Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
22 Ғинуар 2020, 16:30

Конкурста ҡатнашығыҙ!

Мәғлүм булыуынса, быйыл Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу компанияһы үтәсәк. Уның талисманын билдәләү өсөн конкурс иғлан ителгән. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһының талисманын билдәләү конкурсы иғлан ителде. Бер кеше конкурсҡа өс эш тәҡдим итә ала. Иң яҡшы проект хужаһы аҡсалата приз менән бүләкләнәсәк.

Ижади бәйгелә ҡатнашыр өсөн бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың рәсми сайтында теркәлергә кәрәк. Инстаграмдағы үҙегеҙҙең шәхси сәхифәгеҙҙә ҡуйылған эшегеҙҙең һылтанмаһын беркетегеҙ. Уға ошо һылтанма @strana2020 менән #талисман_перепись хештегын ҡуйырға онотмағыҙ.

Конкурсҡа эштәрҙе ҡабул итеү 10 февралгә ҡәҙәр дауам итәсәк. Уға һөҙөмтә 28-ендә билдәле буласаҡ.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән түбәндәге һылтанма буйынса рәсми сайтта танышырға мөмкин: https://www.strana2020.ru/contest/talisman/ #перепись #ВПН2020 #переписьнаселения
#иҫәптәләһандалабулайыҡ

Читайте нас: