Һаҡмар
-4 °С
Облачно
Антитеррор
Айыҡлыҡ - ҙурлыҡ
21 Февраля 2023, 17:15

Көмөшкә ҡыуып, дауаханаға эләккән

Был ҡот осмалы хәл Баймаҡта булған. 

Добавить в предпочтительные источники Google

Бөгөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына Баймаҡ ҡалаһының Куйбышев урамындағы 8х4 метр ҙурлығындағы шәхси йортта, фараз буйынса көмөшкә аппаратын файҙаланғанда газ-һауа ҡатнашмаһы шартлауы тураһында хәбәр килгән. Ваҡиға урынына Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын һүндереүселәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килгән. Ут майҙаны 1 квадрат метр тәшкил иткән, ул ҡотҡарыусылар килеп еткәнсе һүндерелгән. Һөҙөмтәлә бер ир һәм бер ҡатын зыян күргән. Ир дауаханаға оҙатылған. Ә ҡатын табиптар уны ҡарағандан һуң дауаханаға ятыуҙан баш тартҡан.

Фото:Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы.

Автор:Лилия Такаева