Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
1 Ноябрь 2022, 17:29

Федерация Советында Күгәрсен районынан Арыҫлан Шафиҡовты миҙал менән бүләкләйҙәр

2022 йылдың 3 ноябрендә Федерация Советында экстремаль хәлдәрҙә батырлыҡ күрһәткән һәм кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе бүләкләү тантанаһы була.  

Йәш батырҙар араһында Башҡортостандың Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан ун дүрт йәшлек Арыҫлан Шафиҡов та бар. Ул «Күрһәтелгән батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнәсәк.

2022 йылдың мартында ул урамдан ҡайтып килгәндә бер өйҙән төтөн сыҡҡанын күреп ҡала. Өйгә төкөтөп эшләнгән мунса янған булып сыҡты. Ут тиҙ арала йортҡа ла күсә. Арыҫлан юғалып ҡалмай, тиҙ арала янғын һүндереүселәрҙе саҡыра. Әммә көтөп торорға ваҡыт юҡ. Арыҫлан тәҙрә аша янған өйгә инеп, оло йәштәге хужаларға - аяҡһыҙ булған 2-се төркөм инвалидҡа һәм уның ҡатынына уттан сығырға ярҙам итә. Шулай итеп, Арыҫландың ҡыйыулығы был икәү иҫән тороп ҡала. 

- Кеше ғүмерен ҡотҡарыу - ул ҙур эш. Бының өсөн ҡыйыулыҡ һәм кешелеклелек кәрәк. Ошондай балалар балғанға беҙ ғорурланабыҙ, - тине Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры Айбулат Хажин. 

Быйыл Федерация Советының «Күрһәтелгән батырлыҡ өсөн» махсус миҙалы менән Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәгенән, шул иҫәптән Донецк Халыҡ Республикаһынан, Луганск Халыҡ Республикаһынан, Запорожье һәм Херсон өлкәләренән балалар бүләкләнәсәк.

Тантанала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла - ҡайғыға битараф булмаған йәш геройҙар. Ябай булмаған, ҡайһы берҙә экстремаль хәлдәрҙә улар миһырбанлылыҡ, шәфҡәтлелек, сыҙамлыҡ һәм ҡыйыулыҡ кеүек иң яҡшы кешелек сифаттарын сағылдырған. Ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, улар бәләгә тарыған кешеләргә ярҙам иткән.

Кешеләр үҙҙәренең геройҙары хаҡында белергә тейеш. Бүләкләү тантанаһының тура трансляцияһын 2022 йылдың 3 ноябрендә Өфө ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә «Вместе-РФ» телеканалында һәм Федерация Советының социаль селтәрҙәрендә https://vk.com/sovfedinfo и https://ok.ru/sovfedinfo һылтанмаһы буйынса ҡарағыҙ. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: