Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
3 Октябрь 2022, 11:59

Тыуған яғым"ожмах һарайы"ндай тойола ине...

Сығышы менән Йомаш ауылынан булған яҡташ шағирәбеҙ Лилиә Ҡәйепова (Һаҡмар) менән мин студент йылдарында таныштым. Мөләйем, ихлас Лилиә апай менән шунда  уҡ дуҫлаштыҡ. Ауыр саҡтарҙа ла йыш ҡына уға бара торғайным. Йылдар үтеү менән һирәгерәк күрешә башланыҡ. Әммә виртуаль тормошта аралашыуҙы әле лә дауам  итәбеҙ. Әйткәндәй, беҙ үткәргән ижади конкурстарҙа ул йыш ҡына жюри рәйесе булып сығыш яһай.  Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы, шағирә, драматург, тәржемәсе, журналист, бик күп китаптар авторы Лилиә Һаҡмар менән әңгәмәбеҙ  уның тормошо, йәшәйеше һәм ижады тураһында булыр. 

Тыуған яғым"ожмах һарайы"ндай тойола ине...
Тыуған яғым"ожмах һарайы"ндай тойола ине...

– Лилиә Зәйнулла ҡыҙы, кеше күпме ғүмер үтһә лә, барлыҡ хәтирәләре бала саҡҡа ҡайтып ҡала. Үҙегеҙ менән бер аҙ таныштырып үтегеҙ әле. 

– Мин алты балалы ҙур ғаиләлә бишенсеһе булып 1962 йылдың 3 октябрендә тыуғанмын. Атайым Ҡәйепов Зәйнулла Шәрифулла улы – һуғыш ветераны, оҙаҡ  йылдар Йомаш урта мәктәбенең директоры, аҙаҡ завуч булды. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Тарихтан уҡытты. Районыбыҙҙың Ислам ауылында  тыуған. Әсәйем Нурғәлиева Райхана Кәбир ҡыҙы тәрбиәсе булды. Әбйәлил районы Хәлил ауылынан. Икеһе лә баҡыйлыҡта улар. Бер юлы әйтәйем әле: иң оло ағайым  Яхъя Ҡәйепов – ауыл хужалығы фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сибай ҡалаһында йәшәйҙәр.

– Һеҙ ниндәй бала булдығыҙ? 

– Бала саҡта мин тыныс ҡына, тыңлаусан ғына булдым, шикелле. (Был хаҡта башҡалар әйтергә тейеш һымаҡ). Тирәяҡтағы бар күренештәрҙең асылына төшөнөргә,  бигерәк тә тәбиғәттең серҙәрен асырға теләгәнем хәтерҙә. Ғаиләлә һәр беребеҙҙең үҙ бурысы булды: кемдер ҡашығаяҡ тирәһендә, кемдер кәртә таҙалай, кемдер йорттоң  таҙалығын ҡайғырта... Миңә шундай бурыс йөкмәттеләр: көн һайын кискелеккә быҙауҙарҙы табып алып ҡайтырға. Төш үтеү менән ҡырға, тауҙарға юлланам. (Әле шулай бер үҙем йөрөргә ҡурҡам, элек заман башҡа ине шул). Иң тәүҙә Ҡарауылтау тауына йүнәләм, унда күренмәһәләр, Кеүәшле йылғаһы буйындағы Өйташ ҡаяһына барам. Тау  башынан быҙауҙар яҡшыраҡ күренә. Шунда Өйташ башындағы яңғыҙ ҡайынға һыйынып, төрлө уйҙарға сумам. Тыуған яғымдың тәбиғәте “ожмах һарайы” кеүек тойола ине. 

“Әйтегеҙсе, тағы ниндәй ауыл гүзәлерәк беҙҙең Йомаштан, үркәс тауҙар илен күрер өсөн ҡасып ҡайтыр инем ожмахтан!” тигән юлдар ҙа шул хистәрҙән тыуған. Үләндәр,  ҡайындар менән һөйләшәм... Кемдер күрһә, мине бер хыялый тип уйлар ине. 

Йәнә, тап шул быҙау эҙләүҙәрем мине нисек ауыр булһа ла үҙ маҡсатыңа етергә, ауырлыҡтар тыуһа, үтә ныҡ ҡайғырмаҫҡа өйрәтте. Әлеге шул тау башынан ҡарайым,  ҡайһылыр артылышта аҡ быҙау күренә. Беҙҙеке икән тип, ырғый-һикерә шунда китәм. Нисәмә тауҙы артылаһың әле ул барып еткәнсә. Иң үкенесе – етә башлағас та  күрәм, был беҙҙең быҙау түгел. Бына шулай көнөнә бер нисә тапҡыр тауҙарҙы артылам да артылам... тапмайынса тынысланмайым!

– Яҡшы һыҙат! Йәшлек йылдарына  туҡталып үткәндә... 

– Урта мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡып, рус һәм башҡорт телдәре, әҙәбиәте уҡытыусыһы булдым. 1984 йылда йүнәлтмә  менән Хәйбулла районы Иҫәнгилде һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә барҙым. Унда рус теленән уҡыттым. Бер йылдан мине район комсомол комитетына мәктәп ойошмалары  секретары итеп эшкә саҡырҙылар. Аҡъяр ауылында бик дәртле, күңелле һәм һөҙөмтәле эшләнек. Хәйбулла районының күп ауылдарында булырға тура килде. Шуға ла  күптәр мине, Хәйбулла ҡыҙы, ти. Ул райондың Сәғит тигән ауылында Ҡәйеповтар йәшәй. Маҡан ауылында ла күп ул фамилия. Үкенескә күрә, Баймаҡҡа йүнәлтмә  булманы. Шуға күрә үҙемдең тыуған районым ауылдарына йөрөүҙән мәхрүм ҡалдым. Хәйбулла районы Байғусҡар ауылы егетенә кейәүгә сыҡтым. Әммә бер йылдан беҙ  икебеҙ ике донъяла йәшәгәнде аңланым һәм 1989 йылда Өфөгә юлландым. 

Байғусҡар ауылы халҡын әле булһа ныҡ һағынам. Клубта урынлашҡан китапханала мөдир инем. Халыҡ менән ниндәй генә ҡыҙыҡлы саралар үткәрмәнек беҙ! Ысын  мәғәнәһендә тормош мәктәбе, ябай халыҡ күңелен нығыраҡ төшөнөү йылдары булды ул йылдар.

– Баш ҡала һеҙҙе нисек ҡаршы алды? 

– Ихлас тип әйткәндә лә була. Өфөгә килгәс тә “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһына әҙәбиәт бүлеге мөхәррире итеп эшкә алдылар. Миңә ышанғаны өсөн ул  ваҡыттағы баш мөхәррир Гөлфиә Юнысоваға бар ғүмерем буйы рәхмәтлемен. Коллектив та мине бик йылы ҡаршыланы. Быға тиклем редакцияларҙа эшләмәгәс, тәүге  мәҡәләләрем сейле-бешле лә булғандыр. Әммә талапсан хеҙмәткәрҙәр: Булат Өмөтбаев, Факил Мырҙаҡаев, Гөлнур Яҡупова, Диана Килдина, Флорида Иҫәнбаева, Динә  Арыҫланова, Фәүзиә Латыповалар, йәнә, Гөлфиә апай, бер ҙә ауыр ҡағылмай, хаталарымды төҙәттеләр, минән ысын журналист яһанылар. Һуңғараҡ йәштәр, хаттар менән  эшләү һәм ҡушымта бүлеген етәкләнем. Был редакциялағы иң ҡатмарлы һәм ауыр бүлек һанала. Әммә йәшлек дәрте менән бар ауырлыҡты ла еңдем. Журнал  уҡыусылар араһында төрлө конкурстар ойошторҙом. (Һөҙөмтә яҙғанда ғына “конкурсты ойошторҙоҡ” тип яҙыла, ысынында бар йөктө бер кеше тарта был конкурстарҙа).  Конкурс исемдәрен дә үҙем уйлап таптым: “Ҡулъяулығым – бүләгем”, “Шәл бәйләнем”, “Һыйлы көнөң – һыйырҙа” һ.б.

– “Ҡар өҫтөндәге сабый” поэмаһы ла тап ошо  йылдарҙа тыуған шикелле... 

– Эйе. Киләсәк ижадыма ла “Башҡортостан ҡыҙы” журналында эшләүем һиҙелерлек урын алды. Хаттар ҡайҙан һәм кемдәрҙән генә килмәй?! Төрлө йөкмәткеле үҙҙәре.  Ҡатын-ҡыҙҙарҙың уйланыуҙарын, теләктәрен, ҡайғы-хәсрәттәрен редакцияла иң тәүҙә мин белә инем. Тап шул йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғибрәтле лә, аяныслы ла  яҙмыштарын бергә туплаған “Ҡар өҫтөндәге сабый” поэмам тыуҙы. Уҡыусылар уны бик яратып ҡаршыланы. Әле булһа мәктәптәрҙә ошо поэма буйынса тәрбиәүи дәрестәр  уҙғаралар. Үкенес, поэмам уҡыусы балаларҙың кластан тыш уҡыу дәреслегенә индерелмәне. Ә күпме файҙа килтерер ине йәштәргә был әҫәр. 

Тәүге күләмле шиғри йыйынтығым да тап ошо журналда эшләү йылдарында баҫылды. Дүрт шағирҙы берләштергән китап ине ул. Исемен “Йондоҙ ҡыҙы” (1993 йыл) тип  атаным, шул исемдә поэмамды биргәйнем. Әммә поэмам һыйманы, исеме ҡалды. “Тере шишмә” китабым да шул осорҙа баҫылды (1998). “Йондоҙ ҡыҙы” китабының  дөйөм исеме “Көмөш йөҙөк” ине. Унда тағы ла Гөлназ Ҡотоева, Айһылыу Ғарифуллина һәм Рәшиҙә Шәмсетдиноваларҙың ижады урын алғайны. Был китаптың зәңгәр  тышлығы мине бала саҡтарыма алып ҡайтты: мәктәп йылдарында шиғырҙарымды туплап, ҡулдан яҙып инде, тап шундай зәңгәр төҫтәге ҡатырға менән тышлағайным. Бына нисек эшләй ысын теләк – егерме йыллап ваҡыт үткәс баҫылған китабымдың да тышлығы зәңгәр булды! 

1990 йылдар шауҡымынан әллә күпме патриотик, ил-ер киләсәге тураһында уйланыуҙарға ҡоролған шиғырҙар тыуҙы. Уларҙың ҡайһы берҙәрен әле лә бер кемгә лә  күрһәтмәгәнмен. Инде заманалар үҙгәрҙе – киләсәктә баҫыласаҡ китабымда урын алырҙар, иншалла. Әлеге көндә минең алты әҙәби китабым баҫылған: шиғриәт,  проза, драмалар, сценарийҙар, тәржемәләрем...

– Шәхси тормошоғоҙҙа ла үҙгәрештәр булды шикелле... 

– Өфөлә кейәүгә сыҡтым һәм бер улға ғүмер бирҙем. Ирем минең йәнемдәй күргән ижадыма ныҡ ҡына ҡамасаулай башлағас, унан айырылырға тура килде. Әҙәби  ижадһыҙ йәшәй алмағанымды шунда аңланым. Улым Урал әле Өфөлә, айырым фатирҙа йәшәй. Хоҙайға шөкөр, ғүмеремдең яртыһы үткәс тигәндәй, әҙәби ижадты  аңлаған, мине ихтирам иткән тормош иптәше осраны. Наил Ишбулатов, Өфөлә тыуған башҡорт. Сәләмәтлек һәм дәртем генә һүрелмәһен. Хәҙер яҙ ҙа яҙ!

Наилем ҡатмарлыраҡ шиғырҙарҙы бик аңламай, әммә һуңғы йылда мин шаян, юмористик һәм сатирик шиғырҙар яҙа башланым. Уларҙы иң тәүҙә Наилгә уҡыйым. Ул көлә, йылмая башлай һәм “шәп килеп сыҡҡан” тиһә, әллә күпме тәнҡитсе яҙғанды уҡығандан былайыраҡ ҡыуанам. Сөнки ирем юморҙы ярата, яҡшы аңлай. Йәнә, мин бит ябай халыҡ өсөн яҙам...

– Журналист булараҡ һеҙ тағы ниндәй баҫмаларҙа эшләнегеҙ? 

– “Йәшлек” гәзите һәм “Тамаша” журналы редакцияларында ла эшләп алдым. Һуңғы йылдарҙа баш мөхәррир урынбаҫары булдым. Эшем бик оҡшаһа ла, йәтим бала  кеүек ҡалған ижадымды йәлләп, йәшем тулыу менән хаҡлы ялға сыҡтым. Дөрөҫ эшләгәнмендер, тием. Ошо йылдар эсендә бер ҙур китаплыҡ шиғырҙар, билдәле балет  бейеүсеһе Р.Нуреевтың үҫмер, Өфөлә йәшәгән осорон сағылдырған пьеса ижад иттем. Бер китаплыҡ шиғырҙарымды рус теленә тәржемәләүҙе ойошторҙом. Әле  баҫыуға әҙерләйем.

– Журналистиканан айырылып торған йылдарҙа ниндәй эш менән булыштығыҙ? 

– 2000 йылдарҙың болалары мине бер аҙға журналистиканан айырып торҙо. Электрон коммерция һәм китап баҫтырыу эшенә тотондом. Үҙҙәренең шиғырҙарын китап  биттәрендә күрергә теләгән тиҫтәнән ашыу авторға тәүге китаптарын баҫтырҙым. Үҙем күп нәмәгә өйрәндем: мөхәррирләү, корректорлау, версткалау. Үҙемдең  рәссамым һәм килешелгән нәшриәтем бар. Әле был эште туҡтатып торҙом. Үҙемдең китаптарҙы эшләйем. Ҡайһы бер авторҙар хатта икешәр, өсәр тапҡыр сығарҙылар китаптарын. Уларға ярҙам итә алыуым менән бәхетлемен!

– Һеҙ күп кенә конкурстарҙа жюри рәйесе. Шул иҫәптән беҙгә лә ярҙам итеп тораһығыҙ...  

– Үкенескә ҡаршы, төрлө йәмәғәт эштәре ижадҡа тигән ваҡытымды ала. Ата-әсәйем дә, мәктәптә лә гел башҡаларға ярҙам итергә өйрәткәндәр. Шуға йыл һайын төрлө  конкурстарға жюри ағзаһы, йә жюри рәйесе итеп саҡыралар. Мәжит Ғафури ижадына арналған, Республика һуҡырҙар йәмғиәте ойошторған конкурстарҙа мин даими  эксперт комиссияһы ағзаһы. Әлеге лә баяғы, балаларға ижад серҙәрен аңлатыу маҡсатында Өфө районы Балалар ижады йорто менән берлектә “Йәш яҙыусы һәм  шағирҙар клубы” эшенә ҡушылдым. 2020-2021 йылдарҙа “Әкиәт яҙырға өйрәнәм” тигән интерактив авторлыҡ курсы алып барҙым. Башҡорт телендә. Баймаҡтан да күп  балалар килде был дәрестәргә. Был сара бик күп энергия һәм ваҡытымды алды. Үкенмәйем. 

Әммә 60 йәшемә “Китап” нәшриәтенә шиғырҙар китабымды әҙерләп өлгөрмәнем. Ваҡыт етмәне. 2023 йылға өлгөртөргә тырышам яңы күләмле шиғри йыйынтығымды. Бер  ерҙә лә баҫылмаған әллә күпме шиғырҙар инәсәк унда. Әле февраль урталарынан “Лилиә Һаҡмарҙы һөйләйбеҙ” тигән онлайн конкурс иғлан итергә уйлағанмын. ВК һәм Фейсбук селтәрендә. Социаль селтәрҙәргә инеп, оҙаҡ итеп яҙышырға ла ваҡытымды йәлләйем үҙем. Ошо конкурс, бәлки, был етешһеҙлегемде төҙәтергә ярҙам итер? 

– Тормоштоң ағы була, ҡараһы... Һеҙҙең өсөн ул ниндәй төҫтә? 

– Тормош ул – йәйғор балҡыуы! Ҡойоп ямғыр яуғандан һуң ҡояш килеп ҡалҡа һәм күңел күген ЙӘЙҒОР биҙәй. Йәйғорҙоң ғүмере аҙ булғандай, ТОРМОШ та сикле. Ауыр  мәлдәр Ҡояшлы мәлдәрҙең ҡәҙерен арттыра, Ҡояшлы мәлдәр бик тиҙ үтеп китә. Әммә һәр кем ғүмер буйына күңелендә ошо ҡояш балҡытҡан йәйғорҙо һаҡлаһын ине.  Бары тик ошо йәйғорҙоң төрлө сағыу һәм серле төҫтәрен күрә генә белеү кәрәк. Тап шул да инде – тормош һәм кеше ғүмеренең асылы. Был ергә тыуғанбыҙ икән, тимәк  Хоҙай биргән ғүмерҙе ҡәҙерләп, тәбиғәт биргән һәләттәрҙе балҡытып йәшәргә тейешбеҙ. Теләгем бер – тормош ямғырҙарын ғына иҫләп, уларҙы хәтерләйхәтерләй  күшегеп йәшәмәйек. Ниндәй генә ауыр мәлдән дә сығыу юлдары бар! Һәм... үҙгәрештәрҙән, тормошобоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртеүҙән ҡурҡмаһаҡ ине.

– Яҡташтарығыҙға әйтер һүҙҙәрегеҙ? 

– Тыуған районым халҡы менән ижади кисәләрҙә осрашып, улар менән һөйләшеп, теләктәрен белеп йәшәгем килә. Алыҫ араға йөрөү өсөн ныҡлы сәләмәтлек тә кәрәк.  Йәнә, саҡырылмай килгән ҡунаҡ булғым да килмәй. Әммә, берәй ваҡыт осрашырбыҙ, күрешербеҙ, шулаймы, яҡташтарым?! 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: