Һаҡмар
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Айыҡлыҡ - ҙурлыҡ
14 Март 2023, 14:36

Иҫерткес эсемлектәргә ҡаршы 77 төр милли эсемлек!

"Айыҡ ауыл" республика бәйгеһе планына ярашлы, ағинәйҙәребеҙ күргәҙмә үткәрҙе, иҫерткес эсемлектәргә ҡаршы 77 төр милли эсемлек әҙерләп күрһәтте. Бында һөт эсемлектәре, төрлө һуттар, компоттар, үлән сәйҙәре, кеүәҫ, буҙа, ҡымыҙ кеүек кеше организмы өсөн файҙалы, витаминдарға бай, һыуһынды ҡандырырҙай күп төрлө эсемлектәр әҙерләп була икәнен, араҡыға альтернатива булырҙай эсемлектәр булыуын күрһәтте. Шулай уҡ был күргәҙмәгә ҡуйылған эсемлекте теләгән һәр кем ауыҙ итә алды. Айырыуса клюква, энәлек, тубырсыҡтан эшләнгән һуттар ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Киләсәктә, һәр кем, табындарҙа төрлө һуттарға, организмыбыҙға кәрәкле сәйҙәргә өҫтөнлөк бирһен ине. Төрлө сараларҙа ошондай күргәҙмәләрҙе даими ойошторорға кәрәк, аңлатыу эше алып барыу зарур, тигән һығымтаға килдек.

#Айыҡауыл2022
#Трезвоесело2022
#Сәләмәтауыл2022
#Здоровоесело2022
#БаймаҡрайоныИҫкеСибай
#БаймакскийрайонСтарыйСибай
#БөтәДоньяБашҡорттарыҠоролтайы
#ВсемирныйКурултайБашкир
#ШәфәҡАғинәйОйошмаһы

«Проект реализуется на грант Главы Республики Башкортостан при поддержке Фонда содействия гражданскому обществу Республики Башкортостан».
"Айыҡ ауыл" проекты Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙғарыла.

Гөлшат Тулыбаева. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: