Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
22 Октябрь 2022, 17:39

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев мобилизацияланған яҡташтары менән осрашты

-Бөтә посылкаларҙы, шулай уҡ район халҡы, предприятиелары, ойошмалары тарафынан ебәрелгәнде лә - барыһын да яҡташтарға тапшырҙыҡ. Егеттәр ялан шарттарында йәшәүҙе яйға һалған. Уларҙа кәрәкле бөтә нәмә бар, аҙыҡ-түлек менән дә тәьминәт яҡшы.

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев мобилизацияланған яҡташтары менән осрашты
Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев мобилизацияланған яҡташтары менән осрашты

 

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев мобилизацияланған яҡташтары менән осрашты

-Бөтә посылкаларҙы, шулай уҡ район халҡы, предприятиелары, ойошмалары тарафынан ебәрелгәнде лә - барыһын да яҡташтарға тапшырҙыҡ.

Егеттәр ялан шарттарында йәшәүҙе яйға һалған. Уларҙа кәрәкле бөтә нәмә бар, аҙыҡ-түлек менән дә тәьминәт яҡшы.

Хәрбиҙәрҙең ваҡыты һәр бер минутҡа тиклем бүленгән: атыу, һуғыш яланында хәрәкәт итеү оҫталығы һәм хәрби-медицина әҙерлеге нигеҙҙәрен, дошмандың бронетанк объекттары менән көрәшергә өйрәнеү, яраланғандарға тәүге ярҙам күрһәтеү. Әҙерлек тәжрибәле офицерҙар етәкселегендә алып барыла.

Егеттәр, беҙҙең бөтә Баймаҡ районы һеҙҙең менән ғорурлана, һеҙгә ышана һәм өйгә ҡайтыуығыҙҙы көтә! - тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Фәнис Әминев.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: