Кисә Ололар көнө уңайынан районда оло йәштәгеләр өсөн төрлө саралар, сәй табындары ойошторолдо. Таулыҡай ауылында ла был көн бик матур үтте. Ленин исемендәге ауыл хужалығы ашханаһында үткән сара программаһы бай булды. Урындағы "Хазиналар", "Ынйылар" ансамблдәре, ағинәйҙәр ойошмаһы байрамға килеүселәргә бик матур концерт программаһы тәҡдим итте. Ашхана хеҙмәткәрҙәре Т.Н. Сәйетова һәм Г.М. Солтанова ҡунаҡтарға тирмән ононан, ҡомалаҡтан күпереп бешкән тәмле икмәк, йылы аш әҙерләне. Оло йәштәге инәй - олатайҙар мул табынлы өҫтәл артында рәхәтләнеп аралашты, йырланы, шиғыр һөйләне.
Таулыҡай ауылы биләмәһе башлығы Ҡ. Р. Уразбаев ололарҙы байрам уңайынан ҡотлап изге теләктәрен еткерҙе, уларға һаулыҡ, балалар ҡыуанысы теләне. Ошо байрамды үткәреүҙә үҙ өлөштәрен индергән Ленин исемендәге ауыл хужалыҡы кооперативы етәксеһе Ғ. Б. Сәлимовҡа, эшҡыуар В.Ф.Үҙәнбаеваға, ауылдың имам - хатибы М.Ә.Салиховҡа, Г.Й.Салиховаға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Афарин, Таулыҡайҙар! Һәр саҡ бергә һәм берҙәм булығыҙ! Ауыл тотҡаһы булған ололарыбыҙҙың һәр көндәре ҡыуаныслы ваҡиғаларға бай булһын. Бер осрашыу -үҙе бер ғүмер, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер. Таулыҡайҙар ҙа был байрамда күңелдәре булҡансы аралашып, йыр - моң тыңлап, рухи аҙыҡ алып таралышты.