Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
23 Сентябрь 2021, 17:00

Берәү, икәү, өсәү... Беҙ нисәү?

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы быйыл 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем барасаҡ. Халыҡ ниндәй һорауҙарға яуап бирәсәк? Паспорт талап ителәме? Яҡындарың өсөн һин яуап бирә алаһыңмы? Әгәр ҙә бала ваҡытлыса икенсе ҡалала уҡып йөрөһә, уларҙы ата-әсәләре иҫәпкә индерә аламы? Бөгөн ошо һорауҙарға Баймаҡ ҡалаһы һәм районындағы халыҡ иҫәбен алыу буйынса уполномоченный Альбина Тимерова яуап бирә. #ҺаҡмарАтайсал

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы быйыл 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем барасаҡ. Халыҡ ниндәй һорауҙарға яуап бирәсәк? Һорауҙарға яуап биреү өсөн паспорт талап ителәме? Яҡындарың өсөн һин яуап бирә алаһыңмы? Ниндәй һорауҙарға яуап бирергә әҙерләнергә? Бөгөн ошо һорауҙарға Баймаҡ ҡалаһы һәм районындағы халыҡ иҫәбен алыу буйынса уполномоченный Альбина Тимерова яуап бирә.

- Альбина Рәмил ҡыҙы, әңгәмәне шунан башлағым килә – беҙ халыҡ иҫәбен алыуға әҙерме?

- Дөрөҫөн әйткәндә, былтыр уҡ уҙырға тейешле был сара, пандемия арҡаһында, бөгөнгә тиклем кисектерелеп килде. Әйтергә кәрәк, ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа был тәңгәлдә ҙур саралар күрелде. Хужалыҡ адрестары тәртипкә килтерелде. Ләкин бөтәһендә лә тип әйтмәҫ инем. Сөнки ҡайһы бер йорттарҙа урамдар исеме, йорттарҙың рәт һандары юҡ. Әле ваҡыт бар, шунлыҡтан кемдәр әле өлгөрмәгән, тиҙ арала был тәңгәлдәге мәсьәләне хәл итеп ҡуйыуҙы һорайым. Шулай уҡ берәҙәк эттәрҙән ҡотолоу, ә йорттағыларҙы бәйләп ҡуйыу кәрәклеге хаҡында иҫкәрткем килә. Күсей, Ишмырҙа, Беренсе Этҡол, Ишмөхәмәт, Ҡолсора, Ниғәмәт, Семеновск, Моҡас ауыл биләмәләрен яҡшы яҡтан билдәләп үткем килә. Уларҙа адрес хужалығы тулыһынса тәртипкә килтерелгән. Ә ҡалғандарында әле эшләнәһе эш күп.

- Халыҡ иҫәбен алыу нисек ойошторола?

- Иҫәп алыуҙы кеше үҙенә нисек уңай, шул форматты һайлап ала ала. Интернет аша иҫәп алыуҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә. Шулай уҡ иҫәп алыусы өйҙәр буйлап, планшеттар менән йөрөйәсәк. Әгәр ҙә инде үҙҙәренә иҫәп алыусыларҙы индерергә теләмәүселәр өсөн станционар участкалар эшләйәсәк.

- Интернет аша нисек халыҡ иҫәбендә ҡатнашырға мөмкин?

- Дәүләт порталы аша һорауҙарға яуап бирергә йәки күп функциялы үҙәккә килергә мөмкин. Был осраҡта, әгәр иҫәп алыусы өйөгөҙгә килә икән, ошо хаҡта иҫкәртергә онотмағыҙ. Сөнки бер кеше бер тапҡыр ғына иҫәп алыуҙа ҡатнаша ала.

- Һорауҙарға яуап биреү өсөн паспорт талап ителәме?

- Юҡ, кәрәкмәй. Бөтә һорауҙарға ла яуап кешенең әйтеүе буйынса яҙыла.

- Ә ниндәй һорауҙар буласаҡ?

- Иҫәп алыу бланкыһы өс формала була. “Л” бланкаһында социаль-демографик, гражданлыҡ, милләт, ниндәй телдә һөйләшеү, торлаҡ шарттары, миграция, белем, мәшғүллек, йәшәү өсөн ҡайҙан килем алыуҙары хаҡында һорауҙар бар. Был бланк ғаиләләге һәр кешегә айырым тултырыла. Шул иҫәптән йәш балаларға ла. Халыҡтың торлаҡ һәм санитар-гигиена шарттары тураһындағы мәғлүмәттәр “П” бланкаһында сағыласаҡ. Бында өйҙөң нимәнән төҙөлгәне, уңайлыҡтар бармы-юҡмы икәнлеге, нисә бүлмәле булыуы хаҡында һорауҙар була. Ә инде Рәсәйҙә ваҡытлыса йәшәүселәр өсөн “В” бланкаһы тултырыла. Уларҙың беҙҙең илгә килеү маҡсаты, гражданлығы хаҡында мәғлүмәттәр яҙыласаҡ. Әгәр ҙә сит ил кешеһе рус телен белмәй икән, улар дәүләт порталы аша һорауҙарға яуап бирә ала. Унда телде һайлау мөмкинлеге бар.

- Ғаилә ағзаларынан берәү бөтәһе өсөн дә яуап бирә аламы?

- Эйе, бөтәһе өсөн дә бер кеше яуап бирә ала. Ләкин яҡындары хаҡындағы бөтә мәғлүмәтте лә белергә тейеш.

- Әгәр ҙә бала ваҡытлыса икенсе ҡалала уҡып йөрөһә, уларҙы ата-әсәләре иҫәпкә индерә аламы?

- Әгәр студент икән, улар өсөн борсолорға кәрәкмәй. Уҡыған ерҙәрендә үҙҙәре халыҡ иҫәбен үтәсәк. Ә инде мәктәп уҡыусыһы булараҡ икенсе ерҙә уҡып, каникулға ҡайтып йөрөй икән (мәҫәлән, интернатта), ул сағында ата-әсәләре улар өсөн яуап бирә ала.

- Иҫәп алыусы ҡасан килер икән, тип бер ҡайҙа ла бармай, өйҙә генә көтөп ултырырға кәрәкме?

- Әгәр иҫәп алыусы һеҙ өйҙә булмағанда килә икән, улар һеҙҙең почта йәшнигенә икенсе ваҡыт киләсәген иҫкәртеп, листовка ҡалдырасаҡ. Ләкин шуны оноторға ярамай – иҫәп алыусы һеҙҙең өсөн уңайлы көндә, уңайлы ваҡытта килә алмаясаҡ. Шуның өсөн һәр кем үҙе был хаҡта алдан хәстәрлек күрергә тейеш.

- Эш урындарында халыҡ иҫәбен алыуҙы ойошторорға мөмкинме?

- Бында бөтәһе лә эш биреүсенән тора. Ул статистика бүлегенә иҫәп алыусыны ебәреүҙе һорап мөрәжәғәт итә ала. Ваҡыты һәм көнө алдан билдәләнәсәк.

- Әгәр ҙә кеше ваҡытлыса ҡуртымға алынған фатирҙа йәки өйҙә йәшәй икән, ти. Был осраҡта торлаҡ буйынса кем исеменән яуап бирергә тейеш?

- Был осраҡта бланктар әлеге ваҡытта фатирҙа йәшәгән кеше исеменән тултырыла.

- Кеше әгәр дауаханала ятһа...

- Улар өсөн туғандары, яҡындары яуап бирә аласаҡ.

- Шәхси хужалыҡ килем сығанағы булып иҫәпләнәме?

- Бында шәхси хужалыҡтың ниндәй кимәлдә ойошторолоуына ҡарарға кәрәк. Әгәр ҙә һеҙ ҙур күләмдә йәшелсә-емеш үҫтереп, йәки малсылыҡтан килгән продукцияны эшкәртеп һатаһығыҙ икән, был коммерция йүнәлешендәге шөғөл булып иҫәпләнә. Әгәр ҙә инде кеше үҫтереп, алған йәшелсәһенең артыҡ күп булмай, үҙенә лә, һатыуға ла етә икән, быны килем алыу сығанағы, тип ҡарарға мөмкин. Ә инде кеше шәхсән үҙе өсөн генә, әйтәйек, тауыҡ көтөп, йомортҡа ала икән – был килем сығанағы тип иҫәпләнмәй.

- Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре ҡасан билдәле була?

- Тәүге һөҙөмтәләр 2022 йылдың апрелендә билдәле буласаҡ. Ә инде рәсми раҫланған мәғлүмәттәр 2022 йылдың дүртенсе кварталында иғлан ителәсәк.

- Ә ниндәй йүнәлештәр буйынса мәғлүмәттәр туплана?

- Тәү сиратта Рәсәйҙең дөйөм халҡы билдәләнә. Ҡатын-ҡыҙҙар күпме, ир-егеттәр, балалар. Уларҙың йәше, милләте, ниндәй телдә һөйләшеүе, нисә кеше никахта тора, күпме яңғыҙаҡтар. Шулай уҡ халыҡтың белем кимәле, йәшәү өсөн алған сығымдары асыҡланасаҡ.

- Халыҡ иҫәбен алыу нимә бирә?

- Иҫәп алыу беҙҙең киләсәк өсөн кәрәк. Тәү сиратта уның һөҙөмтәһе район һәм республика бюджеттарына тәьҫир итәсәк. Сөнки шуға ҡарап социаль инфраструктура – мәктәп, балалар баҡсаһы, ФАП-тар төҙөлә, социаль, иҡтисади йүнәлештәге программалар ҡабул ителә. Шуның өсөн дә халыҡ иҫәбен алыуҙа һәр кем мотлаҡ ҡатнашырға тейеш, тип уйлайым.

Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.

Берәү, икәү, өсәү... Беҙ нисәү?
Берәү, икәү, өсәү... Беҙ нисәү?
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: