Уҙған аҙна нимәһе менән хәтерҙә ҡалды? Башҡорт йәмәғәтселеге өсөн “Салауат Юлаев” хоккей командаһының яңы тренеры, үҙебеҙҙең белгес Николай Цулыгиндың яңы хоккей миҙгелендә уңышлы старт алыуы һәм матчтарҙы саф башҡорт телендә ҡарау мөмкинлеге булыуы ысын шаңдау тыуҙырҙы. Бөгөн килеп беҙ хоккейҙы Башҡортостан юлдаш каналында – русса, “Ҡурай-ТВ” каналында рәхәтләнеп башҡортса ҡарай алабыҙ.
“Беҙгә башҡорт телендәге спорт трансляциялары тамашасыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятырмы-юҡмы икәнлеген аңлау мөһим”, – тигәйне ошо хаҡта “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы директоры Рөстәм Зәрәфетдинов. – Республикалағы аҫаба халыҡтың телен һаҡлау һәм үҫтереү күҙлегенән был ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла булыр ине”.
Шулай итеп, “Салауат Юлаев” хоккей командаһының уйындары быйылғы миҙгел башынан уҡ хәҙер туранан-тура “Ҡурай” каналында ла күрһәтелә башланы.
Спорт комментаторҙары итеп конкурс нигеҙендә Рәмил Урманшин менән Фәрүәз Рафиҡов һайлап алынды.
Әйтергә кәрәк, хоккей матчтарын башҡорт телендә ҡарау һәм тыңлау бер башҡа, ул үҙе бер ғорурлыҡ тойғоһо уята. Әлбиттә, йәштәр был өлкәне яңы өйрәнә, буталып та китә, ҡайһы берҙә мәғәнәһеҙ хәбәр ҙә һөйләп ҡуялар. Шулай ҙа улар уйындан-уйынға оҫтара бара, бер-береһен тулыландырып эшләйҙәр. Тап шуныһы ҡыуандыра ла инде. Башҡаларҙың фекере нисек икән?
Илшат Хәмитов, “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры:
– Татарстан Республикаһында, Ҡаҙағстанда хоккей матчтары күптән инде үҙҙәренең милли телдәрендә алып барыла. Татарҙар көрәш ярыштарын да тик үҙҙәренең генә телендә ойоштора һәм комментарий бирә. Хоккей матчтарының башҡорт телендә күрһәтелеүенә бик шатмын, ул күптән кәрәк ине. Кемдер руссаһын ҡарай, кемдер башҡортсаһын үҙ итте. Егеттәрҙең бер-береһен тулыландырып комментарий биреүҙәре оҡшай, улар ҙа әкренләп өйрәнә бара. Азамат Моратов кеүек оҫта белгес-журналист та булып китерҙәр әле.
Минеңсә, уйындарҙы башҡорт телендә күрһәтеү милли ғорурлығыбыҙҙы үҫтерә, башҡорт телен күтәрмәләүгә аҙым булып тора. Артабан милли көрәш ярыштарын да үҙебеҙҙең телдә генә үткәрергә кәрәк, тигән фекерҙәмен. Бының өсөн артыҡ тырышлыҡ кәрәкмәй.
Ришат Ишембәтов, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе:
– ”Ҡурай” телеканалында үҙебеҙҙең милли командабыҙ уйындарын башҡортса ҡарау мөмкинлеген булдырыу – бик тә маҡтаулы эш һәм ул бер ҡасан да туҡтап ҡалмаһын ине. “Ҡурай” – халҡыбыҙға милли рух өҫтәүсе үҙенсәлекле канал, бөгөн килеп унда хоккей матчтарын ҡарау уның бәҫен бермә-бер арттырып ебәрҙе. Хоккей – ябай спорт түгел, ул беҙҙең Башҡортостанда милли спорт төрөнә әүерелгән һәм уны йәше лә, ҡарты ла ҡарай. Башҡорт телендә хоккей ярыштарын күрһәтеү урта, өлкән, шулай уҡ йәш быуынға үҙе бер үҙенсәлекле бүләк булды. Туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү йүнәлешендә яһалған бер аҙым да ул.
Илдар Солтанғолов, Пенсия фонды идаралығында һаҡсы булып эшләй:
– Татарстанда үҙҙәренең хоккей матчтарын байтаҡтан инде туған телдәрендә күрһәтәләр, шулай булғас, ни өсөн беҙҙә лә башҡортса булмаҫҡа тейеш әле?! Күптән кәрәк ине хоккейҙы үҙ телебеҙҙә ҡарау һәм мин быны бик хуплап ҡаршы алдым. Бөгөн ауылдарҙа IP каналы булғандар барыһы ла башҡорт телендә уйындарҙы ҡарап кинәнә.
Мин “Салауат Юлаев” командаһының күптәнге көйәрмәнемен, уйындарға тамаша ҡылырға төрлө ҡалаларға йөрөйбөҙ.
Рубриканы Азамат Мөхәмәтшин алып бара.