Гәзиткә яҙыл да, бүләк от... Алты ай йәки йыл дауамында яратҡан матбуғат баҫмаңды уҡыуҙан тыш, уға яҙылып отҡан бүләгеңә йылдар дауамында ҡыуаныу.
Башҡортостан Республикаһының “Республика Башҡортостан” нәшриәт йорто район һәм республика баҫмаларына яҙылыусылар араһында елле бүләктәр уйнатыуы тураһында барыһы ла белә. Һыуытҡыс, электр самокаты, ноутбук, телевизор, ҡар таҙартыу машинаһы һ.б. приздар ғинуарҙа БСТ каналында тура эфир аша уйнатылды. Шуныһы айырыуса ҡыуаныслы – ҡар таҙартыу машинаһын Ишмырҙа ауылынан Зилә Ильяс ҡыҙы Ҡотлоғужина отто!
Бөгөн бүләкте тапшырыу өсөн, алыҫ араларҙы яҡын итеп, республика мәғлүмәт үҙәге етәксеһе Айнур Дәүләтбәков килде. “Кисә ошондай һөйөнөслө хәбәр менән Әбйәлил районында булып, бәхетле еңеүселәргә электр самокатын тапшырғайныҡ. Ә Баймаҡ ерҙәренә беҙ ҡар таҙартыу машинаһын килтерҙек. Киләсәктә лә беҙҙең матбуғат баҫмалары менән бергә ҡалығыҙ, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулағыҙ”,-тине ул.
Зилә Ҡотлоғужина Ишмырҙа ауылы фельдшеры булып эшләй. Тынғыһыҙ эшенә бар күңелен һалып, яратып башҡара ул. Төрлө матбуғат баҫмаларын да даими алдыра. Был юлы ла “Һаҡмар” һәм “Йәшлек” гәзиттәренә яҙыла һәм уның квитанцияларын Өфөгә ебәрә. “Минең ҡар таҙартыу машинаһын отҡанымды үҙемдән алда ауылдаштарым, таныштарым белгән ине. Барыһы ла шылтырата, ҡотлай башлағас, аптырап ҡалдым. Унан һөйөнөсөмдөң иге-сиге булманы. Ошондай матур, дәртләндереү уйындарын ойоштороусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт”,-тине Зилә апай бәхетле йылмайып.
Бер ҙә эшенән бушамаған ауыл фельдшерына ҡар таҙартыу машинаһы заказ буйынса эләккәнме ни! Сөнки Зилә Ильяс ҡыҙы ауыл ситендә йәшәй. Уларҙың урамын әҙ генә өргән ҡар ҙа көрткә сумдырып китә. Зилә апайҙың ике улы башлы-күҙле булып, Өфөлә ҡалаһында йәшәй. Зилә апай ике ейәнгә бәхетле өләсәй ҙә. Байрам алдынан әсәләренең хәлен белешергә килгән улдары, килендәре, ейәндәренең бәхетле тауышына күмелгән йортҡа беҙҙең нәшриәт йорто ла шатлыҡ хистәрен өҫтәне. Киләсәктә лә һеҙҙең йортҡа гел шундай бәхетле хәбәрҙәр килһен, Зилә апай!
Гүзәл Салихова.