелән генә “бишле” билдәһенә өлгәштем. Йырға, бейеүгә ғашиҡ инем. Атайым – баянда, әсәйем мандолинала иҫ китмәле итеп уйнанылар. Мин дә яндарында булырға тырыштым. Ата-әсәйем спектаклдәрҙә ҡатнашып, концерттар ҡуйып, ауылдан-ауылға йөрөй торғайны. Шуғалыр ҙа инде миңә сәнғәт һәр саҡ яҡын булды. Ләкин хыялым әртис булыу түгел ине. Тәбиғәткә ғашиҡ булып үҫтем. Татлыбай ҙа, Ярат та – тау-ташҡа бай төбәк. Ошо тауҙарһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмай торғайным. Геолог булырға хыялландым. Ил гиҙеп, төрлө ерҙәрҙе өйрәнермен, тип уйлай инем. Бындай һөнәр эйәһе кешеләренең геолог тип аталғанын белеп ҡалдым. Тарихты өйрәндем. Мифологияға бәйле тарихи мәлдәр үҙенә әйҙәп торҙо.
Атайым беҙҙе йыш ҡына тәбиғәткә алып сыға ине. Ҡоштар, үләндәр, ер-һыу атамалары тураһында һөйләй торғайны. Ғөмүмән, тәбиғәткә ғашиҡ булып үҫтем.
– Кешене хыялы һәр саҡ үҙенә әйҙәй. Йылдар үтеү менән һеҙҙең хыялдарығыҙ ҙа үҙгәргән. Ошо турала һөйләгеҙ әле?
– Геолог булыу – ул минең бала саҡ хыялым. Ә бына әсәйем был теләгемә ҡаршы төштө. “Әллә ҡайҙа ебәрергә минең балаларым күп түгел”, – тине. Ул хатта йәйге каникулдарҙа лагерға ла ебәрмәне. Сит илдә ял итеү тураһында һүҙ ҙә булманы. Ул шулай үҙенсә беҙҙе ҡурсаланы. Каникул көндәрен йә өйҙә, йә өләсәйҙәрҙә үткәрә инек. Көйөргәҙегә күсеп килгәс, атайым мине тарих факультетына әҙерләй башланы. Быныһы минең хыял түгел. Бер ваҡытта ла уҡытыусы булыу тураһында уйланманым. Бала саҡты иҫкә алһам, ата-әсәйҙе көтөп ултырған мәлдәр күҙ алдына баҫа. Уларҙың беҙҙең өсөн ваҡыттары булманы ла тиерлек. Уның ҡарауы, кеше балаларына ваҡыттарын йәлләмәнеләр. Походҡа сығып китерҙәр, улар менән усаҡ яғып, ашарға бешерерҙәр ине. Һәр төрлө конкурстар үткәрә торғайнылар. Атайым ауылдан-ауылға йөрөп халыҡ менән осраша, политинформация үткәрә ине. Унан тыш, һәүәҫкәрҙәр менән йыйылып, күршетирә ауылдарҙа концерттар күрһәтәләр. Беҙ, балалары, уларҙы һирәк күрә инек. Киләсәктә минең дә балаларым шулай һағынып, зар-интизар булып ултырыр төҫлө тойолдо.
Ә бына ауылда концерт йәки спектакль күрһәтһәләр, беҙҙе һәр саҡ шунда ебәрерҙәр ине. Үҙебеҙ ҙә мәктәптәге түңәрәктә шөғөлләнеп, концерт-спектаклдәр ҡуйып йөрөнөк. Сәхнәне бәләкәй саҡтан үҙ иттем. 8 октябрҙә Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылының 100 йыллығына ҡайттыҡ. Миңә килеп: “Хәтерләйһегеҙме, һеҙ шундай- шундай спектаклдә ҡатнаша торғайнығыҙ”, – тиҙәр.
Бер заман геолог булыу хыялынан төңөлдөм. Хәҙер бейеүсе булырға хыяллана башланым. Телевизорҙан иҫем китеп балет ҡарайым. Хыялымда ғына үҙем дә балет бейейем. Ҡулыма аттестат алғас, Стәрлетамаҡтағы мәҙәниәт һәм сәнғәт техникумына әҙерләнә башланым. Тик был юлы ла әсәйем ҡаршы төштө. Атайым мине тарих факультетына уҡырға инергә алып барып ҡалдырҙы. Имтихандарҙы уңышлы тапшырҙым. Уҡырға алдылар, тиһәң дә була. Тик бында уҡығым килмәй бит! Тиҙ генә документтарымды кире алдым да ҡайтып киттем. Атай был мәл Яратта ине. “Атайыңдан һыҙырылаң бит”, – тип аптырауҙа ҡалды әсәйем. Оҙаҡ уйлап тормай ауыл клубына художество етәксеһе булып эшкә төштөм. Унда миңә Силәбе сәнғәт институтына йүнәлтмә бирергә вәғәҙә бирҙеләр.
– Ошолай ҡырт киҫеп ҡайтып киткән өсөн үкенгән мәлдәр булдымы?
– Юҡ, эшем бигерәк күңелле ине. Агитбригада төҙөп, ауылдан-ауылға концерт ҡуйып йөрөнөк. Унда атайым да, әсәйем дә ҡатнаша. Бер йыл шулай һиҙҙермәй үтеп китте. Силәбегә бейеү сәнғәте буйынса уҡырға инергә әҙерләнеп йөрөйөм. Ауылдашыбыҙ Фирҙәт Ғәлиев Өфө сәнғәт институтына уҡырға ингән икән. Әсәйемдең кәңәше менән Фирҙәт ялға ҡайтҡан арала барып килдем. Институт тураһында һорашып алдым. Унда ла бейеү йүнәлеше бар икән. Ошонан алда ғына беҙҙең ауылға гастролдәр менән Илфат Смаков, Асия Смакова, Салауат Итбаев кеүек билдәле артистар килгәйне. Улар ҙа мине Өфөлә уҡырға әйҙәне. Институтҡа еңел генә уҡырға инеп киттем. Бала саҡтан тарих һәм рус теле дәрестәрен һеңдергәнсе уҡығас, имтихан һынауҙары еңел булып тойолдо.
– Студент йылдарын нисегерәк итеп хәтерләйһегеҙ?
– Бәхетле ваҡыттар. Уҡытыусылар ҙа, курсташтар ҙа күңелемә яҡын булдылар. Әҫәрҙәрҙе уҡыр өсөн радиостудияға йөрөй торғайныҡ. Ошолай аҡса эшләнек. Уҡыу ҙа еңел бирелде. Йәй көндәре спектаклдәр ҡуйып, үҙебеҙсә гастролдәргә йөрөнөк. Күрмәгән район, ауыл ҡалмағандыр. Бер айға китеп юҡ булабыҙ. Үҙебеҙ костюмер, үҙебеҙ бухгалтер, хатта водитель дә үҙебеҙҙең курс егете. Институтта дүрт йыл уҡыйҙар ине. Бер мәл художество етәксебеҙ Ғабдулла Ғиләжев саҡырып алып: “Һеҙҙе таратырға теләмәйбеҙ. Әгәр риза булһағыҙ, йәнә бер йылға ҡалдырабыҙ. Йәш тамашасылар театры асыласаҡ. Шунда барығыҙҙы ла эшкә алыр инек”, – тине. Беҙ шатланып риза булдыҡ. Был йылды концерт-спектаклдәр ҡуйып үткәрҙек. Үҙебеҙҙе үҙебеҙ тәьмин иттек. Билет һатып, эш хаҡы эшләнек. Бына бина әҙер булды, ниһайәт, йәш тамашасылар театры асылды. Башҡорт һәм рус труппалары төҙөлдө. Спектаклде иртәнсәк балаларға, кис ололарға күрһәтәбеҙ.
– Хыялығыҙҙағы ролегеҙ ниндәй?
– Әллә инде, минең өсөн бар ролдәр ҙә бер. Диплом эше итеп Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектаклен ҡуйҙыҡ. Курстың художество етәксеһе, уҡытыусым Ғабдулла Ғиләжев миңә Тәңкәбикә ролен бирҙе. Йәш ҡыҙ өсөн оло ҡатынды уйнау әллә нисек кеүек тойолдо. Илағанымды әле лә хәтерләйем. “Нисек инде йәш ҡыҙ әбей ролен уйнаһын?” Аңламағанлыҡ инде. Ғабдулла Ғабдрахман улына ошо ролде биргән өсөн әле лә рәхмәтлемен. Рус труппаһы ҡуйған “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” спектаклендә Оло инәйҙе уйнаным. Үҙемдең 50 йәшлек юбилейыма арналған тамашала Ханума ролен башҡарҙым. Бала саҡта рәхәтләнеп ҡараған әкиәттәге ролде уйнау үҙе үк бәхет ине. Шулай уҡ уйламағанда бирелгән ролдәр ҡәҙерлерәк була икән. Бер ваҡытта ла бесәй ролен башҡарырмын, тип уйламай инем. Репетициялар башланғас та бер ролдән икенсеһенә күсергәндәре бар. Режиссерҙар ошолай актерҙы “һындыралар”. Актер гел генә бер йүнәлештә уйнамаһын өсөн ҡапма-ҡаршы холоҡло булған ролде уйнатып ҡарайҙар.
– Шәхси тормошоғоҙға туҡталайыҡ әле. Һеҙ тормош иптәшегеҙ менән нисек таныштығыҙ?
– Ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты ул. Дүртенсе курсты бөткәс, бер айлыҡ гастрол-гә сығып киттек. Сибайҙағы ҡунаҡханаға урынлашырға торабыҙ. Фамилия-исемемде ишеткәс, һеҙҙе урынлаштырырға ҡушманылар, тиҙәр. Аптырап киттем. Баҡтиһәң, бер кемгә лә әйтмәйенсә, әсәйем Сибайға күскән. Атайым Пятигорскиҙа ял иткән, ҡустым армияла хеҙмәт иткән ваҡытта әсәйемде Сибайға эшкә саҡырғандар. Шулай итеп, гастролдәр тамамланғас, әсәйем янына Сибайға ҡайттым. Бер йыйылғанда, тип фотосалонға ғаиләбеҙ менән фото төшөргә барҙыҡ. Каникул тамамланып, уҡырға киттем. Поезда минең күршем егет кеше ине. Сәй эсергә булғас, табынға юлдашымды ла саҡырҙым. Һүҙҙәр тиҙ беректе. Ул, һине ҡайҙалыр күргәнем бар, тип уйға ҡалды. Уның дуҫы беҙ фото төшкән салонда эшләй икән. Минең фотоны шунда стенаға элеп ҡуйғандар. Һуңынан был егет мине эҙләп тапты. Киноға барып килдек. Шулай Римдең Өфөгә килгән-киткәнендә осрашып торҙоҡ. Әллә ни етди лә ҡабул итмәнем. Әммә Рим оҙаҡ уйлап тормай мине һоратырға ебәргән. Аптырап ҡалдым. Яусыларҙы атайым ҡыуып ҡайтарған. Рим иҫкәртһә лә булған бит! Был яусылар күпмелер ваҡыттан тағы килде. Атайымдың тойомо көслө ине. Римде лә ул күреү менән оҡшатты. Әсәй ҙә: “Атайың әйткәс, сыҡ та ҡуй”, – тип шылтыратты. Шулай ҡапыл ғына кейәүгә сығып киттем. Тормошомдан уңдым, тип әйтһәң дә була. Артыҡ шаштырырлыҡ, башты юғалтырлыҡ мөхәббәт тә булманы, әммә матур йәшәйбеҙ. Әле лә яҙмышыма рәхмәтлемен. Иң мөһиме, һөнәремде аңлап ҡабул итә. Ике балабыҙ донъяға килде. Нур улыбыҙ хәҙер үҙе атай. Ирис ҡыҙыбыҙға 11 йәш.
– Ниндәй миҙгелде яҡыныраҡ күрәһегеҙ?
– Бар миҙгелде лә яратам. Сентябрьоктябрь айҙарын яратам. Көндәр һыуына, ағастар алтынға мансыла. Ысыҡлап яуған ямғыр ваҡытында урманда уйға сумып йөрөргә, ҡыштың сатнама һыуыҡтарында, көслө бурандарында ауылда булырға яратам. Йылы ғына өйҙә сытырлап ут янған тауышҡа китап уҡыйым. Ябалаҡлап яуған ҡар ҙа мине әсир итә. Яҙҙың гөрләүектәрен күҙәтәм. Ҡояш йылыраҡ нурҙарын һибә. Ҡоштар ҡайта, ағастар йәшеллеккә сума. Тау битләүҙәрендә умырзая ҡалҡып сыға. Һары һәм күк төҫтәге сәскәләре таң ҡалдыра. Ошондай мәлдә Баймаҡ тәбиғәте күҙ алдына баҫа. Тауҙарҙағы сәскәләр, яландың ҡылғаны – барыһы ла матур бит ул. Йәй йәшен йәшнәп яуған ямғырҙы яратам.
– Һеҙ өкөмө әллә һандуғасмы? Көндө нығыраҡ яратаһығыҙмы әллә төндөмө?
– Элек мин был һорауға “өкөмөн” тип әйтә инем. Хәҙер улай түгел. Балалар уҡырға барғас, иртә менән торам. Әгәр кискеһен эшкә булмаһа, сәғәт 9-10-ға тиклем эштәремде башҡарам да унан ятыу яғын ҡарайым. Кешенең тәбиғәте шул йәшәгән мәленә, эш режимына ҡарап үҙгәрәлер, тигән фекерҙәмен.
– Яратҡан ризығығыҙ ниндәй?
– Бишбармаҡ. Бәләкәйҙән шуға өйрәнеп үҫкәс, ҡоротлап тороп һалмалы һурпа эсергә яратам.
– Кешелә ниндәй һыҙатты яратмайһығыҙ? Һәм, киреһенсә, үҙ итәһегеҙ?
– Ике йөҙлөлөк, ялҡаулыҡ оҡшамай. Атайым: “Йылмайып йөрөгән кешенән ҡурҡ”, – тип әйтә торғайны. Ә бына асыҡ йөҙлө, эскерһеҙ кешеләр күңелемә яҡын. Тура әйткәндәрҙе яҡын күрәм.
– Ҡатын-ҡыҙ бәхете ниндәй була?
– Кейәүҙәге ҡатын өсөн ғаиләлә барыһы ла ыңғай булыуы бәхет. Ир менән бер һүҙле булып, аңлашып йәшәүгә ни етә!
– Теләктәрегеҙ, әйтер һүҙҙәрегеҙ ниндәй булыр?
– Донъялар имен торһон! Илдәребеҙ тыныс, күктәребеҙ аяҙ булһын. Ил һаҡларға киткән ир-егеттәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһындар. Бала ҡайғыһы бирмәһен. Баймаҡ ерендәге тәбиғәт байлыҡтарына теймәһендәр ине. Еребеҙ йәшеллеккә сумһын!
Эльмира Кейекҡужина әңгәмәләште.