Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
18 Декабрь 2019, 14:25

“Киләсәкте төҙөйбөҙ!”

Халыҡ иҫәбен алыу 2020 йылдың 1 октябренән 31-енә тиклем барасаҡ. Граждандар Берҙәм дәүләт хеҙмәте порталы аша электрон форматта үҙҙәре лә бланктарҙы тултыра ала. Шулай уҡ күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Онлайн аша һорауҙарға яуап биреүселәргә һанлы код бирелә һәм уны халыҡ иҫәбен алыусыларға еткерергә кәрәк буласаҡ. Ул ниндәй девиз аҫтында уҙасаҡ? Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Халыҡ иҫәбен алыу 2020 йылдың 1 октябренән 31-енә тиклем барасаҡ. Граждандар Берҙәм дәүләт хеҙмәте порталы аша электрон форматта үҙҙәре лә бланктарҙы тултыра ала. Шулай уҡ күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Онлайн аша һорауҙарға яуап биреүселәргә һанлы код бирелә һәм уны халыҡ иҫәбен алыусыларға еткерергә кәрәк буласаҡ.

4-27 октябрҙә халыҡ иҫәбен алыусылар планшеттар менән өйҙәр буйынса йөрөйәсәк. Уларҙың махсус экипировкалары һәм таныҡлыҡтары буласаҡ. Бынан тыш стационар участкаларҙа ла махсус пункттар эшләйәсәк. Төрлө сәбәптәр арҡаһында үҙҙәренең өйҙәренә индерергә теләмәүселәр уларға мөрәжәғәт итә аласаҡ.

Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһының тәүге һөҙөмтәһе 2020 йылдың декабренә билдәле буласаҡ. 2021 йылдың февраленә Росстат тәүге йомғаҡтарҙы яһаясаҡ. Бары тик 2021-2022 йылдарҙа ғына тулы мәғлүмәт әҙер буласаҡ.

Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһының эмблемаһының презентацияһы булды. 2002 йылда был мөһим кампания “Үҙеңде Рәсәй тарихына индер!” девизы аҫтында үтте. 2020 йылда иһә улКиләсәкте төҙөйбөҙ!” тигән саҡырыу аҫтында уҙасаҡ.

Читайте нас: