Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
27 Сентябрь 2021, 16:34

Эш хаҡын "конвертта" алам. Иҫәп алыусыға нисек яуап бирергә?

Минең иптәшем вахта ысулы менән ситтә эшләй. Эш хаҡын төрлөсә ала. Сөнки рәсми рәүештә урынлашмаған. Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында килем тураһындағы мәғлүмәтте нисек әйтергә? #ҺаҡмарАтайсал

"Минең иптәшем вахта ысулы менән ситтә эшләй. Эш хаҡын төрлөсә ала. Сөнки рәсми рәүештә урынлашмаған. Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында килем тураһындағы мәғлүмәтте нисек әйтергә? Вәсилә К., Баймаҡ". 

Был һорауға яуапты Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса халыҡ иҫәбен алыу буйынса уполномоченный Альбина Тимерова яуап бирә:

- Хеҙмәт миграцияһы тураһындағы һорау илдә күпме кешенең йөрөп эшләүе хаҡындағы мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү өсөн бирелә. Ә инде килем тураһындағы һорауға яуап итеп шуны әйткем килә – бында алынған мәғлүмәттәр һалым инспекцияһына ла, тикшереү органдарына ла ебәрелмәй. Һеҙгә рәсми эш хаҡы алаһығыҙмы, әллә “конвертта”мы тигән һорау бирелмәй.

Шул уҡ ваҡытта эш хаҡығыҙҙың күләме лә талап ителмәй. Бары тик килем алыу сығанағы тураһында ғына һорау ҡыҙыҡһындыра: эш хаҡы, пенсия, социаль пособие, стипендия, дивиденттар һәм башҡалар. Шуның өсөн дә был һорауға яуап бирергә ҡурҡмаҫҡа кәрәк.

 

Эш хаҡын "конвертта" алам. Иҫәп алыусыға нисек яуап бирергә?
Эш хаҡын "конвертта" алам. Иҫәп алыусыға нисек яуап бирергә?
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: