Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
18 Февраль 2022, 09:43

Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр

Әмин ауылы үҙенең бай тарихы, арҙаҡлы шәхестәре, хеҙмәт һөйөүсән халҡы, һоҡланғыс ғаиләләре менән дан тота. Ғәрифә менән тәлғәт Юнысовтар бар  ғүмерен тыуған төйәген үҫтереүгә арнаған, намыҫлы хеҙмәттәре менән хаҡлы абруй ҡаҙанған аҫыл ғаиләләрҙең береһе. 

Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр
Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр

Тәлғәт Хәйбулла улының барлыҡ тормош юлы тыуған ауылы менән бәйле. Темәс урта мәктәбендә уҡығанда уҡ тракторсы-машинист һөнәре алып сыҡҡан үҫмер хеҙмәт юлын ул осорҙағы данлыҡлы “Һәүәнәк” совхозының Темәс бүлексәһендә механизатор булып башлай. Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, ул йәнә яратҡан эшенә тотона һәм хужалыҡ тарҡалғанға тиклем ал-ял белмәй эшләй. Т.Юнысов барлыҡ ауыл хужалығы кампанияларын үткәреүгә үҙенең тос өлөшөн индерә, тырыш хеҙмәте менән күп тапҡырҙар хужалыҡта, шулай уҡ район кимәлендә “Сәсеү батыры” булып таныла, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә лайыҡ була. Һабантуйҙарҙа Тәлғәт Хәйбулла улына күп тапҡырҙар байрам флагын күтәреү хоҡуғы ла бирелә. Ул ауыл хужалығын үҫтереүгә егерме туғыҙ йыл ғүмерен арнай, фиҙаҡәр хеҙмәте менән хаҡлы абруй ҡаҙана. Ун йыл самаһы хужалыҡтың Әмин ауылы эргәһендәге 28 гектар майҙанды биләгән йәшелсәселек комплексына оҫта етәкселек итә, бригада хужалыҡты ғына түгел, район ауылдарын сифатлы йәшелсә менән тәьмин итә, хатта унан ситкә лә оҙатыла.
“Һәүәнәк” совхозы тарҡалғас, Т.Юнысов хеҙмәт юлын Темәс кирбес заводында экскаватор машинисы булып дауам итә. Был предприятиела ла ул иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫлы атҡарып, оло абруй һәм хөрмәт ҡаҙана, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә лайыҡ була. 2017 йылда ул хаҡлы ялға сыға.Фиҙаҡәр хеҙмәте бихисап наградалар, күп һанлы Почет грамоталары, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән баһалана.
Тәлғәт Хәйбулла улы тыуған төйәгенең, Темәс ауыл биләмәһенең, райондың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй, төрлө смотрҙарҙа, концерттарҙа, һабантуйҙарҙа даими ҡатнаша, тамашасыларҙы гармун моңдары һәм йырҙары менән ҡыуандыра. Яҡташтары менән Өфө сәхнәләрен дә дер һелкеткән ысын талант ул.
Тормош юлдашы Ғәрифә Октябрят ҡыҙы менән бынан ҡырҡ бер йыл элек матур ғаилә ҡороп, күптәр һоҡланырлыҡ итеп тормош кисерәләр. Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ауылында тыуған Ғәрифә Октябрят ҡыҙы Магнитогорск медицина училищеһын тамамлағас, дүрт йыл тыуған район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Кейәүгә сыҡҡас, хеҙмәт юлын Темәс участка дауаханаһында дауам итә. Медицинаға ҡырҡ өс йыл ғүмерен бағышлаған Ғ. Юнысова урындағы һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә үҙенең тос өлөшөн индерә, хаҡлы абруй ҡаҙана, халыҡ рәхмәтенә лайыҡ була. Фиҙаҡәр хеҙмәте “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исеме, бихисап Почет грамоталары менән баһалана. Әйткәндәй, Ғәрифә Октябрят ҡыҙы ҡәйнәһе Тутыя Ғүмәр ҡыҙына ҙур рәхмәтле. “Ҡәйнәм менән егерме алты йыл татыу ғүмер кисерҙек, ул ғаиләбеҙҙең ныҡлы терәге булды, балаларҙы үҫтерешеүгә күп көс һалды. Ҡәйнәмә бөгөн дә рәхмәтлемен”, - ти ул.
Юнысовтар үҙҙәре кеүек уңған, алдынғы ҡарашлы, аҡыллы, эшһөйәр, ярҙамсыл өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Өлкәндәре Наил – районда ғына түгел, республика кимәлендә лә билдәле журналист. Наил Тәлғәт улын беҙ Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының интерактив тапшырыуҙар редакцияһы етәксеһе, “Сәләм” тапшырыуын алып барыусы булараҡ яҡшы беләбеҙ һәм уның менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн ул күптән түгел “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Ҡыҙҙары Юлиә Баймаҡ лицей-интернатында эшләй, балаларға информатика фәненән белем бирә, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Әле ул декрет ялында. Кеселәре Фаил иһә шәхси ойошмала эшләй.Әйткәндәй, уларҙың барыһы ла матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтерә. Бөгөн Ғәрифә һәм Тәлғәт Юнысовтар һигеҙ ейән-ейәнсәр һөйөп кинәнә.
Ошо көндәрҙә райондың ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә үҙенең лайыҡлы өлөшөн индергән, намыҫлы хеҙмәте менән дан ҡаҙанған аҫыл ир-уҙамандарҙың береһе – Тәлғәт Хәйбулла улы Юнысов олпат юбилейын – 65 йәшен билдәләй. Уны ошо ғүмер байрамы менән ысын йөрәктән тәбрикләп, теләктәрҙең иң изгеләрен еткерәбеҙ. Юбилейығыҙ ҡотло булһын, арҙаҡлы уҙаман!
Азамат Мөхәмәтшин.

 

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: