Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
23 Август 2022, 12:01

“Ғаиләм менән бәхетлемен”

Сығышы менән Таһир ауылынан булған Рәшиҙә Бикйән ҡыҙы Абдуллина әле Өфө ҡалаһындағы Башҡорт кооператив техникумында китапхана мөдире булып эшләй. Ә бит  ҡасан ғына Таһир мәктәбендә 11-се класты тамамлап, ул ваҡыттағы “Һәүәнәк” совхозында һауынсы булып хеҙмәт юлын башлай. Үҙгәртеп ҡороу осоро Рәшиҙә Бикйән  ҡыҙына этәргес көс бирә. Тормошон ул 180 градусҡа үҙгәртеп, баш ҡалабыҙ Өфөгә сығып китә. Уҡып ниндәй ҙә булһа һөнәр алыу була теләге.  Бөгөнгө ҡунағыбыҙ беҙгә үҙенең тормош юлы, әле эшләп йөрөгән техникумы тураһында һөйләргә теләк белдерҙе.

– Рәшиҙә, гәзит уҡыусыларҙы үҙең менән таныштырып үт әле енән таныштырып үт әле. Кем ул Рәшиҙә Абдуллина?

– Иң беренсе сиратта һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле әсәй һәм үҙ эшен яратып башҡарыусы хеҙмәткәр. Уҡыған белемемә тоғро ҡалып 20 йылдан ашыу китапханасы булып  эшләйем. Ә биографияма килгәндә, 1980 йылдың 30 апрелендә йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан Таһир ауылында күп балалы Ғәлиндар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгәнмен. Урындағы мәктәпте 1997 йылда тамамланым. Ҡулыма аттестат алғас, өс йыл “Һәүәнәк” совхозында һауынсы булып эшләнем. Унан, 2000 йылда,  совхоз тарҡалғас, Өфөгә юлландым. Унда китапхана техникумында уҡый башланым. 2002 йылда уңышлы тамамлап, шунда уҡ эшкә ҡалдым. Тәүҙә лаборант, һуңынан  китапханасы булып эшләнем. Шул уҡ мәлдә ситтән тороп Силәбеләге мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамланым. 2008 йылдан 2012 йылға тиклем Өфө статистика,  информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжында (УКСИВТ) библиограф булып эшләнем. Унан Башҡорт кооператив техникумына күстем. Әле лә шунда китапхана мөдиремен.

– Һин унда эшләй башлағас, коо ператив техникумының китапхана һына ҡот инеп ҡалды, ти коллегаларың... 

– Эйе, әлбиттә. Студенттар менән эшләү күңелле бит ул! Йәштәр менән берлектә үткәргән саралар күңелгә дәрт тә, дарман да өҫтәй. Республиканың билдәле шәхестәре  менән ҡыҙыҡлы, фәһемле осрашыуҙар йыш үткәрәбеҙ. Ғөмүмән, мин эшләгән эшемә ижади ҡарарға тырышам. Был турала бик күп Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары һөйләй. Шулай ҙа минең өсөн улар араһында иң мәртәбәлеһе, ҡәҙерлеһе – РФ Үҙәк ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзының Маҡтау грамотаһы. 2017 йылда Рәсәй  кооперация университеты филиалы – Башҡорт кооператив институтын ҡыҙыл дипломға тамамланым.

– Башҡорт кооператив техникумы тураһында ниҙәр һөйләрһең? 

– Китапханасы булып 20 йылдан ашыу эшләйем, шуның 10 йылын Башҡорт кооператив техникумына бағышланым. Республикабыҙҙағы Башҡорт кооператив техникумы урта һөнәри белем биреүсе алдынғы уҡыу йорттарының береһе һанала. Уны Башҡортостан Республикаһы ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзы ойоштора. Әлеге көндә бында яҡынса 1 мең студент белем ала: шуларҙың 700-ө – көндөҙгө бүлектә, 300-ө ситтән тороп уҡый. Яңы уҡыу йылына йыл һайын 300 – 350 абитуриент ҡабул ителә. 

Башҡорт кооператив техникумында алты йүнәлеш – “Мәғлүмәт системаһы һәм программалау”, “Ер-милек мөнәсәбәттәре”, “Банк эше”, “Хоҡуҡ һәм социаль тәьминәтте ойоштороу”, “Тармаҡ буйынса коммерция”, “Тармаҡ буйынса иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе” буйынса белгестәр әҙерләнә. Бында уҡығандар өҫтәмә рәүештә бухгалтер-кассир, банк агенты, сауҙа залы кассиры кеүек эшсе һөнәрҙәрен үҙләштерә. Уҡыу барышында студенттар квалификацияны күтәреү курстарында ла белемен  камиллаштыра. 

Абитуриенттарҙы IX һәм XI класс нигеҙендә ҡабул итәбеҙ. 9-сынан һуң уҡыу ваҡыты – 2 йыл да 10 ай, 11-сенән һуң – 1 йыл да 10 ай. “Мәғлүмәт системаһы һәм программалау” йүнәлеше буйынса уҡыу оҙағыраҡ, бер йылға арттырыла. Йыл һайын “Мәғлүмәт системаһы һәм программалау”, “Хоҡуҡ һәм социаль тәьминәтте ойоштороу” йүнәлешенә ғариза биреүселәр күп була, улар араһында конкурс үткәрәбеҙ.

– Студенттар практикаһын үтеү, эшкә урынлаштырыу кеүек  хәстәрлек күрелгәнме? 

– Әлбиттә. Белем биреүҙән тыш, студенттарҙың практикаһы хаҡында ла хәстәрлек күрәбеҙ: ойошмалар менән килешеү төҙөлгән, унда ҡыҙҙар һәм егеттәр диплом алды, производство практикаларын үтә. Беҙҙең студенттар менән улар бик ҡәнәғәт. Эш биреүселәр менән дә даими рәүештә осрашыуҙар ойошторабыҙ. Беҙҙә уҡып сыҡҡандар республикабыҙҙың һәм Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарында уҡыуҙарын дауам итә ала. Техникумдың өҫтәмә һөнәри белем биреү өлкәһендә эшләү тәжрибәһе ҙур булғанғалыр, йылдан-йыл унда уҡырға теләүсе студенттар һаны ла арта. Уҡыуҙы тамамлағас та, бер ҙә юғалып ҡалмайҙар, һәйбәт эш урындарында эшләйҙәр.

– Шәхси тормошоң тураһында ниҙәр әйтерһең? 

– Архангел районы Убалар ауылы егете Фәнир Абдуллин менән бына 16 йыл иңгә-иң терәшеп донъя көтәбеҙ. 3 балаға ғүмер бирҙек. Балаларға әүҙем ял ойоштороп,  уларҙы рухлы итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Ҡыҙыбыҙ Алһыу ҙа, улыбыҙ Вилдан да бейеү менән мауыға. Аллаға шөкөр, уҡыуҙа ла һынатмайҙар, тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшәләр. Әйткәндәй, Алһыу менән Вилдан Булат Йосопов ҡуйған “Бабич” фильмында ла ҡатнаштылар. Кинйәкәү ҡыҙыбыҙ Әҙилә балалар баҡсаһына йөрөй. 

Фәнирҙе күптәр “Любизар” төркөмөнөң бер йырсыһына, ҡайһы берәүҙәр уны Ғайсар Миңлеғоловҡа оҡшатып ҡуя (көлә).

– Йыш ҡына “Бәйләнештә” селтәрендәге битләүегеңдә ғаиләгеҙ менән ҡатнашҡан конкурстар тураһында мәғлүмәт күренеп ҡала. Ҡайһы саҡта ирекһеҙҙән: “Өлгөлө башҡорт  ғаиләһе ошолай булалыр инде”, – тип уйлап ҡуям... 

– Рәхмәт! Ғаилә ҡороп, балалар үҫә башлағас, тормошоң 180 градусҡа әйләнә икән. Элек, яңғыҙ саҡта, бик әүҙем булынмаған, хәҙер балалар өсөн тип төрлө конкурстарҙа, 
сараларҙа ҡатнашырға тырышабыҙ. Балалар баҡсаһынан башлап, аҙаҡ мәктәп, тағы ла район, ҡала һәм республика кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашыу форсаты тейҙе. 

Ҡала кимәлендә үткәрелгән “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” конкурсында беренсе урынды яуланыҡ. Унан тыш “Бишек йыры”, “Һаумы, һаумы, әкиәт!”, “Шәжәрә”  конкурстарында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Интернет-конкурстарҙы һанай китһәң, оҙаҡ булып китер ул...

– Интернет селтәре һинең тормошоңда ниндәй роль уйнай? 

– Интернет – минең өсөн мәғлүмәт туплау, кеше менән аралашыу ысулы. Социаль селтәрҙәргә килгәндә, “Бәйләнештә” селтәрен үҙ итәм. Үҙемдең шәхси битемдән башҡа  тағы ла ике төркөмдө алып барырға тырышам. Уларҙың тәүгеһе – эш урынында китапхананың эшен яҡтыртып барыусы “Зирәклек ғибәҙәтханаһы” (“Храм мудрости”)  төркөмө. Икенсеһе – Архангел районы Убалар ауылы тураһында. Икенсеһенә килгәндә, ошо төпкөл ауылға килен булып төштөм. Бында интернет та юҡ, кеҫә телефоны ла  тотмай йүнләп. Ауылда бик дәртле кешеләр йәшәгәнен күреп, ишетеп йөрөйөм. Ләкин был ауыл тураһында ла, уларҙың кешеләре хаҡында ла башҡа яҡта белмәйҙәр тигәндәй. Шунлыҡтан “Убалар ауылы” тигән төркөм асып ебәрҙем. Тәүҙә ауылдың иң дәртле апайҙарынан төҙөлгән “Гөлнәзирә” фольклор ансамбле тураһында  мәғлүмәттәр яҙҙым. Хәҙер инде унда үткән һәр бер сараны яҡтыртырға тырышам. Бынан тыш яҡташ яҙыусыбыҙ Рәзилә Ырыҫҡужинаның “Ғүмер бер мәл” исемле төркөмө  асылыуға ла үҙ өлөшөмдө индерҙем. Был төркөмдәрҙә эшләү өсөн айырым ваҡыт та кәрәкмәгән кеүек. Әгәр күңел биреп эшләһәң, төрлө фотолар ҡуйып, бер аҙ мәғлүмәт  яҙыу өсөн артыҡ ваҡыт сарыф ителмәгән кеүек. Минең подписчиктарыма килгәндә, улар мине белгән кешеләр. Был миңә етә!

– Бәхетле булыу өсөн кешегә нимә кәрәк? 

– Бәхетле булыу өсөн балаларыбыҙҙың һаулығы, уларҙың шат йылмайыуылыр тибеҙ. Яратып барып эшләр эшең, унан һағынып ҡайтып инер өйөң һәм ғаиләң булыу ҙур  бәхет! Шулай уҡ яныңда уратып алған дуҫтарың, бергә-бергә татыу йәшәгән туғандарың булыуға ни етә! 

Өфөлә йәшәй башлағас та бер туған биш һеңлемде һәм ағайымды үҙемдең яныма саҡырып алдым. Донъям түңәрәкләнеп ҡалғандай булды.

– Тормош девизың ниндәй? 

– Һәр ваҡыт алға! 

– Яратҡан яҙыусың, йырсың? 

– Бәләкәй саҡтан Мостай Кәрим, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева әҫәрҙәрен яратып уҡыйым. Мәғәнәле итеп йырлаған йырҙарҙы һәм йырсыларҙы барыһын да яратам.

– Бер ҡайҙа ла яҙып сығармаған серең... 

– Сер бит ул шуның өсөн сер! Уны сисеп тормайыҡ.

– Яратҡан шөғөлөң бармы? 

– Һуңғы ваҡытта башҡорт милли биҙәүестәре эшләүҙең үҙенсәлектәрен өйрәнә башланым. Техникумда студенттар, уҡытыусылар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн бер нисә оҫталыҡ  дәресе күрһәттем.

– Әйтер һүҙҙәрең, теләктәрең бармы? 

– Техникумыбыҙ тураһында райондаштарыбыҙ ҙа белһен ине, уҡырға килһендәр ине. Ә мин яҡташтарыма хәлемдән килгән тиклем ярҙам итер инем.

– Әңгәмәң өсөн рәхмәт! Уңыштар һиңә! 

Эльмира Кейекҡужина әңгәмәләште.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: