Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
11 Февраль 2020, 11:25

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға белгестәр туплана

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһын уҙғарыу өсөн ваҡытлыса контролерҙар һәм иҫәп алыусылар йәлеп ителәсәк. Контролер 2020 йылдың 14 сентябренән 10 ноябренә тиклем (58 көнгә), ә иҫәп алыусы 1 октябрҙән 31 октябргә тиклем (31 көнгә) ҡәҙәр эшкә алына. Уның өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Яуап - беҙҙең сайтта.

Мәғлүм булыуынса, быйыл Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы үтәсәк. Уға әҙерлек Баймаҡ районында ла планға ярашлы алып барыла. Тәү сиратта урындарҙа урамдарҙың һәм йорттар һанын тәртипкә килтереүгә иғтибар биреләсәк.

Бөгөн мөһим был кампанияны атҡарып сығыу өсөн ойоштороу эштәре алып барыла. Ҡала һәм ауылдар иҫәп алыу һәм иҫәп сығарыу участкаларына бүленә. Уларҙың һәр береһендә берәр иҫәп алыусы эшләйәсәк. Һәр береһенә уртаса 550 кеше тура киләсәк.

Баймаҡ районы 12 иҫәп алыу, 70 иҫәп сығарыу, ә ҡала 5 иҫәп алыу һәм 31 иҫәп сығарыу участкаларына бүленәсәк.

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһын уҙғарыу өсөн ваҡытлыса контролерҙар һәм иҫәп алыусылар йәлеп ителәсәк. Контролер 2020 йылдың 14 сентябренән 10 ноябренә тиклем (58 көнгә), ә иҫәп алыусы 1 октябрҙән 31 октябргә тиклем (31 көнгә) ҡәҙәр эшкә алына.

Халыҡ иҫәбен алыусылар итеп ойоштороу һәләте булған, кеше менән эшләй белгән, яуаплылыҡ тойған кешеләр һайлап алына. 2002 һәм 2010 йылдарҙағы “Бөтә Рәсәй Халыҡ иҫәбан алыу”, 2006 һәм 2016 йылдарҙағы “Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу” кампанияһында эшләүселәргә өҫтөнлөк бирелә. Уларҙың барыһы ла курс үтәсәк һәм тест һорауҙарына яуап бирәсәк. Әлеге ваҡытта кадрҙар туплана.

Читайте нас: