Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
4 Октябрь 2021, 15:31

Һеҙ әҙерме? Беҙ әҙер!

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Бөгөн Баймаҡ ҡалаһында һәм районында һәр йәһәттән дә әҙерлек эштәре алып барыла.  #ҺаҡмарАтайсал

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Бөгөн Баймаҡ ҡалаһында һәм районында һәр йәһәттән дә әҙерлек эштәре алып барыла.  Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа Баймаҡ ҡалаһында – 31, ә ауылдарҙа 70 иҫәп алыусы эшләйәсәк. Шулай уҡ Баймаҡта – 5, ә ауылдарҙа 12 контролер буласаҡ.

- Быйыл өсөнсө тапҡыр халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында ҡатнашасаҡмын, - тине Ишмырҙа, Ишмөхәмәт һәм Татлыбай ауыл биләмәләре буйынса контролер Гөлсәсәк Бүтенбаева. - Бик яуаплы сара. Иҫәп алыусылар өсөн генә түгел, ә тотош халыҡ өсөн. Сөнки уның һөҙөмтәһе беҙҙең киләсәк йәшәйеште хәл итәсәк. Быйыл иҫәп алыусылар электрон планшеттар менән тәьмин ителә. Был беҙҙең эште күпкә еңеләйтәсәк. Юғиһә, быға тиклемгеләрендә өйҙән-өйгә ҙур-ҙур сумкалар менән йөрөргә тура килгәйне. Социаль яҡтан хәүефле булған ғаиләләрҙең өйҙәренә полиция хеҙмәткәрҙәре менән инәсәкбеҙ. Шуны ла һорап үтер инем, һәр ауылда ла берәҙәк эттәр бар. Мөмкин тиклем уларҙан тиҙерәк ҡотолоу юлын күрергә ине. Ә инде шәхси ихатала көтөлгәндәрен бәйләп ҡуйырға онотмаһындар. Бынан тыш адрес хужалыҡтарын да тәртипкә килтереү мөһим. Иҫәп алыусыларҙы һәр кем танып белә алһын өсөн, уларҙың фотоларын ауылдарҙың социаль селтәрҙәренә һаласаҡбыҙ.

Баймаҡта халыҡ иҫәбен алыуға етди әҙерлек бара. Уны лайыҡлы үтербеҙ, тип өмөтләнергә ҡала.

Һеҙ әҙерме? Беҙ әҙер!
Һеҙ әҙерме? Беҙ әҙер!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: