Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
24 Сентябрь 2021, 13:55

Иҫәпкә инеү өсөн Баймаҡҡа ҡайтырғамы?

“Мин Баймаҡ ҡалаһында иҫәптә торам, ә үҙем Өфөлә уҡыйым. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу өсөн Баймаҡҡа ҡайтып, иҫәп алыусының килгәнен көтөргә кәрәк буламы?” #ҺаҡмарАтайсал

“Мин Баймаҡ ҡалаһында иҫәптә торам, ә үҙем Өфөлә уҡыйым. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу өсөн Баймаҡҡа ҡайтып, иҫәп алыусының килгәнен көтөргә кәрәк буламы?”

Альбина Тимерова, Баймаҡ ҡалаһы һәм районда халыҡ иҫәбен алыу буйынса уполномоченный:

- Башҡортостан халҡына был компанияла ҡатнашыу өсөн ҡайҙалыр йөрөргә,ҡайтырға кәрәкмәй. Иҫәп алыусы һеҙҙең әлеге ваҡытта йәшәгән урынығыҙға барасаҡ. Йәғни, әлеге ваҡытта республика өсөн мөһим булған һорауҙарға яуапты һеҙ Өфөлә лә бирә аласаҡһығыҙ.

Был урында шуныһы мөһим, студенттар, йәки ваҡытлыса ситтә йәшәүселәр, вахта ысулы менән эшләүселәр халыҡ иҫәбен ҡайҙа үтәсәге хаҡында яҡындарын алдан иҫкәртергә тейеш.

Иҫәпкә инеү өсөн Баймаҡҡа ҡайтырғамы?
Иҫәпкә инеү өсөн Баймаҡҡа ҡайтырғамы?
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: