Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
12 Март 2020, 11:50

"Башҡортостан ауылдары"нда һеҙ бармы?

Мәғлүмәттәр йыйынтыҡ итеп баҫтырылған. Уларға бер аҙ күҙәтеү эшләйек.

Быйыл Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы үтәсәк. Был мөһим сәйәси сара илебеҙҙә күп тапҡыр үткәне бар. Мәғлүмәттәр төрлө йыйынтыҡ итеп баҫтырыла. Уларға бер аҙ күҙәтеү эшләйек.

Башҡортостан ауылдары” китабында 1939 йылдан 2010 йылдарҙа Советтар Союзында һәм Рәсәй Федерацияһында уҙған ете халыҡ иҫәбен алыу материалдары индерелгән. Унда бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерелгән.

Рәсәй империяһында беренсе Бөтә дөйөм халыҡ иҫәбен алыу 1897 йылда үтә. Унда 19-сы быуат аҙағында Рәсәй халҡының һаны һәм составы тураһында берҙән-бер ышаныслы сығанаҡ тупланған. Ә Совет осоронда беренсе халыҡ иҫәбен алыу 1920 йылда ауыл хужалығы иҫәбен алыу менән берлектә үтә. 1923 йылда ҡала һәм ҡала тибындағы ҡасабалар халҡы иҫәбен алыу ойошторола. 1926 йылдағы Бөтә союз халыҡ иҫәбен алыу киң масштабта үтә. Унда яңы алымдар, халыҡтың социаль составы һәм ғаиләләр буйынса мәғлүмәттәр туплана. Киләһе иҫәп алыу 1937 йылдың ғинуарында үтә. 1939 йылда уҙған халыҡ иҫәбен алыуҙа беренсе тапҡыр халыҡ иҫәбе теүәллеген билдәләү өсөн махсус саралар ҡулланыла. Әммә Бөйөк Ватан һуғышы барлыҡ йыйылған материалдарҙы эшкәртеп бөтөү мөмкинлеген бирмәй. Артабанғы масштаблы саралар 1970 һәм 1979 йылдарҙа үтә. Иң һуңғы СССР халыҡтары иҫәбен алыу 1989 йылда, ә беренсе Бөтә Рәсәй кимәлендәгеһе 2002 йылдың 9 октябрендә, артабан 2010 йылда үтә.

Читайте нас: