Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
29 Апрель 2022, 11:17

Бейеүҙәрендә – хистәр даръяһы, милләтебеҙ булмышы

Лоҡманов Рәил Рәйес улы 1972 йылдың 19 июлендә Сибай ҡалаһында тыуған. Бала сағы һәм үҫмер йылдары Темәс ауылында үтә. Темәс мәктәбенең 8-се класын тамамлағас, данлыҡлы “Йылайыр” совхоз-техникумында уҡый. Тап ошонда ул танылған хореограф, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нияз Байегетовтың үҙенсәлекле бейеү мәктәбен үтә – ул етәкләгән “Йәйғор” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнә. Хәрби хеҙмәттән һуң Стәрлетамаҡ бейеү театрында эш башлай. Һәм шул ваҡыттан алып бөгөнгәсә Стәрлетамаҡта дәүләт театр-концерт берекмәһенең балет артисы булып эшләй. Башҡорт бейеү сәнғәтен үҫтереүгә һалған ҙур өлөшө өсөн 2005 йылда “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемгә, БР Мәҙәниәт министрлығының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Почет грамоталары, ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеттың, БР Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Рәхмәт хаттарына лайыҡ була. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең балет артисы, “Торатау” балалар халыҡ ансамбленең художество етәксеһе Рәил Лоҡманов күптән түгел “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Тиҙҙән ул үҙенең алтын юбилейын да билдәләй.  Рәил Рәйес улы – арҙаҡлы яҡташыбыҙ, ул Темәс ауылында тыуып үҫкән. Рәил Лоҡманов башҡарыуында “Бөрйән егеттәре”, “Ҡара тауыҡ”, Шәкерттәр”, “Башҡорт казактары”, “Йылға буйында”, “Юрғалар” һәм башҡа күп бейеүҙәр башҡорт бейеү сәнғәтенең алтын фондын тәшкил итә, улар аша сәнғәт оҫтаһы халҡыбыҙҙың булмышын, бай мәҙәниәтен, талантын рухиәтен асып бирә, башҡарыу оҫталығы менән хайран ҡалдыра.  29 апрель – Халыҡ-ара бейеү көнө алдынан арҙаҡлы яҡташыбыҙҙы “Йома ҡунағы”на саҡырып, уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Бейеүҙәрендә – хистәр даръяһы, милләтебеҙ булмышы
Бейеүҙәрендә – хистәр даръяһы, милләтебеҙ булмышы

– Рәил Рәйес улы, һөйләшеүҙе ижадсы һәм шәхестең тыуған тө- йәгенән башлау урынлы булыр. Бала саҡ, тыуған ауыл тураһында һинең күңелеңдә ниндәй  хәтирәләр һаҡлана? 

– Сибай ҡалаһында тыуһам да, мин тыуған төйәгем тип Темәс ауылын һанайым. Сөнки бала сағым, үҫмер йылдарым тап ошо төбәктә үтте. Атайым Рәйес  Ғилман улы һәм әсәйем Шәүрә Фәйзрахман ҡыҙы өйләнешкәндән һуң Сибайҙа йәшәй һәм эшләй. Миңә 2 йәш булғанда әсәйем ҡустымды тапҡан мәлдә  мәрхүмә булып ҡалды һәм атайым беҙҙе үҙенең тыуған яғына – Темәскә алып ҡайтты. Беҙҙе шул мәлдән алып мин мәктәпкә барғанға тиклем олатайым менән өләсәйем тәрбиәләне, бының өсөн уларға әле лә рәхмәтлемен. 

Олатайым Ғилман Сөләймән улы бала саҡтан халҡыбыҙҙың тоғро юлдашы – атҡа һөйөү тәрбиәләне. Бәләкәйҙән атҡа ултыртты, бесәнгә алып йөрөнө, эшкә  өйрәтте. Хатта бер йыл атайым менән ауыл көтөүен дә көтөргә тура килде. Өләсәйем Бибинур әсә һөйөүен беҙгә еткерергә тырышты, күп нәмәгә өйрәтте, аҡыллы кәңәштәренән өҙмәне. Атайым икенсе әсәйебеҙгә – Гәүһәр Әхмәҙи ҡыҙына өйләнгәс, улар беҙҙе үҙ ғаиләһенә алды. Матур ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫтек, бының өсөн уларға ҙур рәхмәтлемен.

– Халҡыбыҙҙың бар донъяға билдәле сәнғәт төрө – бейеүгә һөйөү һиндә ҡасан уянды? 

– Олатайым ҡурайсы, оҫта бейеүсе лә ине. Атайым да шәп бейене. Байрамдарҙа, мәжлестәрҙә уларҙың бейеүен ҡарап, моңдарын тыңлап үҫтем. Бейеүгә һөйөү тап шул осорҙа һалынғандыр, тип ныҡлы ышаныс менән әйтә алам. Һәм Темәс мәктәбенә уҡырға барғас, башланғыс кластарҙа бейеү түңәрәгендә шөғөлләндем. Ләкин, башҡа шөғөлдәр менән мауығып, артабан бейеүҙе ташланым да ҡуйҙым. Әммә яҙмыш миңә 8-се класта уҡығанда киләсәк тормошома  нигеҙ һаласаҡ үҙенсәлекле “бүләк” әҙерләп ҡуйғайны. Тап шул мәлдә мәктәптең бейеү ансамбле Киев ҡалаһында үтәсәк фестивалгә әҙерләнә ине. Бер үҫмер ауырып китеү сәбәпле, уҡытыусыбыҙ миңә кисекмәҫтән улар менән бергә юлға йыйынырға ҡушты һәм мин ансамбль составында сәфәргә юлландым. Әлбиттә, еңел булманы. Поезда китеп барған ваҡытта бейеүҙәрҙе өйрәнергә тура килде. Тап бына ошо ваҡиға тормошомда һынылыш осоро булғандыр, тигән  фекергә киләм хәҙер.

– Рәил, һинең менән бергә данлыҡлы “Йылайыр” совхоз-техникумында уҡыған мәлдәрҙе һәм исеме бар республикаға билдәле “Йәйғор” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейегәнеңде хәтергә төшөрөп ултырам. Шул саҡтарҙа “Был егет сәхнә өсөн генә яратылған, ниндәй оҫта бейей!” тигән фекер тыуғайны. Был  ансамбль һинең тормошоңда ниндәй роль уйнаны? 

– Темәс мәктәбенең 8-се класын тамамлағас, ул осорҙа бик тә билдәле булған “Йылайыр” совхоз-техникумының зооветеринария бүлегенә уҡырға индем. Һәм бына шул ваҡыттан алып башҡорт бейеү сәнғәтенең ысын мөхитенә, киләсәк яҙмышымда ҙур роль уйнаясаҡ ғәжәйеп донъяға барып индем. Танылған  хореограф һәм балетмейстер, үҙ эшенең ысын оҫтаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нияз Әхмәт улы Байегетов ойошторған “Йәйғор” халыҡ  бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнә башланым. Танылған коллективта дүрт йыл дауамында бейеү осоронда беҙ районды ғына түгел, ә бар Башҡортостанды  урап сыҡтыҡ, концерттар менән сығыш яһаныҡ, агитбригада составында йөрөнөк. Беҙҙе һәр ерҙә көтөп алдылар һәм алҡышлап оҙаттылар. 

Нияз Байегетов миндә генә түгел, ансамблдә шөғөлләнгән егетҡыҙҙар күңелендә лә башҡорт бейеү сәнғәтенә ысын һөйөү тәрбиәләй алды, шәп бейеүселәр тәрбиәләне. Янып-ярһып эшләне һәм шул дәртте беҙҙең күңелдәргә лә һалды. Быларҙың барыһы өсөн дә Нияз Әхмәт улына ғүмерем буйы  рәхмәтлемен.

– Ә бына профессиональ сәнғәттәге эшмәкәрлегең ҡасан башланды? 

– Ватан алдындағы бурысымды үтәп ҡайтҡас, Темәс леспромхозының клубында художество етәксеһе булып хеҙмәт юлымды башланым. 1993 йылдың майында  Нияз Байегетов мине яңы ғына асылған Стәрлетамаҡ бейеү театры етәксеһе Хәлил Ишбирҙинға алып барҙы. Тап бына шул мәлдән алып мин тәүләп профессиональ сәнғәт юлына аяҡ баҫтым һәм башкөллө ғәжәйеп тә, сихри лә донъяға сумдым. Әйтергә кәрәк, бик тә талантлы балетмейстер булараҡ, Хәлил Әнүәр улы коллективҡа башҡорт бейеү сәнғәтенә мөкиббән булған йәштәрҙе йыйып алды. Тәүҙә коллектив тик егеттәрҙән генә торҙо. 

“Ирәндек бөркөттәре”, “Бөрйән егеттәре” – иң тәүҙә өйрәнгән бейеүҙәр булды. Унан һуң башҡа күп бейеүҙәрҙе сәхнәгә сығарҙыҡ, күп ерҙәрҙә сығыш яһаныҡ. Бейеү театры ысын мәғәнәһендә ул осорҙа бейеү сәнғәтендә яңыса балҡыған күренеш булды. Һуңғараҡ инде коллективҡа ҡыҙҙарҙы ла ала  башланылар.

– Йәшен йәшнәп, ялағай уйнап, ямғыр ҡойоп торған мәлдә бейегән бейеүҙе күптәр хәҙер ҙә яҡшы хәтерләй. Был бейеү тамашасыны хайран ҡалдырғайны... 

– ”Башҡорт егеттәре” тип аталған был бейеү декабрҙә ҡаланың бер спорт залында төшөрөлдө. Тышта 30 градус һыуыҡ. Беҙ шөғөлләнгән бина ла йылы түгел.  Ямғыр яуыуҙы күрһәтеү өсөн әленән-әле йылы һыу ҡойоп торалар, әммә уныһы туңа ла ҡуя. Шундай шарттарҙа тыуҙы был бейеү... 

Һәм бына шул мәлдән алып бөгөнгәсә минең барлыҡ хеҙмәт юлым, тормошом тап Стәрлетамаҡ ҡалаһы, уның һәләтле, берҙәм бейеү театры, һуңғараҡ ҡала  филармонияһы менән бәйле. 

Шуныһы һөйөнөслө, профессиональ сәнғәткә булған юлымда Хәлил Ишбирҙин ҙур роль уйнаны, һәр яҡлап та ярҙам күрһәтте, хәстәрлек күрҙе. Билдәле сәнғәт әһелдәре, шәхестәр, етәкселәр менән осрашҡан ваҡытта мине һәр саҡ “Бына был – Баймаҡ егете, минем ҡустым” тип таныштырыр ине. Барыһы өсөн дә уға ҙур рәхмәтлемен.

– Тормош юлдашың да сәнғәт кешеһе, уның менән ҡайҙа таныштығыҙ? 

– Кәләшем Гөлгөнә Салауат ҡыҙы менән “Йылайыр” техникумында уҡығанда таныштыҡ, ул да “Йәйғор” бейеү ансамблендә шөғөлләнде. 1994 йылда ғаилә  ҡорҙоҡ һәм уны ла үҙебеҙҙең бейеү театрына эшкә алдылар. Әйткәндәй, театр етәкселеге, ҡала хакимиәте хәстәрләп тиҙ арала 2 бүлмәле фатир бирҙе. 1997  йылда ғаиләбеҙгә оло ҡыуаныс өҫтәп, беренсе ҡыҙыбыҙ Лиана донъяға килде. Был беҙгә икеләтә дәрт өҫтәне, бергәләшеп яңы рух, дарман менән эшләүебеҙҙе дауам иттек. 2009 йылда икенсе бәпесебеҙ Әҙилә тыуҙы.

2002 йылда Хәлил ағай Ишбирҙин икенсе эшкә күсеү сәбәпле, коллектив менән танылған бейеүсе Риф Ғәбитов етәкселек итә башланы. Шул уҡ йылда беҙҙең  бейеү театры Стәрлетамаҡ филармонияһы составына инде һәм бөгөн ул урындағы театр-концерт берекмәһе булараҡ эшләй.

– Бер осор Лоҡмановтар ғаиләһе “Далан” төркөмө составында ла сығыш яһап алды бит әле... 

– Эйе, үҙебеҙҙе баш ҡалала һынап ҡарау ниәте менән 2006 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә күстек. Башҡортостандың халыҡ артисы Артур  Туҡтағолов ойошторған “Далан” төркөмөндә биш йыл сығыш яһарға тура килде. Әммә йәшлек ҡалабыҙ булған Стәрлетамаҡ һағындырҙы һәм кире ҡайтып  төпләндек.

– Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Торатау” өлгөлө балалар халыҡ бейеүҙәре ансамблен ойошто- роуығыҙҙы һәм уның бөгөн дә уңышлы эшләүен, юғары ҡаҙаныштарға ирешеүен матбуғат саралары, социаль селтәрҙәр аша ҡарап-танышып барабыҙ. 

– Дөрөҫ, 2012 йылда кәләшем менән ошо ансамблгә нигеҙ һалдыҡ һәм, Аллаға шөкөр, ул бөгөн дә уңышлы эшләп килә. Ошо йылдар эсендә ул үҫте, күп таланттар әҙерләп сығарҙы, әле лә һәләтле балаларҙы туплап, алға аныҡ маҡсаттар ҡуйып эшләй. Бынан алты йыл элек көтмәгәндә кәләшем ҡаты ауырыуҙан һуң яҡты донъяларҙы ташлап киткәс, әле ансамбль менән ҡыҙым Лиана етәкселек итә.

– Талантлы ғаиләлә үҫкән ҡыҙҙарығыҙҙа, моғайын да, сәнғәткә һөйөү уята алғанһығыҙҙыр? 

– Эйе, ҡыҙҙарыбыҙға бала саҡтан халҡыбыҙҙың йыр-моңона, бейеү сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләй алыуыбыҙ менән бәхетлемен. Уларҙың икеһе лә бала саҡтан  алып бейей. Лиана тәүҙә ҡалалағы юридик колледжды, артабан ситтән тороп М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының  “Хореография” факультетын тамамланы. Әле, әйтеп үтеүемсә, “Торатау” ансамблен етәкләй, бейеүҙәр һала. Әҙилә ҡыҙым да ошо коллективта шөғөлләнә. Мин иһә унда художество етәксеһе булып йөрөйөм. Әйткәндәй, бер үк ваҡытта ҡаланың 3-сө Башҡорт лицейында бейеү түңәрәге алып барам. Бына егерме йылдан ашыу мәктәптә “Ирәндек” бейеү ансамбле уңышлы эшләп килә. Ғөмүмән, 2013 йылда хаҡлы ялға сыҡһам да, эшләүемде дауам итәм, сөнки  тормошомдо бейеү сәнғәтенән тыш күҙ алдына ла килтерә алмайым. Тап ул миңә оло донъяға юл асты, мине бәхетле итте. Һәр хәлдә, тормошом менән бик тә  ҡәнәғәтмен. Кәләшемдең бик иртә беҙҙе ташлап китеүе генә аяныслы, һағыш-хәсрәтте балаларым, ейәнсәрем менән баҫам. Улар һәм коллективым минең ныҡлы терәгем һәм таянысым булып тора.

– Арҙаҡлы яҡташыбыҙ, башҡорт бейеү сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән, ҙур уңыштарға ирешкән шәхес булараҡ, Рәил Рәйес улы һине  Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исем алыуың менән яҡташтарың исеменән ихлас ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ. Ижади бейеклектәр һиңә! 

– Ихлас теләктәр өсөн ҙур рәхмәт! 

Азамат МӨХӘМӘТШИН әңгәмәләште.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: