Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Айыҡлыҡ - ҙурлыҡ
2 Февраль 2023, 10:45

Иҫке Сибайға еңеү теләйбеҙ!

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев етәкселегендә “Айыҡ ауыл” республика конкурсының финалына үткән Иҫке Сибай ауылын әҙерләү һәм тейешле саралар үткәреү буйынса ойоштороу комитетының ултырышы булып уҙҙы...

Иҫке Сибайға еңеү теләйбеҙ!
Иҫке Сибайға еңеү теләйбеҙ!

Республикабыҙҙа уҙғарылған мөһим “Айыҡ ауыл” конкурсына Баймаҡ районында ла ҙур иғтибар бирелә. Йыл һайын бында район кимәлендә үткән был сарала бар биләмәләр ҡатнаша. Был йәһәттән Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының эше ғәйәт ҙур

Бөгөн район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев етәкселегендә “Айыҡ ауыл” республика конкурсының финалына үткән Иҫке Сибай ауылын әҙерләү һәм тейешле сараларүткәреү буйынса ойоштороу комитетының ултырышы булып уҙҙы. Фәнис Ғәбдрәшит улы Айыҡ ауыл” проектының йылдан-йыл киңерәк ҡолас алыуын билдәләп үтте. Ҡоролтай рәйесе Рәшит Вәкил улы Ишембәтов был йәһәттән башҡарылған һәм башҡарыласаҡ эштәрҙе барлап үтте.

Мәғлүм булыуынса, былтырғы кеүек үк, “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеүселәр “Эре ауылдар”, “Ҙур ауылдар”, “Уртаса ҙурлыҡтағы ауылдар”, “Бәләкәй ауылдар” номинациялары буйынса билдәләнәсәк.

Иң ҙур ҙур приз – 6 миллион һум күләмендәге бүләк – “Эре ауылдар” номинацияһындағы еңеүсегә биреләсәк. Башҡа номинацияларҙа еңеүселәр, ауылдар ҙурлығына ҡарап, 5, 4 һәм 3-әр миллион һум аласаҡ.

Иҫке Сибай ауылына еңеү теләйбеҙ!

Гүзәл Салихова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: