Һаҡмар
-4 °С
Облачно
Антитеррор
Айыҡлыҡ - ҙурлыҡ
13 Марта 2023, 12:05

Сертификаттар тапшырыла башланы

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн сумма күберәк — 50 мең һум...

Добавить в предпочтительные источники Google
Сертификаттар тапшырыла башланыСертификаттар тапшырыла башланы
Сертификаттар тапшырыла башланы

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға белем алыуға сертификаттар тапшырыла башланы. Беренсе булып ошо сертификатты Бөрөнән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары алды. Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте. Быйыл финансланған 700 сертификаттың 200-ө ошо категорияға ҡараған граждандар өсөн бүленгән.

Ҡалғаны мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә торғандар, декрет ялындағы ҡатын-ҡыҙҙар, эшен дауам итергә теләгән пенсионерҙар өсөн тәғәйенләнгән.

Сертификаттың хаҡы ике тапҡырға артҡан һәм хәҙер 20 мең һум тәшкил итә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн сумма күберәк — 50 мең һум. Был аҡсаны һөнәри йәки өҫтәмә һөнәри белем алыуға тотонорға мөмкин.

Автор:Гузель Салихова