Тиҙҙән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башлана. Быйыл беренсе тапҡыр был сарала интернет селтәре аша ғына ла ҡатнашып була. Шулай ҙа, күптәрҙе сараның ойошторолоуы, барышы ҡыҙыҡһындыра. Статистика-мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре йыш бирелгән һорауҙарға яуап бирә.
1-се һорау. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыусы рус телен белмәгән граждандар иҫәп алыу бланктарын нисек тулытырыға тейеш?
Яуап: Был граждандар Дәүләт хеҙмәте интернет порталында иҫәп алыу балнкын үҙ телдәрендә тултыра ала. Ә бына иҫәп алыусылар был осраҡта документтарҙы тултырырға ярҙам итә алмай. Уларға рус теленән башҡа телдәрҙе белеү мотлаҡ талап түгел.
2-се һорау:Иҫәп алыусының һорауына ғаилә ағзаларының һәр береһе яуап бирергә тейешме? Барыһы өсөн бер кешенең яуап биреүе дөрөҫмө?
Яуап: Барыһы тураһында ла тулы мәғлүмәт булған осраҡта бер кеше ғаилә ағзаларының барыһы өсөн дә яуап бирә ала.
3-сө һорау. Бала икенсе ҡалала уҡый һәм ваҡытлыса йәшәй икән, уның тураһында мәғлүмәт биреү кәрәкме?
Яуап: Студенттар тураһында иҫәп алыу бланкын тултырырға кәрәкмәй. Иҫәп алыу уҡыу йорттарының барыһында ла айырым уҙғарыла. Унда һәр студент үҙе балнктарҙы тултырасаҡ. Әгәр ҙә бала икенсе ҡалала мәктәптә уҡый икән, уның тураһында мәғлүмәт биреү мотлаҡ.
4-се һорау: Иҫәп алыусы өйгә килгәндә хужалар өйҙә булмаһа, ул ҡабаттан киләсәкме?
Яуап: Әйе, был осраҡта иҫәп алыусы почта йәшнигенә үҙенең килеүе тураһында иҫкәрмә һаласаҡ һәм икенсе көндә киләсәк. Тик ул һеҙҙең өйҙә булған ваҡытығыҙға тура килмәүе лә бар, сөнки улар һеҙгә уңайлы ваҡытта ғына килә алмай. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу апрель айында уҙасаҡ. Шуға күрә иҫәп алыусы бер нисә тапҡыр килеп тә хужаларҙы осрата алмаһа, уның урынына апрель аҙағында контролерҙар киләсәк, улар ҙа иҫәпләү документтарын тултыра ала.
5-се һорау:Халыҡ иҫәбен алыу эш урындарында үткәреләме?
Яуап: Ойошма етәксеһе территориаль статистика бүлегенә халыҡ иҫәбен алыусыны ебәреүҙе һорап мөрәжәғәт итһә, эш урынында ла бланктарҙы тултырып була.
6-сы һорау: Торлаҡты ҡуртымға алып йәшәгән осраҡта, документтар кемдең исеменә тултырыла?
Яуап: Был осраҡта иҫәпләү бланктары ҡуртымға алыусылар исеменән тултырыла. Сөнки Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа бөгөнгө көндә илдә йәшәгән халыҡтың һаны билдәләнә. Торлаҡ хужалары үҙҙәре йәшәгән урында иҫәпкә алынасаҡ.
7-се һорау: Халыҡ иҫәбен алыу барған ваҡытта дауаханала ятҡандар ҡатнаша аламы?
Яуап: Был граждандар Дәүләт хеҙмәте аша иҫәпләү бланктарын тултыра ала. Интернет селтәренә инергә мөмкинлек юҡ икән, улар өсөн документты туғандары тултырырға мөмкин.
8- се һорау: Ишетмәгән һәм күрмәгән кешеләр халыҡ иҫәбен алыуҙы нисек үтәсәк?
Яуап: Был категорияға ҡараған граждандар туғандары ярҙамында шул уҡ Дәүләт порталында тултыра ала. Ундай мөмкинселеге булмаған һаңғырауҙарға иҫәп алыусы махсус тәржемәсе менән киләсәк. Инвалидтар ойошмаларының төбәк бүлектәре ойоштороусыларға мөмкинлектәре сикләнгән граждандар тураһында алдан мәғлүмәт бирергә тейеш. Бынан тыш махсус тәржемәсе (сурдопереводчик) менән был адрестар буйлап йөрөр өсөн дата һәм теүәл ваҡыт билдәләнәсәк.
9-сы һорау:Йорт хужалығы килем сығанағы булып һаналамы?
Яуап:.Әгәр ҙур күләмдә продукция үҫтереп һатыуға сығара икән, үҙ хужалығын шәхси эшҡыуар булараҡ теркәгән осраҡта килем сығанағы булып һанала. Шулай уҡ, аҙ күләмдә емеш-еләк, йәшелсә үҫтереп һатыуға сығарылған осраҡта (магазин алдарында, урамда һатып торғандарға ҡағыла), был килемгә һанала.
10-сы һорау: Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу өсөн телефон, планшет, комьютерҙарға махсус программалар ҡуйыу кәрәкме?
Яуап: Юҡ, бының өсөн махсус программалар кәрәкмәй. Дәүләт хеҙмәте интернет порталына теркәлеүегеҙ ҙә етә.
#ВСЕРОССИЙСКАЯПЕРЕПИСЬНАСЕЛЕНИЯ2021
https://svetlyi-put-b.rbsmi.ru/articles/common_material/D-l-t-he-m-te-portalinda-terk-le---et-660707/