Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
9 Август 2022, 10:45

«Бала саҡты иҫкә алһам, бар донъяны ҡосоп алырҙай булам...»

Бала сағын һағынып иҫкә алған һәм шул йылдарҙа юлына осраған һәр кемгә ауыҙ тултырып рәхмәт әйтә алғандар, ул ғына ла түгел, бөгөнгөһө менән дә ҡәнәғәт булғандар бик бәхетле кешеләрҙер ул, моғайын. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ филология фәндәре кандидаты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлсәсәк Саламатова тап шундайҙарҙың береһе.  Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы сығышы менән Икенсе Этҡол ауылынан. 1976 йылдың 1 авгусында донъяға килә. 1998 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы доценты. Сценарист, публицист, 3 китап авторы.  

«Бала саҡты иҫкә алһам, бар донъяны ҡосоп алырҙай булам...»
«Бала саҡты иҫкә алһам, бар донъяны ҡосоп алырҙай булам...»

Бала сағын һағынып иҫкә алған һәм шул йылдарҙа юлына осраған һәр кемгә ауыҙ тултырып рәхмәт әйтә алғандар, ул ғына ла түгел, бөгөнгөһө менән дә ҡәнәғәт булғандар бик бәхетле кешеләрҙер ул, моғайын. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ филология фәндәре кандидаты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлсәсәк Саламатова тап шундайҙарҙың береһе. 

Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы сығышы менән Икенсе Этҡол ауылынан. 1976 йылдың 1 авгусында донъяға килә. 1998 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы доценты. Сценарист, публицист, 3 китап авторы.

 

– Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы, гәзит уҡыусыларыбыҙҙы үҙегеҙ менән таныштырып үтегеҙ әле. 

– Сығышым менән Икенсе Этҡол ауылынанмын. Иркә, үҙ һүҙле, эскерһеҙ һәм яратылып үҫкән бала булдым. Бәхетле бала сағым минең артабанғы яҙмышымды хәл итте,  киләсәктә яулаған уңыштарыма нигеҙ атай-әсәй йортонда һалынды.

– Тимәк, һеҙҙең бала саҡ ваҡиғалары киләсәк тормошоғоҙҙоң төп башланғысы булған. Ул йылдар тураһында тағы ниҙәр һөйләрһегеҙ? 

– Бала саҡ – үҙе бер айырым донъя бит ул. Тормошомдоң башында бик күп матур кешеләр менән таныштым. Улар тураһында матур хәтирәләр, яҡты иҫтәлектәр һаҡлайым.  Үкенескә ҡаршы, хәҙер уларҙың күбеһе юҡ. Шулай ҙа бала саҡ минең өсөн тормош хаҡында иң күп мәғлүмәт туплаған осор булараҡ хәтеремдә һаҡланып ҡалған. Донъяны  нисек ҡорорға, үҫкәс кем булырға, нимә ул изгелек кеүек һорауҙарға тап бала саҡта яуап таптым. Беҙ урам буйында уйнап, донъя ҡыҙырып, кешеләр менән аралашып  үҫтек. Беҙҙең Баймаҡ урамындағы һәр йортта кәмендә 4-5-әр бала ине. Көндөҙмө-кисме – ҡарап тормай күмәкләшеп уйнарға сығабыҙ. Айҙар исемле класташым бик матур  күңелле кеше булды. Минең төрлө шуҡлыҡтарҙы сабыр ғына түҙә ине. Һаҡлаусым да, яҡлаусым ошо Айҙар булды. Бигерәк тә, күрше урам малайҙары менән бәхәскә ингән  саҡта Айҙарҙың мине яҡлаясағын белдем, шуға ҡурҡып тороу тигән нәмәне белмәй үҫтем. Үкендереп бик иртә китте был донъянан минең бала саҡтағы бик яҡын кешем.  Класташым Миңзәлә менән бергә уйнаған саҡтар ҙа иҫтә ҡалған. Бергәләшеп уйнай башлаһаҡ, уларҙың өлкән генә Боря ҡушаматлы кәзәһе лә килеп ҡушыла. Уйнап арыһаҡ, бер-беребеҙгә концерт ҡуябыҙ. Боря төп тамашасыбыҙ булды. Бер көн килһәк, кәзәкәй иҫһеҙ ята. Миңзәлә үлгәндер, тип хәбәр һалды. Минең ҡартәсәйем дини кеше ине.  Уны тыңлап йөрөп, ҡайһы бер доғаларын ятлап та бөткән инек. Күмәкләшеп Боряны уратып алдыҡ та белгән доғаларыбыҙҙы уҡыныҡ. Кәзәне арбаға һалып урманға ерләргә  алып киттек. Ер ҡаҙырға хәлебеҙҙән килмәне, шуға ла япраҡтар менән күмеп, илай-илай ҡайтып киттек. Ике-өс сәғәт үттеме-юҡмы, теге кәзәбеҙ текә баҫып ҡайтып  инде. Беҙҙең ҡыуанғанды күрһәгеҙ! Бала саҡ ҡыуанысы тиһәләр, тап шул картина килеп баҫа. 

Бала саҡты иҫкә алһам, бар донъяны ҡосоп алырҙай булам. Атайымдың тыуған ауылында үҫтек. Уның беҙҙең ауылда тағы ла өс апаһы йәшәне. Маһинур инәйем менән Басир олатайым, Таһира инәйем менән Әхмәт олатайым, Маһира инәйем менән Зөлҡәрнәй олатайымдарҙың өйҙәренә көнөнә кәмендә бер тапҡыр ҡунаҡҡа бара инем.  Маһинур инәйем менән Басир олатайымдың балалары булманы, шуға күрә, беҙҙең уларға барыуыбыҙҙы бик ҡыуанып ҡаршы алалар ине Олатай менән бергә дәрес  әҙерләгән саҡтарым иҫтә ҡалған. 

Таһира инәйемдең 5 улы булды. Ул ағайҙар ҙа мине ныҡ яратты. Олатайҙан көйәнтәһен, ағайҙарҙан уғынһабағын эшләтеп ала инем. Ҡул эштәрен дә миңә ихласлыҡ менән эшләп бирерҙәр ине. Дүрт өй араһында йөрөп, иркәләнеп кенә үҫтем. Алты йәштән ҙур-ҙур поэмаларҙы ятҡа һөйләй торғайным. «Баланы тик яратып ҡына еңеп  була», – ти торғайны атайым. Эшемде яратыуым, кешеләрҙе яратыуым, ҡайһы саҡта самаһыҙ хисле булыуым, кәрәккәндә уҫал була алыуым – барыһы ла бала саҡтың матур ваҡиғаларынан нигеҙ алған. Ауырлыҡтарҙы ла дөрөҫ ҡабул итергә, дөрөҫ һығымта яһарға ла мине бала сағым өйрәтте.

– Ысынлап та, бик бәхетле бала саҡ кисергәнһегеҙ. Йәшлек йылдары, студент саҡтар нисек хәтерҙә ҡалды? 

– Студент йылдары ла тик яҡты хәтирәләр генә ҡалдырҙы. Курсташтарым бик матур минең. Матурҙар, талантлылар, егәрлеләр. Беҙҙең курста бер нисә ғалим бар, көслө-көслө уҡытыусылар, етәкселәр бар. Уларҙың һәр ҡайһыһын ғорурланып телгә алам. 3-сө курста «Башҡорт яҙыуы һәм яҙмаһы тарихы» фәненән профессор Ишмөхәмәт  Ғәләүетдинов уҡытырға килде. Ғалим булараҡ та, кеше булараҡ та иҫ киткес шәхес ине ул. Уҡытҡан предметы ла миңә оҡшаны. Бер нисә дәрес үткәс, янына барып:  «Мөмкинме мин һеҙгә курс эшен яҙам?» – тип һораным. Ул риза булды. Артабан курс эшен диплом алды, унан диплом эше итеп дауам иттем. Дипломды яҡлағас, йәнә  янына  барып: «Ишмөхәмәт Ғилметдин улы, мин һеҙҙең ҡул аҫтында аспирантурала уҡығым килә», – тинем. Көтөлмәгән тәҡдимгә аптырап ҡалды. Уның быға тиклем  аспиранты юҡ ине, кафедрала башта рөхсәт бирмәнеләр уға аспирант алырға. БДУ уның төп эш урыны түгел ине, ошо сәбәпсе булды. Ҙур ҡытыршылыҡтар аша мин уның  аспиранты булып киттем. 2000 йылда Ишмөхәмәт Ғилметдин улын Өфө дәүләт сәнғәт институтына ректор итеп һайланылар. 2002 йылда уның етәкселегендә диссертация  яҡланым. Шул уҡ йылдың август айында ул мине сәнғәт институтына башҡорт телен уҡытырға саҡырҙы. 

Институттың 54 йыллыҡ тарихы бар. 34 йыл Гөлфирә Фәйзрахман ҡыҙы уҡытһа, бына 20 йыл мин уҡытам башҡорт телен институтта. Тағы ла бик күп йылдар уҡытырға  яҙһын тип теләйем. Ишмөхәмәт ағай минең тормошома ағайҙарса хәстәрлек күрһәтеп, яҙмышымды яҙышҡан кеше ул. Ғаиләбеҙ менән дә яҡындан аралашты. Ғәйнислам  ағайым Ибраһимов менән ағай-ҡусты булдылар. 

Сәнғәт институтында эшләп йөрөгән йылдарҙа сценарийҙар яҙа башланым. 2006 йылда Нефтекама дәүләт филармонияһына саҡырғайнылар. Тап шунда мин тормош  иптәшемде осраттым. Сәнғәт институтында йәнә лә киносценарийҙар яҙа башланым. Улар халыҡ тарафынан бик йылы ҡабул ителде. Ижадташ дуҫтарымды осраттым.  Шундайҙар араһында Булат Йосопов, Таңсулпан Бабичева, Азат Нәҙерғоловтар бар. Сәнғәт институты мине бәхетле итте, тип ауыҙ тултырып әйтә алам. Мин үҙемде башҡа  ерҙә эшләрмен, тип күҙ алдына ла килтермәйем. Эш бәхетем арҡаһында ғаилә бәхетемде таптым. Ҡасандыр барып: «Ишмөхәмәт Ғилметдин улы, мин һеҙҙең ҡул аҫтында  аспирантурала уҡығым килә», – тип әйтеүем яҙмышымды хәл итеүемә бәрәбәр булды.

– Һеҙҙең Башҡортостан Республи каһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты булыуығыҙ  менән беҙ ғорурланабыҙ. Ошо һәм башҡа алған  наградаларығыҙ тураһында һөйләп үтһәгеҙ... 

– Киносценарийҙар яҙыуым тураһында әйтеп үткәйнем инде. Уларҙың араһындағы өсәүһенең, йәғни «Бабич» (2017), «Беренсе Республика» (2019), «Шағир көндәлеге»  (2022) нәфис фильмдары сценарийҙарының авторҙашымын. «Беренсе Республика» кинофильмы FESTPRO Халыҡ-ара кинофестивалендә «Иң яҡшы сценарий» (2019)  номинацияһында еңеп сыҡты. Ә 2020 йылда миңә сценарий авторы булараҡ Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан Республикаһының дәүләт премияһын тапшырҙылар. «Башкирский государственный академический театр драмы имени Мажита Гафури – 100 лет [очерки истории и современности]» китабы (авторҙашым сәнғәт  фәндәре кандидаты Айһылыу Сәғитова) әҙәбиәт өлкәһендәге Бөтә Рәсәй «Театр романы – 2020» премияһына лайыҡ булды.

1983 йыл. Гөлсәсәк Саламатова атаһы – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, тарихсы, Алдар батыр Иҫәкәев шәжәрәһен тергеҙеүсе Дәүләтбай Сөләймән улы Ибраһимов һәм әсәһе – Рәсәй Федерацияһының почетлы педагогы Мәүлитова Разия Фәтих ҡыҙы менән.

– Тормош иптәшегеҙ менән нисек  танышыуығыҙ тураһында һөйләгәйнегеҙ инде. Кем ул? 

– Флүр Саламатов. Мин атайымды шул тиклем яраттым, уны ныҡ ихтирам иттем, шуға күрә, атайымдың үҙе кеүек кешегә кейәүгә сығырға тигән маҡсат менән йәшәнем. Бер  һүҙ менән әйткәндә атайыма лайыҡлы кейәү эҙләнем һәм, бәхетемә күрә, таптым. Тормош иптәшем менән Нефтекама ҡалаһында таныштыҡ. Ул Нефтекама филармонияһында директор булып эшләй ине ул ваҡытта. Үҙен тотошо, белеме, аҡылы, кешелекле булыуы менән хайран итте. «Үҙеңә тиң йәрҙе ялтырап торған  ботинкаларынан да танырға була», – тип әйтергә яратам. Беҙ танышҡанда мин иң башта уның ботинкаларына иғтибар иттем. Көҙгө кеүек ялтырап торалар ине  улар. 16 йыл бергәбеҙ. Хоҙай тағы ла күп йылдар уртаҡ ғүмер бирһен, тип теләйем. Йәшәй-йәшәй мин уға нығыраҡ һоҡланам. Ул бер ҡасан да кеше яманламай, бер кемдән дә көнләшмәй, киреһенсә, башҡаларҙың уңыштарына балаларса ихлас ҡыуана белә. Йыш ҡына уға элекке, йәки хәҙерге студенттарым тураһында маҡтап һөйләйем.
Шул тиклем ихлас тыңлай һәм һәр саҡ: «Донъяла талантлы, матур кешеләр күп була. Уларҙы күрә белергә, таный белергә генә кәрәк», – тип әйтеп ҡуя. Уның менән бер  коллективта эшләгән һәр кем: «Флүр Билалович етәкселек иткән осор иң шәп осор булды», – тип әйтәләр. Мин быны маҡтанып түгел, ғорурланып әйтәм! Тормош иптәшем  минең өсөн иң яҡын фекерҙәш, иң аҡыллы ир, улдарыбыҙ өсөн иң яҡшы атай. 

– Улдарығыҙ ҙа сәнғәт юлындамы? 

– Өлкән улым Ильяс быйыл Ф.Мостафина исемендәге Өфө ҡалаһының башҡорт гимназияһында 7-се класты тамамланы. Йәнә Н.Сабитов исемендәге 1-се һанлы музыка  мәктәбендә саксофон класында шөғөлләнә. Уҡыуҙағы өлгәштәре менән ҡыуандырып ҡына тора. Район, република конкурстарында ҡатнаша, призлы урындар ала. Бәләкәс  улыбыҙ Ирназар шул уҡ гимназияның 4-се класын тамамланы. Уның да үҙенә күрә бәләкәй генә уңыштары бар.

– Ҡатын-ҡыҙ булараҡ кем ул – Гөлсәсәк Саламатова? 

– Ҡатын-ҡыҙ булараҡ дәрәжәм, шөкөр, бар: мин әсәй кеше, ир ҡатыны, әсәйемдең хәстәрлекле ҡыҙы. Апайыма һәм ағайыма яҡшы һеңле була алдым, тип тә әйтә алам. Аш-һыуға оҫталығым, моғайын, уртасалыр. Студенттарым, буласаҡ актерҙар, минән йыш ҡына кәңәш һорарға ярата. Уларға кәңәш биргәндә әсә кеше күҙлегенән, ҡатын-ҡыҙ  күҙлегенән сығып эш итәм.

– Кешелә ниндәй һыҙаттар оҡшай һәм ҡайһыларын өнәп еткермәйһегеҙ? 

– Ышаныслы, белемле кешеләрҙе яратам. Эскерһеҙ кешеләр оҡшай. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булғандарға гел һоҡланып ҡарайым. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешеҡулы менән  кеше туҡмағандар ҙа бар был донъяла.

– Буш ваҡыттарығыҙҙы нисек үткәрергә яратағыҙ? Ғөмүмән, буш ваҡыттарығыҙ бармы? 

– Мин эш ваҡытым, йәки буш ваҡытым, тип бүлә алмайым шул. Эш һәр ваҡыт арттан эйәреп, эҙәрлекләп килә кеүек (көлә). Шуға мин эш эшләгән ваҡытымды ла бушмын  тип әйтергә яратам. Шулай тип эшләһәң, шулай тип уйлаһаң күпкә еңелерәк. Ысынлап әйтәм.

– Яратҡан ризығығыҙ? 

– Беҙҙе ризыҡтан оло булма, тип үҫтерҙеләр, шуға күрә ҡабарып бешкән икмәкте лә, һыуһынды ҡандырған тәмле һыуҙы ла үҙ ризығым итеп ҡабул итәм.

– Көндө яратағыҙмы әллә төндөмө?  Йәки һеҙ өкөмө әллә һандуғасмы? 

– Мине төндәге һандуғас тип тә, көндөҙгө өкө тип тә әйтеп була. Мин үҙемде көндәлек режим менән йәшәгән тәртипле кеше тип әйтә алмайым. Тәүлек әйләнәһенә эш  өҫтәле артында ижад итеп ултырғаным да бар, төндөң ҡап уртаһында уянып та эшкә тотона алам.

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын! 

Эльмира Кейекҡужина әңгәмәләште. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: