Яңы йыл каникулы - ҡунаҡҡа йөрөү һәм ҡунаҡ саҡырыу менән үтә. Хәрәкәтләнмәү, күп ашау һаулыҡты ныҡ ҡаҡшатыуы бар. Сөнки ашҡаҙан аҙыҡты эшкәртеп өлгөрмәй һәм улар токсин йәғни ағыуға әүерелә. Уға иҫерткес эсемлектәр ҙә өҫтәлһә, бауыр-йөрәккә тағы ҙур көсөргәнеш төшә. Ни эшләргә һуң? Беренсенән, күп ашауҙан туҡтарға. Унан ашҡаҙанға ярҙам итеү өсөн ферменттар (мезим һб) эсергә. Тик йыш түгел. Ашҡаҙан ялҡауланып китмәһен, үҙе эшләһен. Күп итеп һыу ҙа эсмәгеҙ, был ашҡаҙанды тағы ла һуҙасаҡ. Саф һауаға сығып килегеҙ. Ашҡаҙанды бушатыу өсөн ике сәғәт ашамағыҙ. Унан бер стакан лимонлы һыу эсегеҙ. Ике сәғәттән ҡарабойҙай бутҡаһы ашайбыҙ. Төнгөлөккә ашамайбыҙ! Күрәгә, алма, ҡатыҡ ҡулланыу ярҙам итер. Ныҡ ас булһағыҙ, тауыҡ һурпаһы, бешкән балыҡ ите ашағыҙ. Һау-сәләмәт булығыҙ, күберәк хәрәкәт итегеҙ.